ТЫУАСАҠ
эргәлә генә ерҙе аяуһыҙ йолҡҡолап бомбалар ярыла башланы. Ш. Янбаев. Ҡул буйында фашистарҙың ике пулемёты туҡтауһыҙ тытылдай. Т. Сәғитов.
2. ҡар. тәтелдәү. ■ «Мин Зимфираға: әйҙә, Азамат менән килешегеҙ, тигәйнем дә, уның уйында ла юҡ», — тип тытылдай башланы ҡыҙ. Ә. Бикчәнтәев.
ТЫУ I (Р.: знамя; И.: banner; flag; T.: bayrak) и.
1. Һапҡа тағылған, билдәле бер төҫтәге киң туҡыма рәүешендәге рәсми билдә (дәу-ләт, ғәскәр йәки бер ойошмаға ҡарай); байраҡ. □ Знамя. Тыу аҫтына йыйыу. Тыу ҡаҙау. ■ [Башҡорттар] Бикләмеш атауында тыу ҡаҙап, көтөп яттылар. Д. Исламов. Яһауыл да, тыу ҙа — ныҡлы тәртип билдәһе, — тип маҡтаны Бәпәнәй Килмәкте. Б. Рафиҡов. Аҡтауҙағы иң бейек тубәнән был алышты куҙәтеп торған Рамғун батша тыу бәйләгән ҡолғаны кутәртте: был бөтә көстө һуғышҡа индерергә бирелгән әмер ине. 3. Ураҡсин.
2. диал. Карапты, кәмәне ел менән йөрөтөү өсөн махсус кирелгән туҡыма. □ Парус. Тыу ҡуйылған карап. Тыуҙы киреу.
3. кусм. Төп идея билдәһе. □ Знамя чего-л. Еңеу тыуы. Ирек тыуы. ■ Еңеу тыуын яулап алыу еңелдән булмаҫ. М. Кәрим.
ТЫУ II (Р: стадо; И.: herd, flock; T.: sürü) и. ҡар. туп III.
Хайуандарҙың, ҡош-ҡорттоң бер бөтөндө тәшкил иткән төркөмө. □ Стадо, стая животных, птиц. Йылҡы тыуы. Ҡош тыуы. ■ Сыйырсыҡтың тыуына яғылбайҙы сөйөгөҙ. «Урал батыр».
ТЫУ III (Р.: яловый; И.: dry; T: kısır) с.
1. Тоҡом килтермәгән, үрсем бирмәгән. □ Яловый. Тыу мал. ■ [Таибә — килененә:] [Аҡ һарыҡ] быйыл тыу ҙа йөрөнө, һимеҙ булыр. 3. Биишева. Малбай староста, эш бөткәс, бәләкәй генә байрам — бәйге һымаҡ нәмә яһарға, тыу бейә һуйырға вәғәҙә иткән. Б. Бикбай. Ҡуҙыйкурпәс туғыҙ йыл йөрөгән тыу бейәне һә тигәнсе тотоп ала. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
2. диал. Ире йәки ҡатыны үлеп, яңғыҙ ҡалған; тол. □ Вдовый, вдовствующий.
Тыу ир. Тыу ҡатын. ■ Әбей улде, бабай тыу ҡалды, ти. Әкиәттән.
3. Орлоҡ бирмәгән, орлоҡһоҙ, ҡыҫыр. □ Холостой, пустоцвет. Тыу йомортҡа. Тыу башаҡ. Тыу сәскә. ■ Был алмағастың бер генә сәскәһе лә тыу булманы шикелле. Ш. Янбаев. Емеш бирмәҫлек тыу сәскәгә генә бәрәбәр шул уның [сауҙагәр Сафагәрәй-ҙең] әлегеләй һөйләнеуҙәре. Б. Рафиҡов. [Һомай: ] Ҡош көйөмә ҡалырмын, тыу йомортҡа һалырмын. «Урал батыр».
4. Сәсмәй үҫкән. □ Дикий, выросший без посева. Тыу ашлыҡ. Тыу арыш. Тыу тары. ■ Биш йыл ташландыҡ баҫыуҙарҙа ла ҡотороп тыу арыш, тары уҫте был яҙҙа. Й. Солтанов.
ТЫУА. I (Р.: праправнук; И.: great-grandson; T: torun oğlu) и.
1. Бүлә йәки бүләсәрҙең улы. □ Праправнук.
2. Дүртенсе быуын балалар (бер-береһенә ҡарата), нимәрә. □ Дети четвёртого поколения. Тыуалары куп ине. Әсәйем Ишмөхәмәт Мырҙаҡаевтың тыуаһы ине.
ТЫУА. II (Р: болезнь; И.: disease; T: hastalık) и. иҫк. ҡар. ауырыу II, 1.
Организмдың ғәҙәти эшмәкәрлеге боҙолған хәл; һауһыҙлыҡ, сир. □ Болезнь. Әҫпе тыуаһы. Тыуа менән яфаланыу. • Эйәһеҙ мал тыуаһыҙ. Мәҡәл.
ТЫУАР (Р.: новотельная; И.: fresh; Т: yeni buzağılayan) с. диал.
Яңы ғына йәки тәүгә бәрәнләгән, быҙаулаған. □ Новотельная. Тәуге тыуар һарыҡ. Ике тыуар һыйыр. ■ [Баныу — Ҡара-һаҡалға:] Тыуар ғына тугел, йылҡы малын да куп юғалттыҡ. Б. Рафиҡов.
ТЫУА.РЫУ (тыуар-) ҡ. диал. ҡар. туғарыу 1,2. Атты тыу арыу. Эште тыу арыу.
ТЫУАСАҠ (Р: будущий; И.: future; prospective; T: gelecek) с.
Донъяла, алда буласаҡ, киләсәк. □ Будущий. Тыуасаҡ быуын. ■ Саръян уткәндәрҙе ныҡлап хәтерләргә лә, тыуасаҡ көндәр тураһында уйҙар даръяһына сумып хыялланырға ла өлгөрә алманы. Ә. Байрамов. Елбәҙәк ел, сәскәләрҙе һөйә-убә, иркәләй-тирбәтә уятып, тыуасаҡ таң юлына хушбуй бөркөп
711