Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 704 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫРНАУЫС
тырнағанын һиҙә ине Ғәзиз, төпсөнөргә ҡыйыулығы етмәне. 3. Ураҡсин. Ниндәйҙер ҡурҡыу Һымаҡ уй егеттең күңелен биләне лә таралманы, туҡтауһыҙ тырнап төрған төйөр булып ҡалды. Ғ. Хисамов.
♦ Эс тырнап көлөү кемдеңдер эш-ҡылығынан, һүҙенән мыҫҡыл менән бик ҡаты, ныҡ көлөү. □ Валяться (кататься) со смеху.
■ Ата менән улы һуғышыуын белһәләр, кешеләр эс тырнап көләсәк. Я. Хамматов. «Ха-ха-ха!» — тип эсен тырнап көлөргә тотондо [Красин]. Ғ. Лоҡманов. [Арыҫлан:] Бына, Мәғәфур анекдот һөйләй. Эс тырнап көлөрлөк. Д. Бүләков.
ТЫРНАУЫС и. диал.
1. ҡар. тырма. Тырнауыс һабы. Тырнауыс теше.
2. Ямғыр саҡырыу менән бәйле предмет. □ Грабли (мифологизированный предмет, используемый для вызывания дождя).
■ Тырнауысты ямғыр саҡырыу йолаһында һыуға һалыу бар. «Башҡорт мифологияһынан.
ТЫРНАШЫУ I (тырнаш-) ҡ.
1. урт. ҡар. тырнау 1. взаимн. от. тырнау 1. Тырнашып бөтөу. Тырнашып ҡуйыу.
2. диал. ҡар. тырнау 2. Бесәй тырнашып йыртҡан пәрҙә. Эт ишекте тырнаша.
ТЫРНАШЫУ II (тырнаш-) (Р.: стараться; И.: put effort; try; T.: çabalamak) ҡ. диал. ҡар. тырышыу.
Тырышлыҡ күрһәтеү. □ Стараться. Тырнашып уҡыу. Тырнашып эшләу. Тырнашып йөрөу.
ТЫРПАЙ (Р.: взъерошенный; И.: tousled; T.: saçları karışmış) с.
Ҡалҡып үрә торған (ҡолаҡ, сәс, һырт йөнөнә һ.б. ҡарата). □ Взъерошенный, торчащий. ■ [Мөжәһит] һары ҡуйы тырпай сәстәрен бармаҡтары менән артҡа тарай-тарай, рәхәтләнеп көлдө. Ғ. Аллаяров. Булмәгә тырпай мыйыҡлы, оҙон кәуҙәле ыҡсым хәрби йылдам ғына килеп инде лә, уксәләрен шаҡылдатып, честь бирҙе. Р. Байымов. Тулыбай, тырпай сәстәрен һыпырғылап, иҫе китмәй генә эскәмйә тирәләй йөрөштөрә башланы. Д. Бүләков.
ТЫРПАЙТЫУ (тырпайт-) (Р: растопыривать; И.: spread; splay; T.: biçimsiz bir tarzda açmak) ҡ.
1. Үрә ҡалҡытыу. □ Растопыривать. // Растопыривание. 9 Ҡолаҡтарын тырпайтып, һәр һуҙҙе «йотоп» ултырған малайҙар ҙа һуҙгә ҡыҫылды. И. Абдуллин. Өҫтәл урынына ҡуйылған ҙур тартма өҫтөндә кипкән сәскәләр букеты ҡороған һабаҡтарын тырпайтып ултыра. Д. Исламов. Моратша, .. ике аяғын ике яҡҡа тырпайтып, арт һанын һөйрәтеп саҡ атлай. М. Кәрим. Алабуға, һырт ҡанаттарын тырпайтып, [суртанға] ҡаршы торған. Әкиәттән.
2. Ян-яҡҡа туҙғытыу, туҙҙырыу (ялбыр нәмәне, сәсте). □ Взъерошивать, взлохмачивать. // Взъерошивание, взлохмачивание. Сәстәрҙе тырпайтыу. Һырт йөнөн тырпайтыу. ■ Был [йәш һауынсы] — аҡ халатының поясы менән билен ҡыҫып быуған, косынкаһы аҫтынан бер генә шәлкем бөҙрә сәсен тырпайтып сығарып ҡуйған .. бер ҡыҙыҡай ине. Н. Ҡотдосов. Йөнөн тырпайтып ырылдаған эте ҡабат һуҙылып ятты. Ә. Хәкимов. Шәмсетдин, һаҡал-мыйығын тырпайтып, өҫтәл артына ултырҙы һәм Рәмилдең арҡаһынан ҡаҡты. Р. Низамов.
ТЫРПАЙЫУ (тырпай-, тырпая) (Р: торчать; И.: stick; stick up; T.: dışarı fırlamak) ҡ.
1. Үрә ҡалҡыу (ҡолаҡ, бармаҡ, ағас һ.б. ҡарата). □ Торчать, взъерошиваться, топорщиться. Тырпайып тороу. Тырпайып төшөу. К Ара-тирә шул мәңге йәшеллек араһынан текә ҡая таштар тырпайып куренә. И. Абдуллин. Ауыл ситендәге куп йорттарҙың урынында аҡ мөрйәләр генә тырпайып ҡалғандар. А. Карнай. Ҡайҙа куҙ ташлама, завод торбалары тырпайып тора, мәсет манаралары, сиркәу көмбәҙҙәре ялтырай. М. Кәрим.
2. Ян-яҡҡа туҙыу (сәс, һырт йөнгә һ.б. ҡарата). □ Взъерошиваться, взлохмачиваться. // Взъерошивание, взлохмачивание. Тырпайған мыйыҡ. Тырпайған сәс. Н Тырпайып, һалынып торған яҫы ҡаштар аҫтындағы тоноҡ куҙҙәр йылтырап китте. Р. Байбулатов. Маңлай сәсе тырпайып торған
704