Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 703 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫРНАУ
шаңҡыраған, йомрораҡ башлы маймыл. □ Обезьяна игрунковая, обезьяна когтистая (лат. Callithricidae). Тырнаҡлы маймыл бер ҡасан да ике аяғында йөрөмәй. Тырнаҡлы маймылдарҙың төп дошманы — йыртҡыс ҡоштар.
ТЫРНАҠЛЫ УҠА (Р.: зигзагообразный плоский позумент; И.: zigzag-like flat braid; T.: zikzak şeklindeki sırma şerit) и. диал.
Кәкерсәкле яҫы уҡа. □ Зигзагообразный плоский позумент. Тырнаҡлы уҡа баҫыу. Тырнаҡлы уҡа менән биҙәү.
ТЫРНАҠ УТЫ и. диал. ҡар. тырнаҡ гөл. Тырнаҡ уты сәскәһе. Тырнаҡ уты үҫтереү.
ТЫРНАҠ ҮЛӘН (Р.: мальва; И.: mallow; T.: ebegümeci) и. бот.
Тарманыҡы һымағыраҡ япраҡлы, биш таждан торған күкһел көрән йәки алһыу төҫтәге эре сәскәле, төҙ, бейек һабаҡлы күп йыллыҡ дарыу үләне. □ Мальва (лат. Mal-va). Тырнаҡ үлән сәскәһе.
ТЫРНАЛЫУ (тырнал-) ҡ. төш. ҡар. тырнау 1, 2. страд, от тырнау 1, 2. Тырналып бөтөү. Тырналған урын. Ҡулдары тырналған. ■ [Вәлиҙең] ҡояшҡа, елгә ҡарайып, ярылып бөткән балтырҙары ҡаны сыҡҡансы тырналған. М. Ғиләжев. [Малайҙың] шешенмәгән, тырналмаған урыны ҡалманы, беренсе көндән һуң бөтә тәне тиерлек һыҙланы. Ә. Бикчәнтәев. Уның [малайҙың] аяҡ-ҡулдары, биттәре тырналып, ҡанап, кейемдәре өҙгөләнеп, йолҡҡоланып бөткән.
3. Биишева.
ТЫРНАНЫУ (тырнан-) (Р: чесаться; И.: itch; scratch; claw; tickle; T: kaşınmak) ҡ.
Үҙ тәнеңде тырнау. □ Чесаться, почёсываться. // Почёсывание (себя). Тырнанып алыу. Тырнанырға тотоноу. И Тир бәреп сығыу менән, [Килмеш] тырнанырға тотондо. Б. Ноғоманов.
ТЫРНАТЫУ (тырнат-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. тырнау 1, 2. понуд. от тырнау 1, 2. Арҡаны тырнатыу. ■ «Атайың да иренмәгән саҡтарында арҡаһын ныҡлыраҡ тырнаталыр әле, ошолай [ерҙе] һөрөп, икмәк үҫтереп буламы ни?» — тине үпкә менән ҡарт игенсе [Бәкергә]. И. Ғиззәтуллин.
2. Тырнаҡ менән һыҙыртыу, сыйҙыртыу.
□ Позволить, велеть, заставить содрать, ссадить, оцарапать. Бесәйҙән ҡулды тырнатыу. Тырнатып бөтөү. Ҡул тиреһен тырнатыу. Тырнатып алыу.
ТЫРНАУ (тырна-) (Р: чесать; И.: scratch; T: kaşımak) ҡ.
1. Тырнаҡ (I, 1, 2) менән ҡырыу, ышҡыу.
□ Чесать. Тырнап алыу. Ҡулды тырнау. Аяҡты тырнау. Тырнап бөтөрөү. Тырнап ташлау. М Ғилаж ҡарт шәм янына килде, күлдәк аша ҡорһағын тырнаны. С. Агиш. Ғариф ҡарт, эйәк аҫтын тырнап, уйланып торҙо. Б. Бикбай. Радмир, йөҙөн һытып, елкәһен тырнаны. Р. Байбулатов. Сергей ҡарт, ни әйтергә белмәй тапанып, елкәһен тырнап торҙо. 3. Биишева.
2. Тырнаҡ (I, 1, 2) менән эләктереп йыртыу, тырнаҡты батырып һыҙырыу. □ Царапать, оцарапать кого-что', царапаться. Тырнап ҡанатыу. Бесәй тырнаған ер. Н Емеш менән Сабира, ҡаҙан төбөнән ҡором тырнап алып, шым ғына ҡыҙҙар янына килделәр.
3. Биишева. Мин, унан [Әхмәттең иптәшенән ] ысҡынмаҡсы булып, уның менән көрмәкләшә башланым, битен тырнап алдым, бармағын тешләнем. Ф. Әсәнов. Маһруй әбейҙең һиҙгер ҡолағы тышҡы ишекте кемдеңдер тырнауын ишетте. X. Мохтар.
3. Аяҡ менән ерҙе тибеп соҡоу (ҡош-ҡорт, хайуандарға ҡарата). □ Бить копытами; рыть, копаться (о птицах). Ерҙе тыр-най-тырнай тибенеү. ■ Әллә ҡайҙан атылып килеп сыҡты ла мәхлүк, тояғы менән ер тырнап, яман ғәйрәтләнеп кешнәп ебәрҙе. Ә. Хәкимов. Үгеҙҙәр бер ергә өйөлөшөп, ер тырнап аҡырышалар. Ә. Чаныш. Айыу бер шырлығыраҡ урында туҡтаған, ҡарҙы тырнап, ҡаулан үләнде, көҙ ҡойолған япраҡтарҙы туҙҙырып маташҡан, шунда ятып та торған. Н. Мусин.
4. күсм. Тынғы бирмәй борсоу; өйкәү. □ Не давать покоя, тревожить. Эсте тырнап торған уй. һағыш йөрәкте тырнай. ■ Мул тотонорға, күмәртә байлыҡҡа күнеккән кешенең күңелен үкенеү, икеләнеү тырнамай буламы? Ә. Хәкимов. Йәмиләнең ниҙер әйтергә теләгәнен, нимәлер уның күңелен
703