Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 720 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫШҠЫ БАҘ
бәт кенә: костюм, галстук, елкәһенә төшөп торған ҡара сәс... 3. Биишева. Уның [Абдрахмандың] бөтә донъяһын, уй-хисен Мар-гаританың матур тышҡы ҡиәфәте, алһыуланып янған соҡорло ике бите, зәп-зәңгәр ҙур күҙҙәренең серле ҡарашы солғап алғайны. Р. Өмөтбаев.
3. Йорттоң, өйҙөң тыш яғындағы, урам яҡтағы. □ Внешний, наружный, лицевой. Өйҙө тышҡы яҡтан һылау. ■ [Ғамир] тышҡы утлыҡсаларға һарай башынан бесән ауҙарҙы. Б. Бикбай. Мәүсилә, керештән осҡан уҡмы ни, әллә ни арала ҡапҡаның тышҡы яғында ине инде. Д. Бүләков. Маһинур, инәһен уятмай ғына сығып, һыйырын һауып килде, сәй ҡайнатты, тышҡы усаҡҡа яғып, табала ҡоймаҡ шыжлатты. Т. Ғарипова. Киң тәҙрәләрҙең тышҡы ҡапламаһы матур итеп һырланған, тәҙрә баштары тишекләп-селтәрләп ҡуйылған, күҙ яуын алып тора. Н. Мусин.
4. Сит ил менән аралашыуға бәйле. □ Внешний, зарубежный. Тышҡы баҙар. Тышҡы сауҙа. Тышҡы сәйәсәт. ■ [Халиҡов] башҡорт хөкүмәте исеменән тышҡы бәйләнештәр тураһында һөйләшеүҙәр алып барырға хоҡуҡлы булыуын раҫлаған мандатын күрһәтте. Р. Байымов.
ТЫШҠЫ БАҘ и. диал. ҡар. мөгәрәп. Тышҡы баҙ эшләү. Картуфты тышҡы баҙҙа һаҡлау. Тышҡы баҙҙы асыу.
ТЫШҠЫ ИШЕК (ишеге) (Р: наружная дверь; И.: outer door; T: dış kapı) и. диал.
Йортҡа сыҡҡан ишек. □ Наружная дверь. ■ Тышҡы ишек асылып ябылғандан һуң, Әҡлимә әллә күпме ваҡыт бүлмә уртаһында һыны ҡатып баҫып торҙо ла, әллә үҙенең алданғанын аңлауҙан, әллә ғәрләнеүҙән үкһей башлап, диванға барып ауҙы. X. Зарипов. Ишмәмәт өйгә инеп барғанда, тышҡы ишектә Сәлимә күренде. А. Карнай. Тышҡы ишеккә элгес һалып кергәндә, Әхәт менән Мәрҙәнә өҫтәл янында баҫып торалар ине.
А. Мағазов.
ТЫШҠЫ ЯҠ БАҪҠЫС и. диал. ҡар. күтәрмә II. Тышҡы яҡ баҫҡысҡа менеү. Тышҡы яҡ баҫҡыста тороу. Тышҡы яҡ баҫҡысты эшләү.
ТЫШЛАНЫУ (тышлан-) ҡ. төш. ҡар. тышлау, страд, от тышлау. Тышланған китап. ■ Рөстәм .. ҡыҙыл ебәк менән тышланған бик матур блокнот алды. Ә. Вәли. Хатта өҫтәлдәге посылка йәшниге лә, ентекләп тышланғанлыҡтан, үҙенә бер йәм өҫтәгән кеүек. Р. Ғабдрахманов.
ТЫШЛАТЫУ (тышлат-) ҡ. йөкм. ҡар. тышлау, понуд. от тышлау. Тунды тыш-латыу. Тышлатып алыу. Тышлатырға биреү.
ТЫШЛАУ (тышла-) (Р: обшивать; И.: make a siding; T.: örtmek) ҡ.
Тыш ҡуйыу, тышлыҡ кейҙереү. □ Обшивать, покрывать чем (одежду); переплетать. Тышлап алыу. Тышлап бөтөү. Дәфтәр тышлау. Тун тышлау. Бейәләй тышлау. ■ Иптәштәре килгәндә, Булат китап тышлап маташа ине. 3. Хисмәтуллин. Ул бетеүҙәрҙе ҡатындар, әбейҙәр, өскөл итеп күн менән тышлап, китәһе кешеләрҙең муйындарына, түштәренә таҡтылар, ҡайһы берәүҙәр күлдәк иҙеүҙәренә ҡуша тектеләр. Ж. Кейекбаев. Руль артында зәңгәрһыу материя менән тышлап тегелгән еңелсә һырма өҫтөнән өр-яңы, шундай уҡ зәңгәрһыу комбинезон кейгән егет ултыра ине. Ә. Вәли.
ТЫШЛЫ (Р: обшитый; И.: covered with; T.: örtülü) с.
Тыш менән кәпләнгән, тышлығы булған. □ Обшитый. Буҫтау тышлы толоп. Күн тышлы китап. ■ Эсле лә тышлы бәрән тун әсәйемә булһын минән һуң. Сеңләүҙән. Шул көндән алып уның [Сашаның] йөрәге менән йәнәшә, һул кеҫәлә, көмөш тышлы билет ята. Ә. Бикчәнтәев.
ТЫШЛЫҠ I (тышлығы) (Р: ткань для обивки; И.: cloth for covering; T: dışlık) и.
Нимәнелер тышлауға, кәпләүгә тәғәйенләнгән нәмә. □ Ткань, материал для обивки (материя на верх чего-л., отрез для верха). Китап тышлығы. Тун тышлығы. ■ [Мендәрҙәргә] берәр ҡат тышлыҡ алһаңсы. Ғ. Дәүләтшин. Кунаҡтар хаттат өләшкән бүләктәрҙе ике ҡуллап ҡабул итеп, йомшаҡ тире тышлыҡтарын һаҡ ҡына һыйпанылар, эсен асып, ундағы ҡыҙыл, зәңгәр буяуҙар менән һүрәтләнгән баш хәрефтәрҙе, улар
720