Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 719 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

тышҡы
һурпа эскәндән һуң ҡәҙимгесә ипкә ингән егеттәр, ике-өс сәғәт эсендә ташҡын мәкеренән, ҡурҡыуҙан һәм ҡаты һыуыҡтан бер нисә йылға олоғайып киткәндәй бөкрәйеп, тауға үрләйҙәр ине. А. Абдуллин. Бауырһаҡ эргәһенә ҡаҡлаған ҡаҙ менән бер кәстрүл сейәле майҙы йәтешләп ҡуйып, Гөлниса инәй йәшникте ҡаҙаҡлауға, ҡояш тышау буйы күтәрелеп өлгөргәйне инде. Р. Ғабдрахманов. Тышауы оҙон тотанаҡһыҙ, тыйнаҡһыҙ. □ Невыдержанный, несдержанный; распущенный, развязный. Я Сепаратҡа барғанда, уныһының [ҡыҙҙың] тышауы оҙон, йөрөм-тәгерәк нәмәкәй икәнен дә ишетеп ҡайтҡайным. И. Ғиззәтуллин.
ТЫШАУ БЫУЫНЫ (Р: путовый сустав; И.: tether joint; T.: köstek oynağı) и.
Хайуандарҙың аяҡтарындағы, мөйөш яһап артҡа сығып торған быуын. □ Путовый сустав. Аттың тышау быуыны, һыйырҙың тышау быуыны. Тышау быуыны йәрәхәтләнеү.
ТЫШАУ КИҪЕҮ (Р: снимать мифические путы с ребёнка; И.: kind of Bashkir mythical rite; T.: köstek kırma töreni) и. этн.
Баланың мифик тышауын ҡырҡыу. □ Снимать мифические путы с ребёнка. ■ Бала тышаулы булған, тышауын киҫәбеҙ тип, тышау йолаһы атҡарғандар. «Башҡорт мифологияһы»нан. [Гел генә һөрөнөп йығылған баланы] ҡотҡарыу өсөн, баланы тышап, бото араһынан өс тапҡыр тышау киҫергә кәрәк. Р. Һаҙыева.
ТЫШАУ ҠЫРҠЫУ (тышау ҡырҡ-) ҡ. миф. ҡар. тышау киҫеү. Я Ҡамыт аяҡлы балаға, үлән тышау яһап, тышау ҡырҡыу йолаһы атҡарғандар. «Башҡорт мифологияһынан. Бала оҙаҡ атламаһа, уның тышауын ҡырҡалар. Ф. Хисамитдинова.
ТЫШАУЛАУ (тышаула-) (Р: спутать;
И.: tether; T.: kösteklemek) ҡ.
1. Аттың һ.б. аяҡтарын тышау менән бәйләү. □ Спутать, спутывать, стреножить. Тышаулап ҡуйыу. Я Туғай ситендәге кәбән янына кире әйләнеп килеп, Сергей аттан төштө һәм, уны бер нисә минут аллы-артлы йөрөткәндән һуң, тышауланы ла, кәбән төбөнә ултырып, талған аяғын яҙҙы. А. Абдул
лин. Сәләхетдин аттарын, һабандан сығарып, урман ҡултығына тышаулап ебәргән. Ә. Хәкимов.
2. күсм. Эшкә, хәрәкәткә тотҡарлыҡ яһау, ҡамасау итеү. □ Связывать по рукам и ногам. Бәләкәй бала тышаулап ҡуя шул, бер ҡайҙа ла барып булмай.
ТЫШАУЛЫ (Р: стреноженный; И.: tethered; T.: köstekli) с.
Аяғына тышау һалынған, тышауланған.
□ Стреноженный, спутанный. Тышаулы мал. Тышаулы ат.
ТЫШАУ ҺАЛЫУ (тышау һал-) (Р: спутать; И.: tether; T.: kösteklemek) ҡ.
Аттың аяғын тышаулау. □ Спутать, спутывать, стреножить. Атҡа тышау һалыу. Тышау һалып ебәреү. Тышау һалып бикләп ҡуйыу.
ТЫШ БЕЙӘЛӘЙ (Р: верхонки; И.: mittens; T.: eldiven) и. диал.
Йөн бейәләй һыуланмаһын өсөн өҫтөнән кейелгән туҡыма йәки брезент бейәләй.
□ Верхонки. Тыш бейәләйем еүешләнгән. Тыш бейәләй кейеү. Тыш бейәләйҙе бәйләп ҡуйыу.
ТЫШҠАРЫ (Р: наружу; И.: outwards; T.: dışarı) р. диал.
Эстән тышҡа табан. □ Наружу. Тышҡа-рыраҡ сығар был итегеңде. Тышҡары сығарып ҡуйыу. Тышҡары бәйләү.
ТЫШҠУСАҠ (тышҡусағы) (Р: летний очаг на дворе; И.: summer hearth (in a yard); T.: köz ocağı) и. диал.
Йорттағы йәйге усаҡ. □ Летний очаг на дворе. Тышҡу саҡҡа яғыу. Тышҡусаҡҡа ҡаҙан аҫыу. Тышҡусаҡта аш бешереү.
ТЫШҠЫ (Р: внешний; И.: outer, outward; T.: dışarıdaki) с.
1. Өҫтән ҡаплап торған, кәпләгән; өҫкө.
□ Внешний, наружный, верхний. Тышҡы кейем. Тышҡы ҡабыҡ. Я Бында [өйҙә] тышҡы, эске кейем дә, итек, сылғау ҙа — ғөмүмән, һиңә кәрәктең барыһы ла бар. X. Мохтар.
2. Нәмәнеңдер өҫкө йөҙөнә мөнәсәбәтле.
□ Внешний, наружный. Тышҡы үҙгәреш. Тышҡы матурлыҡ. Я Кеше үҙенең тәбиғәте менән бик ҡатмарлы, уның тышҡы күренешенән тыш эске донъяһы бар. М. Тажи. Камил абзыйҙың тышҡы күренеше лә һәй
719