ТЫРҠЫШ
2. ҡар. тырлау. ■ Тракторы ла, хужаһының уҙе шикелле, нимәгәлер усеккәндәй, тырҡылдап урамға сығып китте. Р. Солтангәрәев.
ТЫРҠЫШ I (Р: росянка; И.: sundew; T.: güneş gülü) и.
Ваҡ ҡына тетмәкәй япраҡлы, ҡып-ҡыҙыл емешле, ҡаты тарбаҡай һабаҡлы себен үлтергес үлән. □ Росянка (лат. Drosera). Тырҡыштың һабағы. Болонда уҫкән тырҡыш. Тырҡыш йыйыу.
ТЫРҠЫШ II (Р: неряшливый; И.: sloppy; T.: pasaklı) с. диал. ҡар. бысраҡ II, 2.
Таҙа түгел, нимәгәлер буялған йәки ҡатышҡан; әшәке. □ Неряшливый. Тырҡыш кеше. Тырҡыш әҙәм. Тырҡыш булыу.
ТЫРҠЫША I (Р: очень густой; И.: very thick; T.: çok koyu) с. диал. ҡар. ҡуйы.
Тейешенән артыҡ ҡуйы, ныҡ ҡуйы (ашҡа ҡарата). □ Очень густой. Тырҡыша бутҡа. Тырҡыша аш. Тырҡыша томан.
ТЫРҠЫША II (Р: нахальный; И.: impudent, insolent; T: utanmaz) с. диал. ҡар. намыҫһыҙ.
Тартына, ояла белмәгән; оятһыҙ. □ Нахальный, бестактный. Тырҡыша егет.
ТЫРҠЫШЛАУ (тырҡыш л а-) (Р: пачкать; И.: make dirty; stain, soil; T: kirlemek) ҡ. диал. ҡар. бысратыу 2.
Бысраҡ тейҙереү, бысраҡҡа әйләндереү. □ Пачкать, загрязнить, марать. Кулдәкте тырҡышлау. Тырҡышлап бөтөу.
ТЫРЛАУ (тырла-) (Р.: тарахтеть; И.: buzz; honk; hoot; T: pat pat etmek) ҡ.
Тыр-тыр итеү. □ Тарахтеть. Мотоцикл тырлай. Тирмән тырлай. Көслө итеп тырлай.
ТЫРМА I (Р: борона; грабли; И.: harrow; rake; T: tırmık) и.
1. Бесән йыя, түтәл йомшарта торған оҙон һаплы күп тешле ҡорал. □ Грабли. Ағас тырма. Ҡул тырмаһы. ■ Нур биш-алты һелтәнергә өлгөрмәне, куҙенә аллы-гөллө яулыҡтар сағылып китте — ауыл яғынан тырма, һәнәк кутәргән ҡатын-ҡыҙ төркөмө куренде. И. Абдуллин. Ат егелеп, арбаға салғы, тырма, һәнәктәр тейәлеп бөттө.
з. Биишева. Сумәләгә теше һынған тырма, суҡ сауылға салғы һөйәлгән. М. Хәй.
2. миф. Ямғыр саҡырыуҙа ҡулланылған мифлаштырылған әйбер. □ Грабли (мифологизированный предмет, используемый для вызывания дождя). Ямғыр теләгәндә һыуға тырма, салғы һалыу ғәҙәте бар.
3. Һөргән ерҙе йомшарта торған ауыл хужалығы ҡоралы. □ Борона; грабли. Тешле тырма. Трактор тырмаһы. Тырма тештәре. Тырма менән тырматыу. М Һабан таҡҡан тракторҙар .. артынан тырма таҡҡандары, былары артынан сәскес таҡҡандары уҙҙылар. Р. Ғабдрахманов. Һабан, тырма, бесән сапҡыстар .. тырым-тырағай ташлап ҡалдырылған. М. Тажи. Эшселәр иртәнге саф һауала трактор, косилка, тырма тауыштарын яңғыратып эшкә киттеләр. А. Таһиров. Культиваторҙар, тырмалар теҙеп тағылған «ДТ-54», «С-80» тракторҙары баҫыуҙарҙы иңләп киттеләр. Ә. Вәли.
4. Шул ҡорал менән ер эшкәртеү эше. □ Боронование. Тырмаға төшөу. ■ Тырмала, һабанда, бесәндә уҙем кеуек егеттәр менән осрашам. С. Агиш. Тырмала, һабанда йөрөгән уҫмер саҡтарҙы хәтерләнек. Ғ. Лоҡманов. Тау битләуендәге ер иртәрәк һурыҡты, тырмаға элегерәк төштөләр. Б. Бикбай.
ТЫРМА II (Р: сновальный станок; И.: warping machine; T: ipliği çözgü makinesi)
и. туҡ.
1. Ике яҡ башы тешле, ике метр самаһындағы еп оҙатыу ҡоралы. □ Сновальный станок. Епте тырмаға һалыу. Стенаға беркетелгән тырма.
2. Шул ҡорал оҙонлоғонда итеп, буйлыҡ епте иҫәпләү берәмеге. □ Мера длины, равная длине сновального станка. Ике тырма йөн оҙатыу.
ТЫРМА Ш и. бот. ҡар. торма. Тырма япрағы. Тырма сәсеу. Тырманан йуткереккә дарыу әҙерләу.
ТЫРМА IV (Р: родовое подразделение башкир; И.: one Bashkir clan name; T: bir Başkurt boyunun adı) u.
Түңгәүер ырыуына ҡараған башҡорт аймағы. □ Родовое подразделение баш-
698