ТЫПЫР-ТЫПЫР
уҙенең артында ғына еңел тыпылдаған аяҡ тауышы ишетте һәм әйләнеп ҡараны. Ә. Вәли.
ТЫПЫЛДАШЫУ (тыпылдаш ) ҡ. урт. ҡар. тыпылдау, взаимн. от тыпылдау. ■ Ҡыйыҡ ситтәрендә кис быуын-быуын булып ослайып туңған боҙҙарҙың уткер баштарынан көмөштәй саф, ҡояшта йымылдап йылтыраған тамсылар куңелле тыпылдашып ергә тамалар. Ә. Вәли. Ер өҫтөнә ҡыйыҡтарҙан төшөп тыпылдаша тәуге тамсылар. X. Ғиләжев. Эреле-ваҡлы сабаҡтар, алабуғалар .. тыпылдашып ҡына тора. Ф. Иҫәнғолов.
ТЫПЫР (Р.: звукоподражание топоту ног; И.: sound imitative word; T.: tıpır) оҡш.
Күмәк аяҡ тауышын белдергән һүҙ. □ Звукоподражание топоту ног. ■ Ә Йәмиләгә бер ни тугел, көлә-көлә тыпыр баҫып, уҙҙәре тураһындағы теге яҡтың әсе таҡмағына бейеп алды ла китте. Р. Байымов.
ТЫПЫРЛАТЫУ (тыпырлат-) (Р: стучать; И.: tap; clip-clop; T.: tıpırdamak) ҡ.
Бейегәндә тыпыр-тыпыр иттереү, тыпыр-тыпыр тигән тауыш сығарыу. □ Стучать, выстукивать каблуками, выбивать дробь. Тыпырлатып бейеу. Тыпырлатып баҫыу. Тыпырлатып алыу. ■ [Бала-саға — Иҙрис ҡартҡа:] Уйнап ебәр, олатай! Балалайкаңды зыңғылдат, аяғыңды тыпырлат! 3. Биишева. Бейей Ансаф, .. аяҡтарын тыпырлатып, сапҡан атты хәтерләтеп. Н. Нәжми.
ТЫПЫРЛАУ (тыпырла-) (Р: стучать;
И.: tap; knock; rap; T.: tıpırdamak) ҡ.
1. Тыпыр-тыпыр итеү, тыпыр-тыпыр килеү. □ Стучать. // Стучание, топот. Тыпырлаған тауыш. Тыпырлай башлау. ■ Етмәһә, йоҡомһорап ултырған ҡарт имәндәрҙең ботаҡтары елдә һелкенә башланымы, борсаҡ яуғандағы һымаҡ, тыпырлап ҡала. Р. Байбулатов. Кук кукрәугә ҡушылып, ерҙә лә ниндәйҙер гөрһөлдәу, бытылдау, тыпырлау һаман йышая, яҡыная барҙы. 3. Биишева. Көтөуҙең кешнәшкән бейәләре, сырҡыраған ҡолондары, ушҡырған айғырҙарының тауыштары, кумәк тояҡтарҙың ҡыштырлап тыпырлауҙары менән яр буйы шаулап китте. һ. Дәүләтшина.
2. Тыпыр-тыпыр тигән тауыш сығарып бейеү. □ Выбивать дробь. «Ҡарабайға» тыпырлау. Тыпырлап ҡуйыу. ■ Егет берсә тыпырлап бейеп китә, берсә, аяҡтарын бөкләп, юғарыға һикерә, йә, атҡа ҡамсы менән һуҡҡан һымаҡ, ҡапыл ҡулын һелтәй. Ә. Бикчәнтәев. Әхәт, туңәрәк уртаһында бер аяҡта тороп, бик ҙур тиҙлек менән бер нисә тапҡыр өйләнде лә Гөлшат алдына килеп тыпырлай башланы. Д. Исламов. Башҡорт бейеуҙәре тап ике өлөштән тора: береһе — төп элемент, икенсеһе — тыпырлау. К. Мәргән.
ТЫПЫРЛАШЫУ (тыпырлаш-) ҡ. урт. ҡар. тыпырлау, взаимн. от тыпырлау. Тыпыр-лашып бейеу. Тыпырлаша башлау. ■ Табындаштар, уҙ-ара ярышҡандай, бер-бер артлы ҡуҙғалып, тыпырлаша башланы. Ф. Чаны-шева. [Ауырыуҙар] еңеусе ҡиәфәте менән урындарынан һикерешеп торалар, ҡысҡырып-ҡысҡырып һөйләшәләр, көлөшәләр, тыпырлашалар. Д. Юлтый. Тыпыр-тыпыр тыпырлашып әйләнәбеҙ беҙ бергә. Халыҡ йырынан.
ТЫПЫРСА и. диал. ҡар. тырпыса I, 1. Тыпырса эшләу. Тыпырсаны йыйып ҡуйыу.
ТЫПЫРСЫҠ (Р.: подвижный; И.: nimble; T: yerinde durmaz) с. һөйл.
Тиктормаҫ, теремек. □ Подвижный, шустрый. Тыпырсыҡ ҡыҙыҡай. Тыпырсыҡ бала.
ТЫПЫРСЫНЫУ (тыпырсын-) ҡ. ҡар. тыбырсыныу. Тыпырсынып тибеу. Тыпырсынып ҡуйыу. Кешнәп тыпырсыныу. Һыуҙа тыпырсыныу. ■ Ят кеше килеуенә тарһынғандай, ҡырын ҡарап көйшәп торған ала һыйыр тыпырсынып ҡуйҙы. Р. Байбулатов. Арбаларға бәйләнгән аттар теҙгендәрен өҙөрҙәй булып кешнәп тыпырсынды. Р. Байымов.
ТЫПЫР-ТЫПЫР (Р: звукоподражание многократному дробному стуку; И.: pit-a-pat; sound imitative word; T: tıpır tıpır) оҡш.
Күмәк аяҡ тауышын йәки аяҡтарҙы ҡаты ергә йыш-йыш баҫҡанда, һуҡҡылап бейегәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Звукоподражание многократному дробному стуку, перестуку множества ног, выстукиванию каблуками. Тыпыр-тыпыр килеу. Тыпыр-тыпыр бейеу. ■ Әхсән, Мәғдәндең ике
695