Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 707 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫРЫЗ
ТЫРТАН (Р.: окунь; И.: perch; T.: tatlısu levreği) и. диал. ҡар. алабуға 1.
Сәнске ҡанатлылар төркөмөнә ингән йәшкелт ала тәнле, ҡыҙыл ҡанатлы, һырты сәнскеле йыртҡыс балыҡ. □ Окунь (лат. Perea fluviatilis). Диңгеҙ тыртаны. Йылға тыртаны. Мурҙаға эләккән тыртан.
ТЫРТАНЛАҠ (Р.: назойливый; И.: fidgety; restless; T.: karışan (kimse) с. һөйл.
Тейешле-тейешһеҙ һүҙгә, эшкә ҡатышҡан, ҡатышырға әҙер торған. □ Назойливый, вездесущий. Тыртанлаҡ ҡыҙыҡай. Тыртанлаҡ булыу.
ТЫРТАНЛАУ (тыртанла-) (Р: подпрыгивать; И.: skip up; bob; T.: hoplamak) ҡ.
1. Тыртан-тыртан килеү. □ Подпрыгивать, ходить подпрыгивающей походкой. Тыртанлап атлау. Ашығып тыртанлап килеу. И [Тулыбай:] Әй, елбәҙәк, тыртанлап атлама, фонды боҙаһың! Д Бүләков.
2. Теләһә ҡайҙа йөрөп, бушҡа ваҡыт уҙғарыуға ҡарата әйтелә. □ Сновать. Тыртанлап йөрөу. ■ Башҡа әллә ниндәй уҙәк өҙгөс уйҙар килде: «Йөрөмә әле тыртанлап», — тип уҙемде тынысландырырға тырыштым. Ә. Бикчәнтәев. Балалар тыртанлап урамда йөрөгәнсе, исмаһам, уҡып, өйҙә ултырырҙар. һ. Дәүләтшина.
3. һөйл. Кемдер ҡыпанлап торғанда, түҙемһеҙлек күрһәткәндә әйтелә. □ Не сидеть на месте, ходить без необходимости; проявлять нетерпение. Тыртанлап ашығыу. ■ Пенсионер көйө тыртанлап йөрөгән атай ҡартласҡа форсат тейгәндә селек бәйләшкән, һалабаш һыҙырышҡан, тал ҡайыры әрсешкән саҡтар ҙа булды. С. Шәрипов. [Мәрйәм:] Тайфаны ебәрергә кәрәк, тыртанлап, майына сыҙаша алмай тора. Н. Ҡәрип.
ТЫРТАН-ТЫРТАН (Р.: звукоподражание быстрой подпрыгивающей походке; И.: hop! sound imitation word; T.: tıpış tıpış) оҡш.
Тиҙ-тиҙ генә баҫып, шәп атларға тырышҡанды белдерә. □ Звукоподражание быстрой подпрыгивающей походке. Тыртан-тыртан атлау. Тыртан-тыртан килеу.
ТЫРТ-МЫРТ оҡш. ҡар. тырҫ-мырҫ. Тырт-мырт йөрөу. И Гөлнара, тырт-мырт атлап, йоҡо булмәһенә инеп китте. Н. Му
син. «Фәрештә» тигәнде йәнә төртмә һуҙ тип ҡабул иткән Фазила, әлбиттә, тырт-мырт һөйләште. С. Шәрипов. Разыя инәй ейәненең һаман уҙһуҙлеләнеп тырт-мырт һөйләшеуен оҡшатмай, тиргәп ташланы. Ш. Янбаев.
ТЫРТ-ТЫРТ (Р: звукоподражание быстрой подпрыгивающей походке; И.: imitation word; T: tıpış tıpış) оҡш.
Шәп-шәп кенә баҫып, юртаҡлап атлағанды белдергән һүҙ. □ Звукоподражание быстрой подпрыгивающей походке. Тырт-тырт баҫыу. Тырт-тырт атлау. ■ [Фельдшер ] ҡурҡып ҡалманы: «Икенсе ҡулдарығыҙ менән телдәрегеҙҙе ҡыҫҡараҡ тоторһоғоҙ», — тип, тырт-тырт баҫып китеп тә барҙы. Р. Байбулатов. [Йомабай] Гөлйәуһәр әбейҙәрҙең өйҙәренә ҡарай тырт-тырт йугереп китеп тә барҙы. X. Кәрим. Нәфисә, упкәһен белдереп, ҡулындағы графинын һелкә-һелкә, тырт-тырт баҫып кабинеттан сыҡты. Д. Бүләков. Ана тырт-тырт ҡына юрта [Дәуләтбайҙың аты]. Б. Хәсән.
ТЫРТЫҠ (Р: худой, костлявый; И.: lean; bareboned; T.: çok zayıf) с.
1. Ныҡ ябыҡ, нәҙек кенә аяҡ-ҡуллы (кешегә ҡарата). □ Худой, костлявый. Тыртыҡ бала. ■ [Котлояр — Айбулатҡа:] Әллә теге приказчик — тыртыҡ ҡуянды һөйләйһеңме? Һ. Дәүләтшина.
2. диал. Оҙон буйлы, ябыҡ. □ Долговязый. Тыртыҡ егет. Тыртыҡ булыу.
ТЫРТЫҠАЙ (Р.: обидчивый; И.: touchy; squeamish; T: kırılgan) с. диал. ҡар. ҡылтым I.
Ҡапыл үсегеп, үпкәләп, ҡылтайып барыу-сан. □ Обидчивый. Тыртыҡай ҡыҙ. Тырты-ҡай холоҡ.
ТЫР-ТЫР (Р: подражание звуку, гулу мотора; И.: sound imitation word; T.: pat pat) оҡш.
Ҡалтырауыҡлы өҙөк-өҙөк тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку, гулу мотора. Тыр-тыр итеу. Тыр-тыр килеу. ■ Тыр-тыр трактор, һуҡа бабай, йыраҡ тор. Д. Юлтый.
ТЫРЫЗ I (Р: лукошко; И.: bast basket; T.: sepet) и.
23*
707