ТЫРПЫСА
ҡалын иренле токарь Иванченконың алмашсыһы ла һүҙгә ҡушылды. Ә. Байрамов. Мөхәммәт ағай ҡайсы осо менән генә Көрөнкәйҙең ҡойроғонан тырпайып торған айырым ҡыл бөртөктәрен ҡырҡып алды. Р. Ғабдрахманов.
ТЫРПАЙЫШЫУ (тырпайыш-) ҡ. урт. ҡар. тырпайыу, взаимн. от тырпайыу. Тырпайышып торған сәстәр. Тырпайышҡан бармаҡтар. Я Рахман .. ҙур-ҙур һалам көлтәләре тырпайышып торған .. баҫыу буйлап атланы. Ә. Вәли. [Хәмзәнең] башындағы сәстәре шайтан таяғының энәләре кеуек тырпайышып туҙынған. Яр. Вәлиев. Тауҙар түбәһендәге ҡарт шыршыларҙың осло баштары тырпайышып төҫмөрләнә, ялбыр ҡайын, ҡарағайҙар бөҙрәләнә. Д. Шәрәфетдинов.
ТЫРПАҠ I (тырпағы) (Р.: зубья колеса; И.: teeth of a wheel; T.: tekerlek dişleri) и. диал.
Тәгәрмәс тештәре. □ Зубья колеса. Ағас тырпаҡ. Тимер тырпаҡ. Тырпаҡ эшләтеү.
ТЫРПАҠ II (тырпағы) (Р: ход лошади между иноходью и рысью; И.: kind of horse trot; T.: atın yürüyüş şekli) и. диал.
Юртыуға ла, юрғалауға ла оҡшаған ат йөрөшө. □ Ход лошади между иноходью и рысью. Тырпаҡ менән юлға сығыу. Тырпаҡ килгән ат.
ТЫРПАҠ III с. ҡар. тырпай. Тырпаҡ ҡолаҡ. Я Бына ул: ҡара күҙле, йомро битле, тырпаҡ сәсле йәш егет. Ғ. Аллаяров. Балаларҙы тырпаҡ мыйыҡлы, киң яурынлы, япырайыбыраҡ торған ҡалын ҡара ҡашлы .. бер кеше ҡаршы алды. 3. Биишева. Кыҫыҡ күҙле, тырпаҡ мыйыҡлы хужаның ялпаҡ йөҙөн йылмайыу салышайтты. Ә. Хәкимов.
ТЫРПА ҺЫРТ (Р: вершина; И.: summit; top; T.: tepe, sırt) и.
Ташлы тау һырты; ҡыраз. □ Вершина, гребень. Тырпа һырттағы таштар. Тырпа һыртта үҫкән ҡарағайҙар. Тырпа һыртҡа менеү. Я [Юл] тау яғалап та, тырпа һырттар өҫтөнән дә, урман араһындағы бормалы-бормалы уяларҙан да үтә. Ғ. Ибраһимов.
ТЫРПЫЛДАУ (тырпылда-) ҡ. ҡар. тыр-пырау. Тырпылдап алыу. Тырпылдап ятыу. Тырпылдап тороу.
ТЫРПЫРАУ (тырпыра-) (Р: биться, трепыхаться; И.: flap; T.: çırpınmak) ҡ.
Бөтә тән менән һелкенеп ҡыбырлау. □ Биться, трепыхаться. Балыҡтар тырпырап ята.
ТЫРПЫСА I (Р: дуплянка; И.: kind of reel; T: dokuma tezgâhının bir detayı) u.
1. туҡ. Тимер үҙәккә кейҙереп әйләндерә торған еп урағыс ҡорал (киндер һуғыу эшендә ҡулланыла). □ Дуплянка (разновидность мотовила, часть домашнего ткацкого станка). Ағас тырпыса. Туҙ тырпыса. Тырпыса сөйө.
2. диал. Аша һалынған, аша үткән бауҙы тартып йәки тотҡаһы менән бороп уратып йөк күтәрә йәки бүтән эш башҡара торған үҙәкле йомро ҡорал; сығыр. □ Блок. Көрөҫ тырпысаһы. Ҡоҙоҡ тырпысаһы. Тырпыса менән күтәреү.
ТЫРПЫСА II (Р: тряпичный половик; И.: rag mat, matting; floorcloth; door mat; T.: küçük hah) и. диал.
Сепрәк балаҫ. □ Тряпичный половик. Тырпыса һуғыу. Иҙәнгә түшәлгән тырпыса.
ТЫРПЫСА III (Р: катушечные нитки; И.: bobbin thread; T: makaralı iplik) и. диал.
Кәтүкле еп. □ Катушечные нитки. Унлы тырпыса. Теген машинаһындағы тырпыса. Тырпыса менән тегеү.
ТЫРПЫСА IV (Р: короб из бересты; И.: birchbark basket; T: huş ağacı kabuğundan kap) и. диал. ҡар. тырыз 1,1.
Ҡапҡаслап, бау тағып, туҙҙан яһалған күнәсек һымаҡ һауыт. □ Короб из бересты (для ягод и грибов). Бер тырпыса еләк. Тырпысалағы ҡаймаҡ. Тырпыса эшләү.
ТЫРПЫСА V (Р: игра в мяч; И.: ball game; T: top oyunu) и. диал.
Туп уйыны. □ Игра в мяч. Тырпыса уйнау. Тырпысалағы еңеүселәр.
ТЫРПЫСА VI (Р: намордник; И.: muzzle; T: burunsalık) и. диал. ҡар. морондоҡ.
Инәһен иммәһен өсөн быҙау, бәрәстең моронона кейҙерелә торған сәнскеле нәмә;
23- 1.0037.16
705