ТЫРНАҠ
ней трав). Тырнаҡ менән һарына ҡаҙыу. Осло тырнаҡ. Үткер тырнаҡ.
ТЫРНАҠ III (тырнағы) (Р.: зубчатый рисунок; И.: teeth-like pattern; T: dişli desen) и.
Киртләсле биҙәк; теш. □ Зубчатый рисунок. Тырнаҡ менән биҙәү. Балаҫҡа тырнаҡ һалып һуғыу.
ТЫРНАҠ IV (тырнағы) (Р.: кавычки;
И.: quotes; T.: tırnak) и. гром.
Тура телмәрҙе, цитаталарҙы, ҡайһы бер атамаларҙы, шулай уҡ мәғәнәләрен үҙгәртеп әйтелгән һ. б. төр һүҙҙәрҙе айырыу өсөн ҡулланылған ҡуш өтөр рәүешендәге тыныш билдәһе. □ Кавычки. Тырнаҡ ҡуйыу. Тырнаҡ эсенә алыу.
ТЫРНАҠ V (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one Bashkir clan name; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Табын ҡәбиләһе кәлсер-табын ырыуына ҡараған араның исеме. □ Название одного из родовых подразделений рода кальсер-табын. Тырнаҡтар араһы. Тырнаҡтарҙың шәжәрәһе.
ТЫРНАҠ БИТЕ (Р: ногтевая пластинка; И.: nail plate; T: tırnak plağı) и. диал. ҡар. шәбе.
Тырнаҡтың ҡырҡылмай ҡала торған яҫы өлөшө. □ Ногтевая пластинка. Тырнаҡ бите буялған. Тырнаҡ бите аҫты. Тырнаҡ битен айырыу.
ТЫРНАҠ ГӨЛ (Р: ноготки; И.: pot marigold; T: aynısafa) и. бот.
Хсъүк һары төҫтәге, ҡош тырнағы формаһындағы ҡатмарлы сәскәлеләр төркөмөнә ҡараған бер йыллыҡ баҡса үҫемлеге; календула. □ Ноготки, календула (лат. Calendula officinalis). Тырнаҡ гөл гөлләмәһе. Тырнаҡ гол үҫтереү. Тырнаҡ гөл дауаһы.
ТЫРНАҠ ЙЫШҠЫ (Р: скобель; И.: strickle; drawing-knife; T: kazıyıcı) и.
Умарта, ялғаш һымаҡ түңәрәк нәмәнең эсен шымарта торған йышҡы. □ Скобель. Тырнаҡ йышҡының тотҡаһы. Тырнаҡ йышҡы менән йышыу.
ТЫРНАҠ КҮМЕҮ (Р: обычай закапывания ногтей; И.: sort of magical rite; T: bir gelenek) и. этн.
Тырнаҡты кеше йөрөмәгән ергә күмеү йолаһы. □ Обычай закапывания ногтей.
ТЫРНАҠЛЫ I (Р: название одного из башкирских родов племени ай ле; И.: one Bashkir clan name; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Әйле ҡәбиләһенә ҡараған аймаҡ исеме.
□ Тырнаклы (название родового подразделения башкир племени айле). ■ Ҡоролтайҙы тырнаклы ырыуына ҡараған Мөхәммәт ауылында үткәрергә һөйләшкәндәр икән. Б. Рафиҡов.
ТЫРНАҠЛЫ II (Р: с ногтями; И.: with claws; T.: tırnaklı) с.
Тырнағы булған. □ С ногтями, когтями. Тырнаҡлы аяҡтар. Тырнаҡлы бармаҡтар. Я «Хворостинскийҙы бына мин ҡайҙа ғына тотам», — тип шүрәленеке һымаҡ оҙон ҡыҙыл тырнаҡлы бармаҡтарын ҡыҫып күрһәтте [Рая]. И. Абдуллин. Оло бөркөттө, ҡоростай тырнаҡлы, үткер суҡышлы ҡош батшаһын, ситлектә көйө лә ҡанаттары һыймаҫлыҡ, имгәнмәҫлек итеп бәйләп һалыуы еңел түгел. Ғ. Хисамов. Эт тә, аҡ тырнаҡлы аяҡтарынан ваҡ-ваҡ эҙҙәр ҡалдырып, минең эргәмдән атлай. Ф. Чанышева.
ТЫРНАҠЛЫ III (Р: вороватый; И.: thievish; T: hırsızlığa alışmış) с. диал. ҡар. бур II.
Кеше нәмәһенә тейгән, урларға әҙер торған; мут. □ Вороватый. Тырнаҡлы малай. Тырнаклы булыу.
ТЫРНАҠЛЫ-ҠУЛЛЫ с. диал. ҡар. тырнаҡлы III. Тырнаҡлы-ҡуллының ҡылығы. Тырнаҡлы-ҡуллының насар холҡо.
ТЫРНАҠЛЫЛАР (Р: мифологизированные животные с когтями; И.: mythological animals with claws; T: tırnaklı canlılar) и. миф.
Мифлаштырылған тырнаҡлы йәнлектәр.
□ Мифологизированные животные с когтями. В Тырнаҡлыларҙы күрһәң, хәйер бир. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТЫРНАҠЛЫ МАЙМЫЛ (Р: обезьяна игрунковая; И.: callitrichidae; T.: marmoset-giller) и. зоол.
Көньяҡ Америкала йәшәгән, башҡа маймылдарҙан айырмалы рәүештә үткер тырнаҡлы, тышҡы ҡиәфәте менән тейенгә оҡ-
702