ТЫРЫЗ
1. Ҡапҡаслап, бау тағып, туҙҙан яһалған күнәсек һымаҡ һауыт. □ Лукошко, кузовок, короб (для ягод, грибов и т. д.). Бер тырыз бәшмәк. Тырызға бал һалыу. Туҙҙан эшләнгән тырыз. ■ Ҡайын туҙынан һырлап-семәрләп эшләнгән бәләкәй генә нәфис тырыз. Р. Байымов. Мәликә еңгәй юлға тип туҙҙан яһалған тырызға бер аҙ ғына май менән икмәк тә һалып ебәргәйне. Т. Хәйбуллин, һылыу ҡыҙҙар еләк йыя, тырыздарын элеп беләккә. Халыҡ йырынан.
2. диал. Айырған ҡортто ябып тороу өсөн ҡабыҡтан эшләнгән һауыт; моҙға. □ Роевня. Тырызға ҡорттарҙы ябыу. Ботаҡҡа эленгән тырыз.
ТЫРЫЗ II (Р: неподатливый; И.: unyielding; T.: inat eden) с. диал. ҡар. еңмеш.
Дөрөҫ булһа ла, булмаһа ла үҙ һүҙенән кире ҡайтмай талашыусан; үҙ һүҙле. □ Неподатливый, настырный. ■ Тырыз малай, Едренкиндың ситтән һөсләтеүен һиҙеп, һис тә сигенергә теләмәне, етмәһә, уның эргәһенә дуҫтары йыйыла башланы. Р. Байбулатов. Ул [капитан], бына һин ниндәй тырыз икәнһең тигән һымаҡ, күҙҙәремә оҙаҡ ҡына текләп торҙо. С. Поварисов.
ТЫРЫЛДАТЫУ (тырылдат-) (Р: вызывать тарахтение; И.: cause rattling; T.: pat pat ettirmek) ҡ.
Тыр-тыр иттереү. □ Вызывать тарахтение. Мылтыҡты тырылдатыу. К Айҙар иһә иҙәндә аунай-аунай автоматын тырылдата, ялтыраған уттың ҡайҙан сығыуын бик белгеһе килә ине. М. Ғиләжев. Айрат ҡатынына, балаларына бүләктәрен өләшеп бөтөүгә, Тимербай мотоциклын тырылдатып килеп тә етте. Б. Рафиҡов. Ул [Буранбай], машинаһын ҡаты тырылдатып, баҫыуға табан елдерҙе. Ф. Әсәнов.
ТЫРЫЛДАУ (тырылда-) (Р: тарахтеть; И.: rattle; T.: pat pat etmek) ҡ.
Тыр-тыр итеү, тыр-тыр килеү. □ Тарахтеть, трещать. // Тарахтение, треск. ■ Автоматтар бер нисә минут буйы туҡтауһыҙ тырылдап торҙолар ҙа ҡапыл тынып ҡалдылар. Ә. Байрамов. Ауыл яғынан ҡапыл пулемёт тырылдауы ишетелде. Р. Байымов. Ҡолаҡ ярып шаулап һәм тырылдап,
трактор кире китеп барҙы. Ә. Бикчәнтәев.
ТЫРЫМ-ТЫРАҠАЙ (Р: беспорядочно; И.: in disorderly manner; T.: düzensizce) р.
Тәртипһеҙ, тарау рәүештә. □ Беспорядочно, как попало. Тырым-тыраҡай йүгереп ҡасыу. Тырым-тыраҡай ултырыу. Тырым-тыраҡай сәселеп ятыу. ■ Кем йәшлектең тәуге ауыҙлыҡһыҙ ялҡынын тырым-тыраҡай туҙҙырып, елгә осороп бөтә, ул кеше бик иртә, буш сүлмәк һымаҡ, шыңғырап ҡала торғандыр. 3. Биишева. Алдар менән Сәйеттең улдары янындағы яугирҙар, күптән ҡамалып, тырым-тыраҡай туҙҙырылғайнылар инде. Ғ. Ибраһимов. Аҙбарҙы бөтөнләй ялҡын ҡаплап алды, йылҡы малы, ҡапҡаны ватып, тырым-тыраҡай сығып китте. Ж. Кейекбаев.
ТЫРЫШ (Р: старательный; И.: assidious; T.: çalışkan) с.
1. Һәр эште лә бөтә күңелен биреп ихлас эшләй торған. □ Старательный, усердный, прилежный. Донъя көтөүгә тырыш кеше. Уҡыуға тырыш бала. Эшкә тырыш булыу. * Фәтих ағай бөтә ауылда ихтирам ителгән тырыш, «етмеш төрлө һәнәрле» кеше булһа ла, башы, ғаиләһе нужанан сыҡманы. И. Абдуллин. Яңы килгән инженер Рәжәпов Юламановты яҡын итте, уның эш алымдары, тырыш булыуы уға оҡшай ине. Ғ. Аллаяров. Тырыш егет кешеләр өсөн иң кәрәкле, ауыр һәм почётлы юлды уҙенә һайлап алды. Ә. Байрамов.
2. Бөтә ихласлыҡты, мөмкинлекте биреп башҡарылған. □ Упорный, настойчивый, прилежный (о труде, деятельности). Тырыш хеҙмәт. М Фәхри күп саҡтарҙа Яҡупҡа ярҙам итә, айырыуса һуңғы ваҡыттарҙа тырыш хәстәрлек күрһәтә башланы. Б. Бикбай.
♦ Ҡара тырыш 1) һис бер ҡаршылыҡҡа ҡарамай, алдына алған эште башҡарырға тырышҡан. □ Старательный. Ҡара тырыш малай; 2) үҙ һүҙле, еңмеш. □ Своенравный. Ҡара тырыш булыу.
ТЫРЫШЛЫҠ (тырышлығы) (Р: старательность; И.: assiduity; diligence; T.: çalışkanlık) и.
708