ТӘБИҒИ
туральный. Тәбиғи шарттар. Тәбиғи аҙыҡ. Тәбиғи газ. Тәбиғи көтөүлек. Тәбиғи төҫ. Тәбиғи һайланыш. Урман — тәбиғи байлыҡ. ■ Тәбиғи тәмләткес — йәш оҫҡон турап һалыу ҙа уны [сел һурпаһын] үтемлерәк итте. С. Шәрипов. Ошо крайҙың, шул иҫәптән Башҡортостандың, географик хәле, тау-урмандары, йылға-кулдәре, дала-яландары, тәбиғи байлыҡтары, кейек-ҡоштар донъяһы, аҫыл таштары, ер аҫты хазиналары тураһындағы фәнни эш килеп сыҡты. Ғ. Хөсәйенов. Яҡындан танышып, туған-дарҙай уҙһенешеп киткәс, Искәндәр өсөн ул ҡиммәтле тәбиғи ташты шымартыусы, уға өр-яңы шәкел, аҫыл сифат өҫтәүсе зәрҡән һымаҡ булды. Ә. Хәкимов.
2. Кешенең үҙ тәбиғәтенә бәйле, тыумыштан булған. □ Естественный, природный, натуральный. Тәбиғи матурлыҡ. ■ Гөл-гөнәне опера театрында күргәндә, башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙан уҙенең тәбиғи матурлығы, өҫтөнә кейгән кулдәгенең әллә ниндәй затлы материалдан булмаһа ла, килешлеле-ге менән айырылып тороуы һоҡландырғайны [Сынтимерҙе]. Ш. Янбаев. Марат ҡуйын дәфтәрен сығарырға уҡталды ла тыйылып ҡалды, ғәҙәттә, шунда уҡ яҙырға тотонһаң, кешенең һөйләүе, нисектер, тәбиғи ағышын юғалтҡан кеуек тойола. 3. Ураҡсин.
3. Өйрәнелгән даими тормошҡа бәйле; ғәҙәттәге, ғәҙәти. □ Естественный, обычный. Тәбиғи хәл. Тәбиғи эш. ■ Тәуге мәлдәрҙә байрамса йәшәу миңә тәбиғи булып тойолдо. Ф. Иҫәнғолов. Ул бик тәбиғи рәүештә тормоштоң .. үҙәгендә ҡайнап үҫте. Һ. Дәүләтшина. Көтмәгәндә улы саҡлы улы һуғыштан ҡайтып төшкәс, Зәйтунәнең төндө йоҡоһоҙ уткәреуе тәбиғи ине. Ф. Әсәнов.
ТӘБИҒИ II (Р.: естественно; И.: naturally, of course; T.: tabi) инш.
Эш-хәлдең бәхәсһеҙ, асыҡ булғанын белдергәндә әйтелә; билдәле. □ Естественно, конечно. ■ Тәбиғи, ул [Зәки] .. Ерәнсәйҙең яҙмышы менән дә ҡыҙыҡһына ине. С. Агиш. Уҡытыусы дәресте башлағандағы кәйефенә кире ҡайта алманы, һәм, тәбиғи, уҡыусылар ҙа ҡыҙыҡһынып тыңламай. Ф. Чанышева. Йәмилә, тәбиғи, Бәҙригә мөсәлләм
булды, уның эш табыуына ышанды. М. Ғафури.
ТӘБИҒИЛЕК (тәбиғилеге) (Р.: естественность; И.: naturalness; T.: tabiilik) и.
Тәбиғи хәл, булмыш. □ Естественность, натуральность. Тауыштың тәбиғилеге. Я Катюшаның көслө, тигеҙ йөрәк тауышы бик һирәк кешеләрҙә генә була торған тәбиғилеге, ябайлығы һәм моңлолоғо менән генә тугел, сафлығы, .. һөйкөмлөлөгө менән дә донъяңды оноторға мәжбүр итә ине. Д. Исламов. Мансур бергә уҡыған йылдарҙа дуҫының һумалтырыраҡ мыҡты кәуҙәһен, тәбиғилеген, ябайлығын ярата ине. Ш. Янбаев. Тағы ла урыным уның йәнәшәһенән тура килгәс, минең күкрәгем ҡыҫа башлаған төҫлө тойолдо, тауышым да, тәбиғилеген юғалтып, нисектер, ҡалтырауыҡ булып сыға башланы. Д. Юлтый.
ТӘБИҒ ҠЫЛЫУ (тәбиғ ҡыл-) (Р: печатать; И.: print; T.: tabetmek) ҡ. иҫк.
Матбуғатта баҫып сығарыу. □ Печатать. Яңы китап тәбиғ ҡылыу.
ТӘБИҒӘТ [ғәр. (Р: природа; И.: nature; T: tabiat) и.
1. Кешене уратып алған матди донъя, ер йөҙөндәге кеше эшмәкәрлегенән тыш булған бөтә төр нәмә һәм күренеш. □ Природа, естество. / Природный, естественный. Тәбиғәт донъяһы. Тәбиғәт закондары. ■ Тәбиғәттәге бөтә йән эйәһе: ҡоштар, йәнлектәр, бөжәктәр, ағастар, үҫемлектәр оҙон, ҡаты ҡышҡа әҙерләнер. И. Абдуллин. Бүтән ваҡытта Закир, моғайын, быға иғтибар ҙа итмәҫ ине, ә бөгөн әйләнә-тирәләге бар тәбиғәт, бөтә донъя уға кире яғы менән әйләнгән, бөтәһе лә уға ҡырын ҡарай, ҡаға, ситләшә һымаҡ тойолдо. 3. Биишева.
2. Үҙенә айырым үҙенсәлектәре булған билдәле бер урын һәм шул урынға хас климат, ер-һыу шарттары, хайуан һәм үҫемлектәр донъяһы. □ Природа. Кышҡы тәбиғәт. Урал тәбиғәтенең гүзәллеге. Я Ғашиҡ булып гүзәл тәбиғәткә, баҫып торам Иҙел ярында. Аҡ ҡайындар, ғорур ҡарағайҙар теҙелгәндәр минең алдыма. Т. Ҡарамышева.
3. Кешенең булмышына хас, тыумыштан килгән сифаттар. □ Натура, нрав, характер.
722