ТЫУҘЫРЫУ
раҡ тарталыр инде, тыуған яҡҡа ҡайтҡы килә. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТЫУҒАН-ҮҪКӘН (Р.: родной; И.: native; own; T.: doğup büyüdüğü) с. йыйн.
Тыуып үҫкән. □ Родной. Тыуған-уҫкән ауыл. Тыуған-уҫкән яҡ. ■ [Миңһылыуҙың] ҡулына мандолина алып, дәртләнеп уйнап ебәргеһе, аҡҡош кеуек елпенеп, тыуған-уҫкән яҡтарына тиҙерәк осоп киткеһе килә. Ә. Байрамов. Эттең эте лә тыуған-уҫкән ерен ташлап китергә теләмәй бит! 3. Биишева. Эҫе яҡтарҙа, сит ерҙәрҙә ҡышлап ҡайтҡан ҡоштар тыуған-уҫкән илдәренә иҫән-һау ҡайтып етеуҙәренә ҡыуаныштылар. Д. Исламов. • Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-уҫкән ил артыҡ. Мәҡәл.
ТЫУҒАН ЯҠ (яғы) (Р: родной край; И.: native land; T.: vatan) и.
1. Кешенең тыуып үҫкән яғы. □ Родной край. Тыуған яҡ тәбиғәте. ■ Алдар батыр .. ҡаты яраланғандарҙы берәй кеше оҙаты-уында тыуған яҡтарына ҡайтарып ебәрергә ҡушты. Н. Мусин. Тағы ла тыуған яҡтары Ишбулдының куҙ алдына баҫты, ҡәҙерле лә, һағышлы ла куренештәр береһен-береһе алмаштырҙы. Ғ. Аллаяров. • Һыу — һыйған ярында, ир — тыуған яғында. Мәҡәл.
2. Мифлаштырылған, изгеләштерелгән ер. □ Родной край (мифологизированное место ).
ТЫУҘЫРЫЛЫУ (тыуҙырыл-) ҡ. төш. ҡар. тыуҙырыу, страд, от тыуҙырыу. Яҡшы шарттар тыуҙырылды. Ышаныс тыуҙырылды. Өмөт тыуҙырылды. ■ «Игебаевҡа яҡшы шарттар тыуҙырылды, әлбиттә, эшләр, тип әйтәсәктәрен көт тә тор», — тип фекер йөрөттө Камил. Ғ. Хисамов, һәм ҡаршы яҡ ҡапҡасы алдында бер нисә тапҡыр етди ҡурҡыныс тыуҙырылды. Н. Ҡотдосов.
ТЫУҘЫРЫУ (тыуҙыр-) (Р: рожать; И.: give birth; T: doğurmak) ҡ.
1. Донъяға килтереү; табыу. □ Рожать, рождать. // Рождение. Бала тыуҙырыу. ■ Ата-әсә тыуҙыра, уҫтерә балаларын, аяҡҡа баҫһындар, кеше булһындар тип тырыша, ә тормош тулҡыны уҙенекен эшләй, балиғ булыуҙарын да көтөп тормай, ала ла китә. А. Мағазов. Халыҡта шундай әкиәт бар:
имеш, төтөнө борлап торған тау ҡыуышы йыл һайын бер дейеу пәрейе тыуҙыра икән. Д. Бүләков. • Тыуҙырған әсә тугел, уҫтер-гән — әсә. Мәҡәл.
2. кусм. Барлыҡҡа килтереү, формалаштырыу. □ Создавать. // Создание. ■ Ҡыйыулыҡты ла, көстө лә тормош шарты уҙе тыуҙыра шул. 3. Биишева. Салауат Юлаев — һан яғынан ҙур булмаған халыҡтар тыуҙырған батырҙар араһынан иң куренек-леһе, — ти Тавасиев. В. Әхмәҙиев.
3. кусм. Ижад итеү, булдырыу. □ Создавать. // Создание. Артист тыуҙырған образ. Кеше аҡылы тыуҙырған техник ҡаҙаныштар. ■ Ә йыш ҡына тәуге осрашыу, тәуге минуттар иҫтә ҡала, фекер тыуҙыра бит. И. Абдуллин. Сәсәндәр тыңлаусының куңелен ауларлыҡ әҫәрҙәр тыуҙыра алғандар. Ғ. Амантай.
4. Ғәмәлдә бар итеү, булдырыу. □ Создавать, организовывать, обеспечивать. // Создание, организация, обеспечение. Эш шарттарын тыуҙырыу. ■ Мең йәһәннәм тыуҙырыр бер башҡорттоң ялҡыны; миллион ожмах яратыр бер Уралдың алтыны. Ш. Бабич.
5. Ниндәйҙер эш-хәлде килтереп сығарыу, уға сәбәпсе булыу. □ Порождать, вызывать. Уңайһыҙлыҡ тыуҙырыу. ■ Хәбәр һалдаттар араһында паника тыуҙырҙы. Д. Юлтый. Наилдың тәҡдиме класта ығы-зығы тыуҙырҙы. Р. Байбулатов. Фәриҙәнең .. яуабы коридорҙағы кешеләрҙә шау-шыу тыуҙырҙы. X. Зарипов. Ҡар бурандары само-лёттарҙы осошҡа әҙерләугә ҡамасауланы, аэродромды таҙартыу мәшәҡәтен тыуҙырҙы. А. Мағазов.
6. Ниндәйҙер уй-тойғо, хис уятыу, уға сәбәпсе булыу. □ Вызывать, пробуждать, вселять что. Дәрт тыуҙырыу. Ышаныс тыуҙырыу. ■ Гөлкәйгә Харис бабайҙың улар янында булыуы бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс, эштә дәрт тыуҙыра торғайны. Ғ. Аллаяров. Әйтер инең, Әхмәт, кемдәр һиндә яңы хис һәм уйҙар тыуҙырҙы. Ғ. Сәләм. Был елдәр — ноябрь елдәре — яңы өмөттәр тыуҙыра, яңы шатлыҡлы хәбәрҙәр килтерә ине. Ә. Бикчәнтәев. Гөлйөҙөмдә ҡарттың былай һуңға
713