Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 72 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАБЫШ
(выражает неодобрение, неприятие к словам и действиям кого-л.). Тапҡан урын! Таптың эш! Таптың әйтер һуҙ! Таптылар сәбәп!
7. Эйәһеҙ йәки файҙаланылмай ятҡан нәмәгә осрау, юлығыу, уны күреп алыу. □ Находить, обнаруживать. // Обнаружение, приобретение (какого -л.) предмета. Урамдан аҡса табыу. Юлдан алтын балдаҡ табыу. ■ Аҡсарлаҡлы кул буйында табып алдым бер ҡанат. 3. Әхмәтйәнова.
8. Осратыу, тап килтереү. □ Находить, встречать. Яҡташтарҙы табыу. Туғандарҙы табыу. ■ Ҡуп илдәрҙә йөрөнөм, уҙ илемдәй илдәр тапманым. Халыҡ йырынан. Фән донъяһында уҙеңә фекерҙәш табыу — тауҙай ҡом-таш араһынан йоҙроҡтай алтын табыуға бәрәбәр. Л. Якшыбаева.
9. Эшләп, көс түгеп алыу, матди байлыҡ булдырыу. □ Добывать (средства), нажить (богатство, имущество), зарабатывать. Тапҡан аҡсанан ҡәнәғәт булыу. Аҡса табырҙай ир.
10. Кемдәлер йәки нимәләлер ниндәйҙер бер үҙенсәлек күреү, уны таныу. □ Находить, обнаруживать что-л. // Обнаружение (чего-л.). Йырҙан ләззәт табыу. Эштән тәм табыу. Етешһеҙлектәр табыу. ■ Өйҙөң һис кенә лә ҡото юҡ, табырмын тимә толҡа. А. Игебаев.
11. Төшөм килештәге эйәлек ялғаулы исемдәргә эйәреп, нимәнелер ғәмәлдә бар итеү, булдырыу тигән төшөнсәле һүҙбәйләнеш яһай. □ Находить. Эштең яйын табыу. Кешенең куңелен табыу.
12. Сифат йәки рәүеш мәғәнәһендәге һүҙҙәргә эйәреп, ниндәйҙер эш-хәл, һүҙгә ҡарата тыуған фекерҙе билдәләй. □ Находить, считать; полагать, быть при определённом мнении; решать. Кэрэк(ле) тип табыу. Тейеш(ле) тип табыу. Яҡшы тип табыу. ■ Шулай ҙа Нуриханов дуҫына упкәһен белдереп ҡуйырға кәрәк тапты: «Ә һин алдан белгәнһең, миңә әйтмәгәнһең дә...» Д. Бүләков.
13. Донъяға килтереү (баланы), тыуҙырыу. □ Рожать. Ҡыҙ табыу. Ул табыу. Дурт ҡыҙ тапҡан. ■ [Биби] ирҙән уңмай, Ғәтиәт, Хисмәт исемле ике малай тапҡас, ҡапыл
у леп китә. Б. Бикбай. • Яңғыҙ булыр егеткә бала тапмаҫ ҡатын тап булыр. Мәҡәл.
♦ Көйөн табыу ыңғайына тороп, кәйефен күтәреү. □ Находить подход к кому-л. • Көйһөҙ кейәуҙең көйө табылмаҫ. Мәҡәл. Күкрәк көсө менән табыу үҙең эшләп, үҙ көсөң менән булдырыу. □ Добывать своим трудом. ■ Аталарҙан ҡалған, ай, ир бала кукрәк көсө менән мал таба. Халыҡ йырынан. Күңел асҡысын табыу кемдеңдер йөрәгенә, уй-хистәренә юл табыу. □ Находить доступ (ключ) к сердцу кого. ■ Һөйләшергә, был кешенең куңел асҡысын табырға кәрәк, тип уйланы Хаммат. 3. Биишева. Тапҡанын эттән <ашатыу>, арҡаһын беттән ашатыу тапҡан малын үҙе файҙалана алмай, яр-лынан-ярлы, йонсоу йәшәү. □ соотв. Что положишь в мешок, все вывалит. ■ [Мәғфу-рә:] Ҡәйнешкәйем, инде элекке йылдарҙағы кеуек, тапҡаныңды эттән ашатып, арҡаңды беттән ашатып подпаскала йөрөмә. Кө-төуҙе уҙеңә ал да ни тапҡаныңды туплай бар. һ. Дәүләтшина. Уртаҡ тел табыу кемдер менән һөйләшеп килешеү, бер фекергә килеү.
□ Находить общий язык. ■ Тик Шәукәтов менән уртаҡ тел табып булмай. М. Кәрим. [Ниғмәтулла] старателдәр менән дә уртаҡ телде еңел таба. Эш рәтен дә белә. Я. Хамматов. Үҙеңә {йәки ултырыр) урын тапмау ныҡ тулҡынланыуҙан, тәрән кисерештән ни эшләргә белмәү. □ Не находить себе места; испытывать сильное волнение. Үҙе тапҡан, үҙе ҡапҡан тапҡандың файҙаһын күреү.
□ Получать выгоду, прибыль от нажитого. Эҙләгәнен тапты {йәки тапҡан) тәртибе, тәрбиәһеҙлеге менән бәләгә тарығанда шелтәләп әйтелә. □ Получил по заслугам (выражение злорадства ).
ТАБЫШ (Р.: прибыль; И.: gain, profit; T.: kâr) и.
1. Түгелгән көс йәки аҡсанан килгән өҫтәлмә файҙа, төшөм. □ Прибыль, дивиденд. Саф табыш. Табыш алыу. Ҙур табыш бирсу. ■ Яҡшының сауҙаһында һағыш булмаҫ, сауҙаһында ямандың табыш булмаҫ. М. Аҡмулла. [Аҡбулат] монгол курәненә ут һалып, бай табыш алып, ҡапыл ғына юҡҡа сыҡты. Р. Байымов. Әлеге леспромхоздарҙа заманса
72