ТӘБЛИҒ ИТЕҮ
Тәбиғәте менән ауыр кеше. В Тәбиғәте менән оялсан булғанлыҡтан, Фәйез бығаса ҡыҙ-ҡырҡын менән бик ук аралашып бармай ине.
В. Исхаҡов.
♦ Тәбиғәт балаһы ҡала мәҙәниәте шауҡымына бирелмәгән, тәбиғәт ҡосағында йәшәгән кеше. □ Дитя природы. В Үҙен әрләгән уҫал әбейҙәргә, ҡыҙыу еңгәләргә тәбиғәт балаһы — Шәрәй яңы тормош юлдары өйрәтә. Т. Йәнәби. Тәбиғәт ҡосағында урман, ер-һыу, йәшеллек солғанышында, тәбиғәт эсендә. □ На лоне природы. М Тәбиғәт ҡосағында Әхмәтзәки ошолай куптән ял иткәне юҡ ине, куңеле кутәрелеп, рухы йәшәреп китте. Р. Байымов. Шундай йәмле тәбиғәт ҡосағында сылтырап аҡҡан шишмәләр, йәшел болондар һәм сәскәләр араһында йәшәуҙе һөйәләр-маҡтайҙар. Ә. Вәли. Тәбиғәт ҡосағында тау-таш артылып, йылғалар кисеп, ҡырағай йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы һағалап йөрөуе Рәшиҙә өсөн һәйбәт китап уҡыу менән бер ине. Ғ. Аллаяров.
ТӘБИҒӘТ БЕЛЕМЕ (Р.: естествознание; И.: (natural) science; T.: tabiat bilimi) и.
Тәбиғәт күренештәрен өйрәнә торған фән. □ Естествознание, природоведение. В Анау Мәҙәк Мирхәй менән Урыҫ Атауҙар: «Тәбиғәт белеме менән арифметика, йәғрәфиә менән тарихты өйрәнеу шайтан һабағы булғас, ниңә һуң уҙең, улыңды ҡалаға ебәреп, шул ғилемдәрҙе уҡытаһың?» — тип һорайҙар. И. Ғиззәтуллин. Тәбиғәт белеме уҡытыусыһы уҫемлек осондағы сәскәләрҙе һыйпап торған арала алғы партала ултырыусы бер уҡыусы бала .. гәрәбәләй орлоҡтар теҙелгән початкаға курһәтте. Д. Исламов.
ТӘБИҒӘТ КҮРЕНЕШЕ (Р: пейзаж; И.: scenery; T.: manzara) и.
1. Ниндәйҙер бер урындың дөйөм күренеше. □ Пейзаж. Тәбиғәт куренеше һурәт-ләнгән картина. Һоҡланғыс тәбиғәт куре-нештәре.
2. Тәбиғәттә була торған ҡар, ямғыр, ысыҡ, томан һ.б. кеүек күренештәр. □ Явление природы. Тәбиғәт куренештәрен өйрәнеу. Тәбиғәт куренештәре тураһындағы йомаҡтар.
ТӘБИҒӘТЛЕ (Р: с природой; И.: ...nature cl; T: tabiatlı) с.
1. Тәбиғәте булған (урын-ергә ҡарата). □ С природой. В Тышта, икһеҙ-сикһеҙ һәм ҡырыҫ тәбиғәтле башҡорт ерендә, ҡыш хакимлыҡ итә ине. Д. Исламов.
2. Кешенең булмышына хас, тыумыштан килгән. □ С каким-л. характером. Йомшаҡ тәбиғәтле кеше. Ҡаты тәбиғәтле. Ҡырыҫ тәбиғәтле. В Нәҙек кенә кәуҙәле, һәр ваҡыт алға төшөп торған һарғылт сәсле Ағзамский — шаҡтай ҡыҙыу тәбиғәтле егет.
С. Агиш. Атаһы гөлт итеп, ҡаулан һымаҡ, тиҙ тоҡанып китеусән, ҡырыҫ тәбиғәтле, гел донъя малы артынан ҡыуа торған ҡомар бер кеше булды уның [Ғамирҙың]. Б. Бикбай. Ҡырыҫ тәбиғәтле Зөлҡәрнәев хөрәфәттәргә ышаныусан тугел. М. Кәрим.
ТӘБИКМӘК (тәбикмәге) (Р: тоненький хлебец из пшённой муки; И.: kind of thin small loaf; T: tava ekmeği) и.
1. Тары ононан әсетеп бешерелгән ҡоймаҡ. □ Тоненький хлебец из пшённой муки.
■ [Мәрхәбә:] Тары ононан тәбикмәк бешереп килтерҙем киленгә. Б. Бикбай. Ғәйет көндәренә әсәйем бер-ике көн алдан әҙерләнә, иҙәндәрҙе һап-һары итеп йыуа, самауырҙы ялт иттереп ағарта һәм иртән, аҡ май майлап, бойҙай кәлсәһе йәки тары тәбикмәге бешерә ине. Ә. Вәли.
2. ҡар. ҡабартма I. Тәбикмәк бешереу. Тәбикмәк менән һыйлау. Тәмле тәбикмәк.
ТӘБИТМӘК (тәбитмәге) и. диал. ҡар. тәбикмәк. Тәбитмәк ашау. Тәбитмәк телеу. Тәбитмәк өләшеу.
ТӘБЛИҒ [ғәр. сЛ3] (Р: весть; И.: tidings; T: haber) и. иҫк. кит.
Еткерелгән, тапшырылған хәбәр. □ Весть.
■ Барса әшйә .. бер тәблиғ булыуын көтә. М. Ғафури. Бының [һандуғастың] һайрауы бөтөн мәхлукәт тарафынан вәкәләт менән тәбиғәттең илһамына ҡаршы бер нотоҡ, йәки мәғнәуи ҡеуәттең илһамын быларға тәблиғ ине. М. Ғафури.
ТӘБЛИҒ ИТЕҮ (тәблиғ ит-) ҡ. иҫк. кит. ҡар. хәбәр итеү. Тәблиғ итергә килеу. Тәблиғ итергә йыйыныу. Алдан тәблиғ итеу.
723