ТЫУЫУ
ләктәре ташып торған Йәмил .. ваҡ-төйәк хөрәсәндәргә бирешерлек малай тугел ине. Р. Байбулатов. Берәу ҙә тыумыштан уҡ яҡшы йәки яман, аҡыллы йәки ахмаҡ булып тыумай бит инде ул. 3. Биишева. Ерҙең уҙ кусәре, орбитаһы булған кеуек, һәр кешенең дә тыумыштан барыр юлы билдәле булалыр ул. Д. Бүләков. Әҙәм балаһы тыумыштан маңлайына яҙғанды курмәй булдыра аламы. һ. Дәүләтшина.
ТЫУСА (Р.: корова (в возрасте от двух до трёх лет); И.: cow aged two to three years; T.: inek) и.
1. Ике йәштән өскә тиклемге һыйыр малы. □ Корова (в возрасте от двух до трёх лет). Тыусалар һимертеу. ■ Этҡол бай улының туйы өсөн, тәрән ҡыш уртаһы булыуға ҡарамайынса, ике тыу бейә, бер тыуса һимертте. Ғ. Дәүләтшин. Купме һыйыр, нисә тыуса, тана... Бөтәһен иҫәпләп-барлап тора ул [Аҫылбикә]. Ғ. Ибраһимов.
2. Ике йәше тулып, ҡыҫыр ҡалған (һыйыр, һарыҡҡа ҡарата). □ Двухгодовалая овца или корова, не давшие приплода. Я Мэхмут кәртә ҡапҡаһын япмай ҡуйып, урта бармаҡ кеуек ике тыусабыҙ сығып юҡ булды, куҙҙәй ҡарап торған өс тыу бейәбеҙ ғәйеп булғайны. Т. Хәйбуллин.
ТЫУСАБАЙ (Р: сын богача, живущий своим хозяйством; И.: son of a rich man living out his father’s farm; T.: zengin kimsenin oğlu) и. диал.
Байҙың башҡа сыҡҡан улы. □ Сын богача, живущий своим хозяйством. Тыусабайҙың мал-мөлкәте. Тыусабайҙың ғаиләһе. Тыу сабайға тәғәйенләнгән йорт.
ТЫУСАР БУЛЫУ (тыусар бул-) (Р: подтверждаться; И.: prove out; T.: doğru çıkmak) ҡ. диал.
Дөрөҫләнеү, ысынға килеү. □ Подтверждаться, оправдываться. Төшөм тыусар була. Һуҙем тыусар булды.
ТЫУСЫҠ (тыусығы) (Р: кобыла, ожеребившаяся на втором году; И.: mare foaling in the second year; T.: kulunlayan kısrak) и.
Ҡолонлаған байтал. □ Кобыла, ожеребившаяся на втором году, һуғымға тәғәйенләнгән тыусыҡ. Тыусыҡ һуйыу.
ТЫУҺЫРАУ (тыуһыра-) (Р: быть страстным (о молодой женщине); И.: be hot; T.: ihtiraslı olmak) ҡ.
Ир затына зарығыу. □ Быть страстным (о молодой женщине). Тыуһырап йөрөу. ■ [Катын:] Ағайың ире улгән Айбикәләргә барып ингән. Уныһы тәмләптереп сәй эсереп ҡайтарған. Тыуһырап йөрөгән йәш бисә ни. Ғ. Дәүләтшин.
ТЫУҺЫУ (тыуһы-) (Р: не забеременеть (о молодой женщине); И.: not to get pregnant; T: gebe kalmamak) ҡ.
1. Ауырға ҡалмау (йәш ҡатынға ҡарата). □ Не забеременеть (о молодой женщине ). Тыуһып йөрөгән ҡатын.
2. Түле бөтмәгән көйө быуаҙымай йөрөү (малға ҡарата). □ Не приносящий приплода (о скотине). Һыйыр тыуһып йөрөй.
ТЫУЫМ (Р: рождение; И.: birth rate; T: doğum) и.
Донъяға килеү, тыуыу. □ Рождение, рождаемость. ■ Бигерәк тә кешеләр, уларҙың тормошо, ҡылған эштәре, тыуым һәм улем хәлдәре уҙҙәренең мәғәнәһеҙлеге һәм рәхимһеҙлеге менән аптырата [кескәй ҡыҙҙы].
3. Биишева. Төрлөһө булды — улеме лә, тыуымы ла. Б. Рафиҡов. • Тыуымдан ҡалмаған улемдән ҡалмаҫ. Мәҡәл. Тыуым бар, улем бар. Әйтем. Тыуым көн һорап килмәгән кеуек, улем дә көн һорап килмәй. Мәҡәл.
ТЫУЫМ КӨНӨ и. диал. ҡар. тыуған көн. Тыуым көнөн билдәләу. Тыуым көнө менән ҡотлау.
ТЫУЫУ (тыу-) (Р: рождаться; И.: be born; T: doğmak) ҡ.
1. Донъяға килеү, донъялыҡта йәшәй башлау. □ Рождаться. // Рождение. ■ Ка-лала тыуып уҫеп, ул [Сергей] бығаса бер мәртәбә лә ат менеп ҡарағаны юҡ ине. И. Абдуллин. Өфөлә тыуып, Өфөлә уҫкән атаҡлы рус рәссамы Михаил Васильевич Нестеров исеменә арналған художество кургәҙмәһе асыласаҡ. С. Агиш. Бала, тыуғас, ҡаты ҡысҡырып ала, тиҙәр, тәуге һулышты, — бәлки, һәр саҡ шулай ауырҙыр башлап китеу яңы тормошто. Н. Нәжми. • Тыуыуына һөйөнмә, тороуына һөйөн. Әйтем. Тубылғынан өй булмаҫ, ҡолдан тыуған бей
715