ТЫУАСАР
сыға. 3. Биишева. Яңғыҙҡайын баҫыуында тыуасаҡ яңы көндәр тураһындағы уйҙарым һаман минән ҡалмайҙар. Ә. Вәли.
ТЫУАСАР (Р.: праправнучка; И.: greatgreat-granddaughter; T.: torununun kızı) и.
Бүлә йәки бүләсәрҙең ҡыҙы. □ Праправнучка. Тыуасарҙың ҡыуанысы. Тыуасарға тәғәйенләнгән ҡомартҡы. ■ Кинйәбикә Салауаттың улы Сөләймәндең ҡыҙы тип күрһәтелгән. Гөлсафия уның тыуасары булып сыға. 3. Ниғмәтйәнова.
ТЫУА ЯТ (Р.: пятое поколение (в системе родства); И.: fifth generation; T.: beşinci kuşak {şecerede) u.
Туғанлыҡ яғынан бишенсе быуынға сыҡҡан кеше. □ Пятое поколение (в системе родства). Шәжәрәләге тыуа яттар. Тыуа яттарҙың ҡатындары. • Тыуғандан тыуыр ейәнсәр, ейәнсәрҙән тыуыр бүләсәр, бүләсәрҙән тыуыр тыуасар, тыуасарҙан тыуыр тыуа ят, тыуа яттан тыуыр ете ят. Әйтем.
ТЫУҒАН (Р: родной; И.: native; Т: doğup büyüdüğü) с.
Тыуып үҫкән һәм йәшәгән. □ Родной. Тыуған ауыл. Тыуған ер. Тыуған йорт. Тыуған төйәк. Тыуған тупраҡ. ■ Фәтихов, бер аҙнаға отпуск алып, тыуған ауылына ҡайтып китә. И. Абдуллин. Урман тураһында уйланған һайын, Урал ҡыҙының йөрәге ярһыны, уйҙары тыуған төйәге менән барып тоташты. Ғ. Аллаяров. Үҫмерҙәр, тиҙерәк Сусаҡ тауына күтәрелеп, тыуған төйәктәренә бағып һоҡланыу өсөн, ашҡына-ашҡына юғарыға ҡарай атланы. Р. Байбулатов.
ТЫУҒАН ЕР и. ҡар. тыуған ил. Ризыҡлы, йомарт тыуған ер. Ғәзиз тыуған ер. ■ Ғәшиә бөгөн шулай уйлай: Ғәффән, бөтә үткәнен ташлап, яңы тормош башлаған икән, бында уның Ғәшиәгә булған тойғоларынан бигерәк тыуған ергә булған һөйөүе хәл иткән. Т. Килмөхәмәтов. Зәңгәр күк, моронлаған һары бойҙай өсөн, тыуған ер өсөн, еңеү өсөн .. йәшәргә, көрәшергә. 3. Ураҡсин. Донъяла тыуған ереңә ҡайтыуҙан да шатлыҡлыраҡ тағы ни бар икән? И. Абдуллин. • Туйған ерҙән тыуған ер яҡшы. Мәҡәл. Тыуған ерҙең туҙаны ла ҡәҙерле. Мәҡәл. Тыу
ған ерҙең әреме лә хуш еҫле. Мәҡәл. Тыуған ерҙәй ер булмаҫ, тыуған илдәй ил булмаҫ. Мәҡәл.
ТЫУҒАН ИЛ (Р: родина; И.: native land; birth-place; motherland; T: Vatan) и.
1. Тыуып үҫкән ер. □ Родина. Тыуған илгә хеҙмәт итеү. Тыуған илде яратыу. Я Борон «Башҡорт тауы» тип аталған мәғрур Урал — донъя яратылғаны бирле башҡорттарҙың изге төйәге, тыуған иле. Р. Байымов. • Тыуған ер — яҡын, тыуған ил — алтын. Мәҡәл. Тыуған илдән туйған юҡ. Мәҡәл. Тыуған илгә туғыҙ кил. Әйтем. Халыҡ йорто — Тыуған ил. Мәҡәл. Тыуған илдең ҡәҙерен ситтә йөрөһәң белерһең. Әйтем.
2. (баш хәреф менән) юғары. Ватан. □ Родина. ■ «Тыуған ил өсөн һөжүмгә!» — тигән команда артынан ут эсенә инеү, үлем аҫтында алға атлау — бына шунда ысын һалдат тормошо башлана. Ә. Бикчәнтәев. Ниндәй киң һәм матур ул минең Тыуған илем! Ғ. Аллаяров.
ТЫУҒАН ЙОРТ (Р: родной дом; И.: native home; T: baba evi) u.
1. Тыуып үҫкән атай йорто. □ Родной дом. Тыуған йорт йылыһы. Тыуған йорт нигеҙе. ■ Тыуған йортом! Юҡһынамын күшеккән саҡтарымда. Ҡ. Аралбай.
2. миф. Изге, мифлаштырылған, ҡурсалау көсөнә эйә булған өй. □ Родной дом (мифологизированное место).
ТЫУҒАН КӨН (Р: день рождения; И.: birthday; T: doğum günü) и.
Кешенең донъяға килгән көнө. □ День рождения. Тыуған көн байрамы. ■ Уның [Наиләнең] тыуған көнө, дөрөҫөн әйткәндә, ҡыш көнөнә тура килә, ләкин һуңғы йылдарҙа беҙ уны шулай йәй көнө үткәрергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. С. Агиш.
ТЫУҒАН ТУПРАҠ (тупрағы) и.
1. ҡар. тыуған яҡ. Тыуған тупраҡ ҡәҙере. Тыуған тупраҡ менән ғорурланыу. ■ Заман китер — тыуған тупраҡ ҡалыр. Г. Ситдикова. • Тыуған ерем — тыуған тупрағым. Әйтем. Тыуған тупраҡ һыуытмай. Әйтем.
2. миф. Изге ер. □ Святая земля. Тыуған тупраҡ шифаһы. ■ Олоғайғас, тыуған туп
712