ТЫСҠАН ҠАРАУЫЛСЫ
ТЫСҠАН ҠАРАУЫЛСЫ (Р.: лунь полевой; И.: dove-hawk; T.: gökçe tuygun) и. диал. ҡар. көйгәнәк 1,1.
Ата ҡоштоң төҫө аҡ буҙ, ҡанат остары ҡара булған, ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған йыртҡыс ҡош. □ Лунь полевой (лат. Circus cyaneus). Баҫыу тысҡан ҡарауылсыһы. Һаҙ тысҡан ҡарауылсыһы. Ялан тысҡан ҡарауылсыһы.
ТЫСҠАН СЫБЫҒЫ (Р.: чилига; И.: dwarf pea tree; T.: kısa boylu bezelye çalısı) и. диал. ҡар. селек 1.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған ваҡ япраҡлы, һары сәскәле, ҡуҙаҡ орлоҡло ваҡ ҡыуаҡ йәки ағас. □ Чилига (лат. Caragana frutex Koch). Тау тысҡан сыбығы. Ялан тысҡан сыбығы. Тысҡан сыбығынан яһалған һепертке.
ТЫСҠАН УТЫ (Р: светлячок; И.: glowworm; firefly; T.: ateş böceği) и. диал.
Төнөн быҙлап яҡтырып йөрөгән бәләкәй генә ҡуңыҙ. □ Светлячок (лат. Lampyridae). Тысҡан утының 2000-дән артыҡ төрө билдәле. Тысҡан утының оҙонлоғо 1,2 -1,8 см була.
ТЫСҠАН ЯҪТЫҒЫ (Р: табуированное название картофеля; И.: potato's taboo name; T: patatesin tabu ismi) и.
Картуфтың элекке исеме (уҙ исеме менән әйтеу тыйылған булған). □ Табуированное название картофеля. ■ Борон бәрәңгене тысҡан яҫтығы тигәндәр. Тысҡан яҫтығын ашарға ҡушманылар. Экспедиция материалдарынан.
ТЫСҠ-ТЫСҠ (Р: подражание звуку чавканья; И.: sound imitation word; T: şapır şupur) оҡш. һөйл.
Ҡуйы һыулы нәмәне баҫҡылағанда, иҙгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку чавканья, шлёпанья, хлюпанья. Тысҡ-тысҡ баҫыу. Тысҡ-тысҡ итеу. Еуеш балсыҡ тысҡ-тысҡ килә.
ТЫСҠЫЛДАТЫУ (тысҡылдат-) (Р: намасливать (обильно); И.: grease; lubricate; T: yağ sürmek) ҡ.
1. Ныҡ итеп майлау. □ Намасливать (обильно). Ҡоймаҡты тысҡылдатып майлау.
2. Тысҡ-тысҡ иттереү. □ Чавкать, хлюпать, шлёпать, издавать чавкающие, хлюпающие, шлёпающие звуки. Ҡамырҙы тысҡылдатып баҫыу. Тысҡылдатып һағыҙ сәйнәу. ■ Бәстәкәй, ялтанып, урә һикерҙе һәм яҙа ҡолап төшкән юлбаҫарҙың өҫтөнә тысҡылдатып баҫты. Б. Рафиҡов.
ТЫСҠЫЛДАУ (тысҡылда-) (Р: чавкать; И.: slurp; T: şapırdamak) ҡ. һөйл.
Тысҡ-тысҡ итеү, тысҡ-тысҡ килеү. □ Чавкать, хлюпать, шлёпать, издавать чавкающие звуки. Аяҡ аҫтындағы балсыҡ тысҡылдап ята. Ҡамыр тысҡылдап тора.
ТЫСҠЫЛТАҠ (Р: недопечённый (о хлебе)', И.: slack; T: çiğ) и. диал. ҡар. бысый 1.
Йәбешкәкләнеп, лысҡылдап торған (икмәккә ҡарата). □ Недопечённый, сырой (о хлебе). Тысҡылтаҡ икмәк. Тысҡылтаҡ бешеу.
ТЫСТЫЙ (Р: пескарь; И.: gudgeon; Т: dere kayası) и. диал. ҡар. ҡомай II.
Ҡара сыбар төҫтәге ваҡ йылға балығы; ҡомтөрткөс. □ Пескарь (лат. Gobio gobio). 15 см-ҙан да оҙонораҡ тыстый бик һирәк осрай.
ТЫСЫЛДАУ (тысылда-) ҡ. ҡар. тысҡылдау. Тысылдап тора. Батҡаҡ тыҫылдай.
ТЫҪЫЛДАУ (тыҫылда-) (Р: шипеть; И.: hiss; spit; whiz; T: tıslamak) ҡ.
«Тыҫҫ» итеү, «тыҫҫ» тигән тауыш сығарыу. □ Шипеть. // Шипение (о гусях, змеях и т. д.). Ҡаҙ тыҫылдай. Йылан тыҫылдай. Тыҫылдап тора.
ТЫҪЫР с. диал. ҡар. тын VI, 2. Тыҫыр бутҡа. Тыҫыр аш.
тыт тыт, тыт та тыт (Р: подражание звуку стрельбы; И.: sound imitation word; T: pat pat) оҡш.
Пулемёт атыуына оҡшаған өҙөк-өҙөк ҡаты тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку стрельбы (пулемёта и т. д.). Тыт-тыт итеу. Тыт та тыт пулемёт ата.
ТЫТЫЛДАУ (тытылда-) (Р: трещать; И.: crack; crackle; T.: pat pat etmek) ҡ.
1. Тыт-тыт итеү, тыт та тыт килеү. □ Трещать. Тытылдап тороу. Туҡтауһыҙ тытылдау. ■ Ҡуршеләге зениткалар тытылдай,
710