Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 716 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫУЫШ
булмаҫ. Мәҡәл. Алып — инәнән, арғымаҡ бейәнән тыуыр. Мәҡәл.
2. кусм. Барлыҡҡа килеү, формалашыу.
□ Возникать, формироваться, рождаться. ■ Тыуҙы Башҡортостан, Уралында илһам уятып. Ғ. Рамазанов. Хыялымда тыуҙың һин минең. Ҡ. Даян. Бурылдың холҡонда, йөрөш-торошонда тулы уҙгәреш тыуҙы. С. Агиш.
3. Ижад һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеү.
□ Рождаться, создаваться, складываться, появляться. // Рождение, появление. Шиғыр тыуҙы. Яңы әҫәр тыуҙы. Я Ҡыуғынсылар араһында яңы йырсылар табылды, әлегә тиклем ишетелмәгән йырҙар тыуҙы. Ә. Вәли. Мең томдарҙа бөтмәҫ роман тыуа, ноталарға һыймаҫ тауыштар. Ғ. Сәләм. Ғәзиз йөрәгендә яңы шиғыр юлдары тыуҙы. Р. Ғабдрахманов.
4. кусм. Тормошта барлыҡҡа килеү, килеп сығыу (төрлө эш-хәлгә ҡарата). □ Возникать, появляться. // Возникновение, появление. Ауырлыҡтар тыуҙы. Тауыш-ғауға тыуҙы. Ҡайтырға мөмкинлек тыуҙы. Уҡыуҙа еңеллек тыуҙы. ■ Дурт көн элек өсөнсө фермала эпидемия ҡурҡынысы тыуҙы. И. Абдуллин. Тағы ла байтаҡ ауыр мәсьәлә килеп тыуҙы. С. Агиш. Һыйырҙар быҙаулай башлағас, йәш ҡыҙҙар өсөн уйламаған ауырлыҡтар килеп тыуҙы. Р. Байымов. Дәуләткә беренсе булып иген тапшырып, беренсе квитанцияны эләктереу өсөн һәйбәт мөмкинлек тыуҙы. Яр. Вәлиев. • Көслөләргә көн тыуған, көсһөҙҙәргә төн тыуған. Мәҡәл.
5. кусм. Күңелдә барлыҡҡа килеү, уяныу (хис-тойғоға, уй-фекергә ҡарата). □ Возникать, зарождаться (о чувствах, мысли). // Возникновение, зарождение. Ихтирам тыуҙы. Теләк тыуҙы. Уй тыуҙы. Һорау тыуҙы. Шатлыҡ хисе тыуҙы. ■ Нурҙа ҡапыл ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар тыуҙы: ғумерен армия менән бәйләп, ул яңылышманымы? А. Абдуллин. Ҡапыл боҙ өҫтөндә бейеу теләге тыуҙы. Р. Байбулатов. [Әнуәр] уҙенең йөрәгендә .. ниндәйҙер ҡайнар бер тойғо тыуғанлығын һиҙгәйне. Н. Асанбаев. Һолтанбайҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙы: нимә курһәтергә теләй әле был ерән? Н. Мусин.
6. Күк йөҙөнә күтәрелеү, ҡалҡыу (кук есемдәренә ҡарата). □ Восходить, рождаться (о небесных светилах). // Восход. Ай тыуҙы. Ҡояш тыуҙы. Я Бурәнәләрҙе санаға тейәп сығыуға ғына, тау артынан ҡыҙарып ҡояш тыуҙы. Ғ. Аллаяров.
7. Ваҡыты етеү, башланыу (ай, көн, йыл миҙгелдәренә ҡарата). □ Наступать (о единицах времени). Сентябрь тыуҙы. Яҙ тыуҙы. Яңы көн тыуҙы. Яңы йыл тыуҙы. Я Татлы уйҙар менән онотолоп уткән йәйге ҡыҫҡа төн артынан яңы көн тыуҙы. Ә. Байрамов.
♦ Аша тыуған бик шәп, бик яҡшы. □ Отличный, очень хороший. Я [Карас батыр:] Куп батырҙарҙы осраттым, ләкин Аҡса батыр һымаҡ ирҙе кургәнем юҡ. Аша тыуған батыр икән! Әкиәттән. Тыумаҫ борон ҡартайған дәртһеҙ йәштәргә ҡарата әйтелә. □ Очень инертный, пассивный (о молодёжи). Я Ғамир, тыумаҫ борон ҡартайып, мәшәуерәк егет булып уҫте. Б. Бикбай. Хәҙерге йәштәрҙе аңламаҫһың, тыумаҫ борон ҡартаялар. Р. Низамов. Уйнаштан тыуған 1) никахһыҙ тыуған; тыума. □ Незаконнорождённый, внебрачный (о ребёнке). Я Өйләнешеу — тапҡан баланы законлаштырыу, уны уйнаштан тыуған тип әйтмәһендәр өсөн генә уйлап сығарылған нәмә, тип уйлай инем. X. Ғиләжев. [Мулла:] Мин уйнаштан тыуған балаға исем ҡуша алмайым, ундай бала был ауылда булырға тейеш тугел. Ғ. Хәйри; 2) әрләгәндә әйтелә. □ Бранное слово. Я [Ғәриф — Ишйегеткә:] Ана, курҙеңме, кеше балаһы сабый саҡтан уҡ начальник була, ә беҙҙең уйнаштан тыуған... М. Ғиләжев. Яңы (йәки яңынан) тыуғандай (йәки тыуған кеүек) тәнгә, күңелгә ҙур еңеллек килгәндә әйтелә. □ Как новорождённый, как будто заново родился. Я Яңынан тыуғандай уҙгәреп ҡайтты Тәрәнйылғаға Камалетдин, ләкин элеккесә «иҫәпкә бар, һанға юҡ» булып йәшәргә теләмәне. Р. Байымов. Ҡайһы саҡта яҡын кешеңдең наҙы, ярашыуы ғына тугел, ә иғтибары, йөрәктән сыҡҡан йылы бер һуҙе лә бәғерҙе ҡуҙғата, яңынан тыуғандай итә тугелме? Ғ. Лоҡманов. Өҫтөнә таҙа кейемдәр кейенеп, .. янып-бешеп мунсанан сыҡҡас, [Хәсән] уҙен яңынан тыу
716