Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 696 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫПЫРЫСТАУ
усында тыпыр-тыпыр килгән һылыу ҡоштарға һоҡланып, шулай уйланып торғанда, зиһенен ҡапыл хәйлә уты көйҙөрөп утте. Р. Байбулатов. Тыпыр-тыпыр аттар уҙышҡаны, йәшел туғайҙарҙа ҡойроҡ сәнсеп ҡолондар сабышҡаны, тау яғалап ҡуйҙар йөрөгәне, уләндәр, йылғалар һөйләшкәне лә, балаларын юғалтҡан инә буре илауы, ер һыҡтауы ла бар ҡурай [моңонда]. Р. Байымов. Ҡайһы бер ваҡытта Рәшит тә, булмә-нең уртаһына сығып, «Ҡарабай» көйөнә бейергә тотона, .. тыпыр-тыпыр баҫҡылай ине. Ә. Бикчәнтәев.
ТЫПЫРЫСТАУ (тыпырыста-) ҡ. диал. ҡар. тыбырсыныу. Йөрәк тыпырыстай. Балыҡтай тыпырыстау. Һыуҙа тыпырыс-тау.
ТЫПЫС (Р: каравай; И.: loaf; T.: (büyük) somun) и. диал.
Бер бөтөн икмәк. □ Каравай. Юлға тыпыс һалып алыу. Ҡустәнәскә килтерелгән тыпыс.
ТЫПЫШ (Р: табуированное название мыши; И.: mouse's tabou name; T.: farenin tabu ismi) и. диал.
Сысҡандың йәшерен исеме. □ Табуированное название мыши. Тыпыш аулау. Тыпыштарҙы ағыулау. Баҫыуҙағы тыныштар.
ТЫРАБЫЗ (Р: неуступчивый; И.: uncompromising; T.: uzlaşmaz) с. диал.
1. Дөрөҫ булһа ла, булмаһа ла үҙ һүҙенән кире ҡайтмай талашыусан; ҡарышмал. □ Неуступчивый, ершистый. Тырабыз бала. Тырабыз кеше.
2. Тиҙ генә төшөнөп, етеҙ эшләүсән; булдыҡлы; сос. □ Ловкий, проворный. Тырабыз уҡыусы. Тырабыз ауыл балаһы.
ТЫРАЖ I (Р: шершень; И.: hornet; Т: eşek arısı) и. зоол.
Ҡараһыу йәки һарғылт төҫтәге яры ҡанатлы бик эре һағыҙаҡ һымаҡ саға торған бөжәк. □ Шершень (лат. Vespa analis). Ҙур тыраж. ■ «Тыраж ояһына ғына алабарман ҡағылған өсөн дә тәбиғәт кешене язалай», — тип Рауза һуҙен тамамланы. Я. Хамматов. Бишкә ярылырҙай ҡыҙыу бесән ваҡытында береһе аяғын һындырып, икенсеһе тыраждан сағылып ятҡанды ишеткәндерме, төш
алдынан больница ҡапҡаһына председатель боролдо. Ш. Янбаев.
ТЫРАЖ II (Р: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Башҡорт ырыуының ара-аймаҡ исеме. □ Тыраж (название одного из родовых подразделений башкир). Тыраж араһынан булыу. Тыраждар туғаны.
ТЫРАЖА I [рус.] (Р: дрожжи; И.: yeast; T: maya) и. диал. ҡар. сүпрә.
Ҡамыр, бал һ. б. әсетә торған матдә; әсетке. □ Дрожжи. Тыража менән әсетелгән ҡамыр. Ҡомалаҡ тыражаһы.
ТЫРАЖА II (Р: дранка; И.: shingle; Т: kiremit) и. диал.
1. Йоҡа ваҡ таҡта. □ Дранка. Өй башын ябырға әҙерләнгән тыража. Йукә тыража.
2. Таҡта өй башы. □ Тесовая крыша. Буялған тыража. Төрлө төҫтәге тыража.
ТЫРАЙ ТИБЕҮ (тырай тип-) (Р: бездельничать; И.: be idle; laze; T: aylaklık etmek) ҡ. диал.
Эшһеҙ буш йөрөү. □ Бездельничать. Малайҙар тырай тибә. Тырай тибергә яратыу. Тырай тибеп йөрөу. ■ Имеш, улар [Мирхәйҙәровтар] ҡан ҡойған, ә бында ҡайһы бер етәкселәр тырай типтергән. Т. Ғарипова.
ТЫРАҠ (тырағы) (Р: суета; И.: fuss; vanity; T: hayhuy) и. диал. ҡар. мәшәҡәт.
Ҡамасау яһап, эш-хәлде ҡатмарлаштырған ҡыйынлыҡ. □ Суета, хлопоты. Донъя тырағы. Ваҡ-төйәк тыраҡтар. Тыраҡ тыуҙырыу. Ҡунаҡ тырағы менән йөрөу. ■ [Ахун — Ҡинйәгә:] Тыраҡ барын һанламайынса, яңы мәҙрәсә һалабыҙ, тип ҡотортаһың. Ғ. Ибраһимов. • Юлаусының юл тырағы теймәй ҡалмаҫ. Мәҡәл.
ТЫРАМЫЗ и. диал. ҡар. сос. Тырамыз бала.
ТЫРАНЛАУ (тыранла-) ҡ. диал. ҡар. тыртанлау. Үсегеп тыранлау. Ашығып ты-ранлап килеу.
ТЫРАНТАЙ I (Р: худой; И.: lean; bareboned; T: zayıf) с. диал. ҡар. ябыҡ.
Май ҡатламы булмаған, йоҡа тәнле; ҡаҡса; киреһе — һимеҙ. □ Худой, тощий. Тыран-
696