Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 718 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

тыш
тышында һан алған .. сәсәнгә тиң кем булһын?! Ҡобайырҙан.
5. Кешенең кисерештәре сағылған йөҙө, ҡиәфәте. □ Внешность, наружность, внешний вид. Асыуҙы тышҡа сығармау. ■ Ә Рафиҡ Ғиниәтович нимә уйлағанын шунда уҡ тышҡа сығарып бармай, тәуҙә өнһөҙ ҡала. Р. Байбулатов. Мырҙабайҙың төҫө боҙолоп, асыуы тышҡа сыҡты. Р. Байымов. Әсем — ялҡын, тышым — һалҡын, белгертәһем килмәйҙер. Халыҡ йырынан.
♦ Тышҡа сығыу ярау итеү өсөн сығыу.
□ Справить нужду. Тыштан ялтырай, эстән ҡалтырай ике йөҙлө кешегә ҡарата әйтелә.
□ Снаружи блестит, внутри дрожит (о лицемерном человеке). Эсендәге тышында уй-кисерештәрен йәшермәгән асыҡ күңелле кешегә ҡарата әйтелә. □ соотв. Душа нараспашку.
ТЫШ II (Р: вне; И.: out of; extra; T.: hariç) бәйл.
1. Сығанаҡ килештәге исемдән һуң килеп, нимәнеңдер иҫәбенә инмәгәнлекте белдерә. □ Вне, вне-, сверх, кроме. Норманан тыш. Пландан тыш. Кластан тыш эш. Ғәҙәттән тыш. Саманан тыш. Пһпаттан тыш алынған хеҙмәткәр. ■ Министр урынбаҫары кеуек ҙур урында ултырған кешенең саманан тыш иғтибары тәуҙәрәк йәш инженерҙы ныҡ ҡына уңайһыҙландырһа ла, тора-бара ул быға кунекте. Ә. Вәли. • Боронғолар һуҙе китаптан тыш тугел. Мәҡәл.
2. Кем йәки нимәнеңдер ҡатнашлығынан башҡа булғанды белдерә. □ Помимо, кроме. Ихтыярҙан тыш. Кешенең теләгенән тыш. Һинең теләгеңдән тыш бер ни ҙә эшләй алмайым.
ТЫШАЛЫУ (тышал-) ҡ. төш. ҡар. тышау I. страд, от тышау I. Тышалған ат. Тышалған һыйыр. Тышалып, атлай алмау.
ТЫШАМЫШ (Р: закрепление для соединения двух плотов; И.: lashing; furling; T.: halat) и. диал.
1. Ике һалды тоташтырып бәйләгән нығытма. □ Закрепление для соединения двух плотов. Тышамыш менән тоташтырыу, һалдың тышамышы өҙөлөргә тора. Тышамышы ныҡ.
2. Тәртә төбө. □ Закрутка. Тәртә тышамышы. Тышамышы һынып сыҡты. Тышамы-шына ҡайыш уралған.
3. Кешән. □ Путы для стреноживания лошади. Тышамыш өҙөлөу. Тышамышын ҡырҡыу. Тышамышты бәйләп ҡуйыу.
ТЫШАТЫУ (тышат-) ҡ. йөкм. ҡар. тышау I. понуд. от тышау I. Атты тышатыу. Тышатып ҡуйыу. Тышатып алыу.
ТЫШАУ I (тыша-) (Р: спутать (животных); И.: tether; T.: kösteklemek) ҡ.
Ситкә китмәһен өсөн, малдың ике алғы аяғын, ара ҡалдырып, ҡуша бәйләү. □ Спутать, спутывать, стреножить (животных). Атты тышап ҡуйыу. ■ [Юлсы] уләндең иң яҡшы еренә алып барып, билғауы менән атын тышаны. И. Көҫәпҡол. Алыҫта, әрә-мә буйында, ауылдан ат ашата килеусе малайҙар тышап ебәргән аттарҙың тоноҡ ҡына сыҡҡан ҡыңғырау тауыштарынан башҡа бер нәмә лә ишетелмәне. Ж. Кейекбаев. Йөрөй торғас, бер кәбән янына барып сыҡтым да, шунда ҡунырға уйлап, атты тышап, уҙем кәбәнде ҡаҙып, бесән аҫтына инеп яттым. М. Ғафури.
ТЫШАУ II (Р: путы; И.: tether; T: köstek) и.
1. Малды тышай торған бау. □ Путы. Ҡайыш тышау. Сус тышау. Ҡыл тышау. Тимер тышау. Ҡыҫҡа тышау. ■ Туғайҙа бышҡыра-бышҡыра улән ашап йөрөгән аттың тышауын сисеп, [Хажисолтан] һыбай атланды. Я. Хамматов. Икенсе бер ваҡыт беҙгә яҡын ғына бер куршебеҙҙең яңы өй бураһы эргәһендә уйнап йөрөгән саҡта, Шәрәф ағай ат тышауы тотоп тыҡрыҡтан килеп сыҡты. Ф. Чанышева. Ат .. аяғындағы тышауҙарын, башындағы йугәндәрен өҙгәләп бөттө, ти. Әкиәттән.
2. миф. Кешенең эшенә, юлына тотҡарлыҡ, кәртә мәғәнәһенә эйә булған предмет. □ Путы (мифологизированный предмет, связан с обрядом разрезания пут). ■ Табылған тышауҙы алырға ярамай, уҙ юлыңды тышайһың. Экспедиция материалдарынан.
♦ Тышау буйы ҙур булмаған ара. □ Сравнительно небольшое расстояние. ■ Ҡояш байырға тышау буйы ҡалғанда, ширләгәнсе
718