Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 717 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

тыш
ғандай хис итте. Ф. Әсәнов. Яңы {йәки бөгөн) тыуҙыңмы әллә ныҡ билдәле бер эш-хәлде белмәй аптырап ҡалған кешегә әйтелә.
□ Будто вчера на свет родился.
ТЫУЫШ I (Р.: наледь; И.: water over ice; T: buz üzerine çıkan su) и. һөйл. ҡар. шәре.
Боҙ өҫтөнә сыҡҡан һыу. □ Наледь (вода на поверхности льда). Тыуыш сығыу. Тыуыш кире туңған.
ТЫУЫШ II (Р.: восход; И.: sunrise; Т.: doğuş) и.
Көн тыуған яҡ; көнсығыш. □ Восход. Көн тыуышы.Ҡояш тыуышы. М Беребеҙ — көндөң тыуышында, беребеҙ — байыштарында. Халыҡ йырынан. Шунда [Белоретҡа] борҙо командаһын Сөләймән; Бәҙерғол — ҡояш тыуышына, Иван Грязнов тарафына. Ғ. Хөсәйенов. Көн тыуышында офоҡ шәмәреп алһыулана башлаған мәлдә ҡасҡыларҙың ҡуналҡаһы уратып алынды. Ә. Хәкимов.
ТЫУЫШ III и. диал. ҡар. тыумыш I, 1. Ауылдың төп тыуышы Имәнле йылғаһынан килеп сыға. Тыуышың менән ҡайҙан булаһың? Тыуышын яҡшы белә.
ТЫУЫШЛАУ (тыуышла-) (Р: образовать наледь; И.: appear over ice (of water); T: buzun üzerine suyun çıkması) ҡ. һөйл.
Боҙ өҫтөнә һыу сығыу; шәре ҡалҡыу.
□ Образовать наледь. Йылға тыуышлаған. Кул өҫтө тыуышлаған. Тыуышлап ятыу.
ТЫХТЫМАЛ р. диал. ҡар. тиктомалға. Тыхтымал ҡысҡыра башлау. Тыхтымал китеп барыу. Тыхтымал илау.
ТЫҺЫЛДАТЫУ (тыһылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. тыһылдау, понуд. от тыһылдау. Тыһылдатып ҡыуыу. Тыһылдатып ашыҡтырыу. Тыһылдатып сығып китеу.
ТЫҺЫЛДАУ (тыһылда-) (Р: тяжело и часто дышать; И.: pant heavily; T: ağır ve sık solumak) ҡ. һөйл.
Тынды ауыр алыу, аһылдау. □ Тяжело и часто дышать. ■ Ниғмәтулла .. тыһылдай-тыһылдай алға шыуышты. Я. Хамматов. Булманы, Емеш тыһылдап, баяғынан да нығыраҡ ҡыҙара буртенеп ултыра бирҙе.
3. Биишева.
ТЫҺЫЛДАШЫУ (тыһылдаш-) ҡ. урт. ҡар. тыһылдау, взаимн. от тыһылдау. Ты
һылдашып ултыралар. Тыһылдашып килеп инделәр. Тыһылдашып йугерәләр.
ТЫШ I (Р: обшивка; И.: outer side, siding; T: kaplama) и.
1. Нимәнелер бысраныуҙан, туҙыуҙан һаҡлау, йылылыҡ һ. б. өсөн өҫтән ябып, ҡаплап торған көп. □ Обшивка, обивка; переплёт, обложка, облицовка. Буҫтау тыш. Кун тыш. Бишмәт тышы. Китап тышы. Мендәр тышы. Я Сәғәттең тышы көмөш, өҫтө алтын һәм төрлө таштар менән биҙәкләнгән. Д. Юлтый. Бына бөгөн дә улар Ҡыҙырас менән [Юлдаш] икәуләп, аҫҡа аҡ кейеҙ, баш аҫтына эре биҙәкле ҡыҙыл сатин тыш кейҙерелгән ҙур яҫтыҡ һалып, икеһе бер юрған ябынып яттылар. 3. Биишева. Аҡ ҡуянҡай-ҙарҙан тун тектерҙем, тышҡынайын ниҙән тышлайым? Халыҡ йырынан.
2. Эске яҡҡа ҡаршы яҡ, нимәнеңдер өҫтө, йөҙ яғы. □ Внешняя, наружная сторона. / Внешний, наружный. Сынаяҡтың тышы биҙәкле. Тыш яҡ. Я Сергей, сумкаһынан конверт сығарып, уның эсенә һиҙҙермәй генә утыҙ һумлыҡты тыҡты ла, тышына уҙенең адресын яҙып, уҫмергә һондо. И. Абдуллин. Конверт тышындағы асыҡ төшмәгән почта печатын .. саҡ айырып була. Б. Бикбай. Мейес баҙлап, тыштан ҡып-ҡыҙылға әйлән-гән. Әкиәттән. • Майлы сулмәк тышынан билдәле. Мәҡәл.
3. Йорт, өй эсенә ҡаршы ҡуйыу рәүешендә әйтелә; асыҡ һауа, урам. □ Двор, улица. Булмәнән тышҡа сығыу. Тышта тороп ҡалыу. Тыштан бикләу. Тыш яҡ. Я Тышта ғына тугел, өй эсендә лә ҡоро нәмә ҡалмаған. Т. Йәнәби. Тышта шығырлап ҡапҡа асылғаны .. ишетелде. С. Агиш. Тышта шаулашҡан тауыштар ишетелде, һәм бер аҙҙан өйгә Әхнәф менән Ғәләуи килеп инде. Ғ. Аллаяров.
4. Ниндәйҙер сик менән билдәләнгән, айырымланған ил, ойошма, төркөмдөң һ. б. икенсе яғындағы, унан ситтәге урын. □ Внешняя, наружная сторона, окрестность. / Внешний, наружный. Кала тышындағы йорттар. Я Халыҡты, курәһең, комбайндарҙан иген ташыусы машиналар алып килгән, ана, улар кәртә тышында туҡтаған. Р. Байымов. Ил сигендә дан алған, ил
717