Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 709 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫСҠАН КҮҘӘҮГЕС
Эшкә булған ныҡышмалыҡ, ихласлыҡ.
□ Старательность, старание, усердие, рьяность. Тырышлыҡ күрһәтеү. Тырышлыҡ менән еңеү. Тырышлыҡ менән алдырыу. ■ Тырышлығы менән гранит ташҡа ҡаҙаҡ ҡаға алыр егетте университет бер урынын бирмәй йөрөттө. М. Хәй. [Булат:] Бына Крузо, .. бер үҙе йәшәһә лә, тырышлығы арҡаһында астан үлмәгән. К. Кинйәбулатова. Мәктәп директоры Сәлимов ағай, балаларҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, уңыш, тырышлыҡ теләне. 3. Биишева.
ТЫРЫШМАЛ (Р.: капризный; И.: capricious; whimsical; fanciful; T.: kaprisli) с. диал. ҡар. ҡарышмал.
Кеше ыңғайына килмәй, гел ҡарышыу-сан; тиҫкәре, ҡарышҡыр (I). □ Капризный. Тырышмал булыу. Тырышмал бала.
ТЫРЫШМАН с. диал. ҡар. тырыш. Тырышман хәстәрлек. Тырышман хеҙмәт.
ТЫРЫШТЫРЫУ (тырыштыр ) ҡ. йөкм. ҡар. тырышыу, понуд. от тырышыу. Уҡырға тырыштырыу. Йәшәргә тырыштырыу. ■ Кистән үк әсәһе, барынса тырыштырып, Мусаҡайға ашарға төйнәне, .. йылы кейемдәр хәстәрләне. Б. Бикбай. «Ярай, ҡулдан, аҡылдан килгәнсә тырыштырырбыҙ, ағай», — тип ышандырҙы уҡытыусы. М. Кәрим. Тимерғәленең башында яңы таҡыя, ҡаталары майланған. Быны Сәғиҙә еңгә тырыштырғандыр инде. Һ. Дәүләтшина.
ТЫРЫШЫЛЫУ (тырышыл ) ҡ. ҡайт. ҡар. тырышыу 1, 2. возвр. от тырышыу 1, 2. ■ Баштараҡ күңелдә бер генә теләк ине: дошманды тиҙерәк еңеү өсөн нисек тә күберәк эшләргә тырышылды. А. Мағазов. Ер йән башына тигеҙ итеп бүленде, тырышылды, сәселде. Ф. Иҫәнғолов. Нәмәнең насарын алырға тырышылманы инде. һ. Дәүләтшина.
ТЫРЫШЫП-ТЫРМАШЫП (Р.: очень старательно; И.: very carefully, industriously; T.: çalışkan bir şekilde) р.
Бик ныҡ тырышып, бөтә көстө һалып.
□ Очень старательно, усердно. Тырышып-тырмашып уҡыу. Ш Бал ҡорттары кеүек тырышып-тырмашып эшләп ятҡан үҫмер
ҙәргә Саръян айырыуса яғымлылыҡ күрһәтте. Ә. Байрамов. Үс иткәндәй, Хәмит һаман тырышып-тырмашып юғары үрмәләй. Д. Бүләков. Аҡназар менән Гөлбөҫтан еңгәйҙең дә тырышып-тырмашып йомран, сиңерткә, ирлән кеүек иген ҡоротҡостары менән өҙлөкһөҙ көрәшеүҙәре арҡаһында арыш емерелеп үҫте. Ғ. Дәүләтшин.
ТЫРЫШЫУ (тырыш-) (Р: стараться; И.: take pains; try; T.: özenmek) ҡ.
1. Тырышлыҡ күрһәтеү. □ Стараться, проявлять старательность, усердие, усердствовать. Тырышып китеү. Тырыша биреү. Тырышып эшләү. ■ Өлкән лейтенант Фәтихов .. немец телен һыу кеүек эсә, тик ҡайһы бер һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә тырышып «көсәнә». И. Абдуллин. Атайҙарының йомартлығын баһалағандай, Йәмил дә, һылыуы Гөлгөнә лә тырышып ҡына уҡыны. Р. Байбулатов.
2. Ҡылымдың -ырға формаһына эйәреп, ниндәйҙер ынтылышты белдерә. □ Стараться, стремиться сделать, выполнить, совершить что-л. Тырыша төшөү. Барырға тырышыу. Белергә тырышыу. Китмәҫкә тырышыу. ■ Әбүбәкер ҡарт үҙен эре тоторға тырышты, төркөмдән ситкәрәк барып, күренеклерәк урынға баҫты. С. Агиш. Зәки Вәлиди хатты тотҡан көйө, башҡорт илендәге хәлдәрҙе күҙ алдына килтерергә тырышып, оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы. Р. Байымов. Сәйҙел шат булырға тырышты, уйнаны, көлдө, шаярҙы. Ғ. Сәләм.
3. диал. һүҙ көрәштереү. □ Спорить, пререкаться. Уҡытыусы менән тырышыу. Тырышырға яратыу.
ТЫСҠАН КҮҘӘҮГЕС (Р: обыкновен ная пустельга; И.: common kestrel; T.: bayağı kerkenez) и. диал. ҡар. торомтай.
Ыласындар ғаиләһенә ҡараған оҙон осло ҡанатлы, ҡыҫҡараҡ ҡойроҡло, күкшел буҙ һыртлы, ҡыҙғылт һары ҡорһаҡлы, кимереүселәр һәм бөжәктәр менән туҡланған ваҡ йыртҡыс ҡош. □ Обыкновенная пустельга (лат. Falco tinnunculus). Тысҡан күҙәүгес — бик йылғыр ҡош. Тысҡан күҙәүгес уртаса 16 йыл йәшәй.
709