Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 697 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫРҠЫЛДАУ
тай йөҙлө. Тырантай мал. Тырантай ғына малай.
ТЫРАНТАЙ II (Р.: короткий; И.: docktailed; short; T.: kısa) с. диал. ҡар. ҡыҫҡа 1.
Оҙонлоғо бер саманан кәм (кейемгә ҡарата). □ Короткий (о платье). Тырантай кулдәк.
ТЫРАНТАЙ III (Р: подлещик мелкий; И.: small bream; T.: çapak balığının yavrusu) и. диал.
Ҡорман балығының иң вағы. □ Подлещик мелкий. Мурҙалағы тырантай. Ҡармаҡҡа эләккән тырантай.
ТЫРАНТАЙ IV (Р.: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Башҡорт ырыуының ара-аймаҡ исеме. □ Тырантай. Тырантайҙар шәжәрәһе.
ТЫРАНТАС [рус. тарантас} (Р: тарантас; И.: tarantass; T: yaylı araba) и. диал. ҡар. кырандас.
Еңелгә йөрөй торған ҡупшы арба. □ Тарантас. Көймәле тырантас. Ситәнле тырантас. Тырантас егелгән ат. Тырантас кусере. Тырантастың кусәре. ■ Тырантаста шинелен һалған, гимнастёрка төймәләрен ыскындырған Бикмәт килә ине. С. Агиш. [Ғәтиәтулла олатай] көн һайын тырантасҡа егелгән атта Урта Бабаларҙан Яҡупҡа йөрөп эшләгән. Т. Шаһманов.
ТЫРАТАЙКА [рус. таратайка} (Р: таратайка; И.: old plow; T: küçük tekerlekli araba) и. диал.
Ваҡ тәгәрмәсле арба. □ Таратайка. Тыра-тайкаға егеу. Ике тәгәрмәсле тыратайка.
ТЫРАХМАН ЯПРАҒЫ (Р: лопух; И: burdock; T: dulavratotu) и. диал. ҡар. дегәнәк 1.
Эре киң япраҡлы, һандал сәскәле, йәбешкәк тумалсайлы, сәнскеле үҫемлек. □ Лопух (лат. Arctium). Тырахман япрағы йәбешкән. Тырахман япрағы дауаһы. Тырахман япрағы тамыры.
ТЫРАХУН (Р: вафельное полотенце; И.: sort of towel; T: gofret havlu) и. диал.
Өҫтөндә ваҡ ҡына уйынтылары, быжырмаҡтары булған таҫтамал. □ Вафельное
полотенце. Хәйергә таратылған тырахун. Тырахун менән һөртөнөу.
ТЫРАШ (Р: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Сәңкем-ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған башҡорт аймағы. □ Родовое подразделение башкир сэнкем-кыпчакцев. Тыраштар араһынан төшкән килен. Тыраштарҙыц батыры. Тыраштарҙың көтөулеге.
ТЫРАШ ҮЛӘН (Р: молочай синий; И.: spurge; T: sütleğen) и. диал. ҡар. күк һөтләгән.
Йөнтәҫ һабаҡлы, ваҡ ҡына буранка рәүешендәге алһыу йәки күк сәскәле баллы ҡыр үләне; кәкүк емеше. □ Молочай синий (лат. Euphorbia). Тыраш улән дауаһы. Тыраш улән сәскәһе. Тыраш улән йыйыу.
ТЫРБЫҠ (Р: кокетливый; И.: coquettish, flirtatious, flirty; T: cilveli) с. диал. ҡар. ҡыйшанлаҡ 2.
Күҙен, башын уйнатып, һырғаланыусан, ҡылансыҡ. □ Кокетливый. Тырбыҡ ҡыҙ. Тырбыҡ булыу.
ТЫРҘАЙЫУ (тырҙай-, тырҙая) ҡ. диал. ҡар. тырпайыу. Колаҡ тырҙайған. Тырҙайып тора. Тырҙайып торған сәс.
ТЫРЖЫҠ I с. диал. ҡар. таржыҡ. Тыржыҡ танау. ■ Тулыбай суфыйҙың илаҡ, йыуаш холоҡло, тыржыҡ танаулы ҡыҙы Хәсбиямал, Ғаббас мулланың ҡолонсаҡ кеуек шыма, йылғыр, һылыу ҡыҙы Гөлйыһан аллы-артлы килеп инделәр. 3. Биишева. Ә төҫкә ҡотһоҙ, тыржыҡ танаулы баянисҡа .. куҙ ҙә һалмайҙар, тип әйтерлек. Б. Бикбай. Туңәрәк йөҙлө, тыржыҡ танаулы, йәғни Алдар батша тип атағаны, туптай куҙҙәрендә осҡондар уйнатып, көлдө. Н. Мусин.
ТЫРЖЫҠ II (Р: высокий; И.: tali; Т. kikirik) с. диал. ҡар. һуйҙан.
Нәҙек оҙон кәүҙәле. □ Высокий, худой. Тыржыҡ кәуҙә. Тыржыҡ егет.
ТЫРҠЫЛДАУ (тырҡылда-) (Р: ворчать; И.: grumble; T: homurdanmak) ҡ. диал.
1. Ризаһыҙлыҡ, ҡәнәғәтһеҙлек менән һөйләнеү; мығырлау. □ Ворчать, брюзжать. Тыр-ҡылдап һөйләшеу. Тырҡылдап йөрөу.
697