Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 706 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫРПЫСА
борғаҡ. □ Намордник. Тырпыса һалыу. Тырпыса кейҙереу. Быҙауҙың тырпысаһы.
ТЫРПЫСА VII (Р.: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Ара-аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир. Тырпыса араһынан булыу.
ТЫРПЫСА VIII (Р.: круглый; И.: round; T.: yuvarlak) с. диал.
Түңәрәк итеп эшләнгән. □ Круглый. Тырпыса тубәле эшләпә. ■ Алдағы кырандастан өҫтөнә йоҡа плащ, башына боронғо ҡала байҙарыныҡы һымаҡ киң ҡырлы, тырпыса тубәле эшләпә кейгән урта йәштәрҙәге кеше һикереп төштө. И. Ғиззәтуллин.
ТЫРПЫСА БҮРЕК (бүрке) (Р: круглая шапка с оторочкой; И.: round cap with a trim; T.: yuvarlak, kürk kenarlı şapka) и. диал. ҡар. кырма бүрек.
Йәнлек тиреһе менән ситләнгән түңәрәк бүрек. □ Круглая шапка с оторочкой. Тырпыса бурек кейгән ҡарт. Тырпыса бурек тегеу.
ТЫРР (Р: тпру!; И.: wo! whoa!; T.: dur!) саҡ.
Атты туҡтатырға теләгәндә әйтелә. □ Возглас, которым останавливают лошадей: тпру! Тырр, малҡай. Тырр, атым! ■ Һыбайлы малай кеше курмәгәндә аттың ҡорһағына уксәләрен тейҙереп ала ла, йугәнен тартып, тырр тигән була. И. Абдуллин. «Тырр, малҡай. Тыныс ҡына бул, Ҡолайғыр, иҫәрләнмә...» — тип һөйләнә [Шоңҡар]. Н. Мусин. Ала бейәһе баш бирмәне. «Тырр, мәйелһеҙ!» — тине Шәмсетдин, асыуланып. Р. Низамов.
ТЫРСАЙЫУ (тырсай-, тырсая) ҡ. диал. ҡар. турһайыу. Тырсайып йөрөу. Сәбәпһеҙгә тырсайыу. Тырсайып һөйләшмәу.
ТЫРҪАЙЫУ (тырҫай-, тырҫая) ҡ. диал. ҡар. турһайыу. Ул тырҫайҙы, ҡылтым ине. Тырҫайырға яратыу.
ТЫРҪ-МЫРҪ (Р: подражание резким движениям при приступах гнева; И.: sound imitation word; T.: pat pat) оҡш.
Нимәгәлер үсегеп, үпкәләп, теләр-теләмәҫ һөйләшкәнде белдергән һүҙ. □ Подражание резким движениям при приступах гнева, при обиде и т. п. Тырҫ-мырҫ килеу. Тырҫ-
мырҫ йөрөу. Тырҫ-мырҫ һөйләшеу. М Турбаш яғына тырҫ-мырҫ атлап утте [Фәниә]. Н. Мусин. Тәуге көндәрҙән ук Тәнәйләнең тырҫ-мырҫ ҡыланышы, йунләп һөйләшергә теләмәуе уны [Сафияны] бигерәк тә йон-сотто һәм иҙҙе. Я. Хамматов. [Капитан] тәуҙә тырҫ-мырҫ итеп, бәйләнер сәбәп эҙләгәндәй, уны [Әкрәмде] баштан-аяҡ куҙәтеп сыҡты. Ә. Хәкимов.
ТЫРҪ-ТЫРҪ оҡш.
1. ҡар. тырҫ-мырҫ. ■ Яңынан ашъяулыҡ йәйергә тура килгәнгә тырҫ-тырҫ йөрөп ятҡан Баныу быға ирҙәрҙән әуәл иғтибар итте һәм, бар эшен ташлап, сәсәндәрҙе ҡайғыртырға тотондо. Б. Рафиҡов.
2. Күмәк малдың ҡапыл ғына дөрр итеп ҡуҙғалып киткәнен белдергән һүҙ. □ Подражание звукам при начале движения стада, табуна. ■ Мин өйөр айғырҙарының муйындарын дуғаландырып, тырҫ-тырҫ елеп йөрөуҙәрен ҡарап торорға ярата инем. Н. Мусин.
ТЫРҪЫЛДАУ (тырҫылда-) (Р: ворчать;
И.: grumble; T.: homurdanmak) ҡ. һөйл.
Үсегеп кирле-мирле һөйләшеү. □ Ворчать на кого, сердито обращаться к кому. Тырҫылдап алыу. Тырҫылдап йөрөу. Тырҫылдап һөйләшеу. Р Үмәрҙең, ҡыҙы алдында тауыш сығармаҫҡа булһа ла, йыуаш төҫ менән тырҫылдап, юҡ-барға мыжыу ы уның кәйефенең насар икәнлеген белдерә ине. Һ. Дәүләтшина.
ТЫРТАЙЫУ (тыртай-, тыртая) (Р: обижаться; И.: take offence; T.: öfkelenmek) ҡ.
Үпкәләп үсегеү, ҡылтайыу. □ Обижаться. Тыртайып алыу. Тыртайып йөрөу. ■ [Ихсанбай:] Атаһының ҡартайған көнөндә тыртайыуы, аҡылдан яҙыуы ни тағы? Т. Ғарипова. [Рәшит:] Ниңә, шул тиклем тыртайырлыҡ һуҙ әйттемме ни [ҡатынҡайға ]? Б. Рафиҡов.
♦ Ҡартайғанда тыртайған оло кешенең үҙенә килешеп бөтмәгән эш-ҡылығына ҡарата әйтелә. □ На старости лет помешался. Р Шәйхулланың өр-яңы мотоциклға атланып ҡайтыуын кургәс: «Харап, килешә, тип беләлер инде, ҡартайғанда тыртайған», — тиештеләр ҡарсыҡтар. М. Садиҡова.
706