Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 724 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘБЛИҒ ҠЫЛЫУ
ТӘБЛИҒ ҠЫЛЫУ (тәблиғ кыл-) ҡ. иҫк. кит. ҡар. тәблиғ итеү. Һиңә тәблиғ ҡылдым. Тәблиғ ҡылырға кәрәк.
ТӘБЛИҒ ӘЙЛӘҮ (тәблиғ әйлә-) ҡ. иҫк. кит. ҡар. тәблиғ итеү. ■ Куптән-куп, суҡ-тан-суҡ сәләмемде ирсал вә тәблиғ әйләнем. X. Ибраһимов.
ТӘБРИК (тәбриге) [ғәр. (Р.: поздравление; И.: congratulation; T.: tebrik) и.
Ҡотлау һүҙе. □ Поздравление, приветствие. / Поздравительный, приветственный. ■ Мин юбилейға .. махсус тәбрик шиғыры яҙып ебәрҙем. М. Ғафури, һорнайҙарҙың укереуе, тәбрик ауаздары яҡынайғандан-яҡынайҙы. Б. Рафиҡов. Маршалдың ихлас тәбрик һуҙе һуғышсылар куңелендә дәрт, әленән-әле яңы батырлыҡтар курһәтергә ҙур ынтылыш уятты. Р. Өмөтбаев.
ТӘБРИК ИТЕҮ (тәбрик ит ) (Р: поздравлять; И.: congratulate; T.: tebrik etmek) ҡ.
Ҡотлау. □ Поздравлять, приветствовать кого. ■ Ҡул сабыуҙар яңғырап китәләр. .. Был бит беҙҙе тәбрик итәләр. X. Ҡунаҡбай. [Колхозсы ҡатын-ҡыҙҙар кәңәшмәһендә] тәуҙә тороп, металл заводынан килгән эшсе ҡатын тәбрик итте. һ. Дәүләтшина.
ТӘБРИКЛӘҮ (тәбриклә-) (Р: поздравлять, приветствовать; И.: greet; T.: tebrik-lemek) ҡ. юғары.
Ҡыуаныслы ваҡиға уңайы менән ҡотлау, тәбрик итеү. □ Поздравлять, приветствовать. // Поздравление, приветствие. Тантаналы тәбрикләу. Юбилярҙы тәбрикләу. М Дөйөм шатлыҡ, тантаналы тәбрикләуҙәр туптарҙан атыу, марштар менән осланды. Ғ. Хөсәйенов. Киске тынлыҡҡа сумған киң далалар, алыҫтан йөрөп ҡайтҡан Каһым-ды тәбрикләп, ҡаршыға табан йугерҙеләр. Я. Хамматов. Ырымбур урамдарында башҡортса телмәрҙәр, тәбрикләуҙәр, көрәшкә саҡырған орандар яңғырап торҙо. Р. Байымов.
ТӘБРИКЛӘШЕҮ (тәбрикләш-) ҡ. урт. ҡар. тәбрикләү, взаимн. от тәбрикләү. Кунаҡтар бер-береһен тәбрикләште. Тәб-рикләшеуҙәр башланды. Кисәлә тәбриклә-шеу.
ТӘБШӘГӘЙЕҮ (тәбшәгәй-) ҡ. диал. ҡар. тәпәшәйеү. Өй тәбшәгәйгән. Тәбшәгәйеп ки-теу. Тәбшәгәйеп ҡалыу.
ТӘБӘ и. диал. ҡар. тәбейә. Тәбә бешереу. Тәбә ашау. Тәмле тәбә.
ТӘБӘҒӘ [ғәр. (Р: подданные; И.: subjects; T.: tebaa) и. иҫк.
Билдәле бер дәүләт граждандары, дәүләттең ҡул аҫтындағы халыҡ. □ Подданные. Ш [Болғар кенәздәре] башҡорттарға уҙҙәре-нең тәбәғәһе тип ҡарап, .. яһаҡ туләтәләр ине. Ғ. Фәхретдинов.
ТӘБӘҒӘЛЕК (тәбәғәлеге) (Р: подданство; И.: citizenship; T.: tabiiyet) и. иҫк.
Гражданлыҡ. □ Подданство. Рәсәй тәбәғәлеге. Тәбәғәлек хоҡуғы. Тәбәғәлек алыу.
ТӘБӘДДӨЛ [ғәр. Jûjj] и. иҫк. ҡар. үҙгәреш. ■ Өфөлә артыҡ тәбәддөл юҡ. М. Ғафури.
ТӘБӘЗИ с. иҫк. кит. ҡар. кәрлә I. Тәбәзи ир. Тәбәзи кеше.
ТӘБӘЛДЕРЕК (тәбәлдереге) и. ҡар. табалдырыҡ. ■ Тәбәлдеректәрҙе яй ғына баҫҡан саҡта, гел бер төҫлө ҡуңыр тауыш сәсеусе орсоҡ арбаһының геуләуенә уҙенең моңон, уҙенең хыялын, шатлығын һәм ҡайғыһын ҡушып йырлай-йырлай, ҡабанан етен һауыусы Фатима киләсәккә булған бөтә өмөтөн һөйөклө улы Шәмсигә бәйләне. Ғ. Хәйри. [Хәнифә апайҙың] аяҡтары иҙәндәге тәбәлдеректәргә алмаш-тилмәш баҫып тора. Р. Ғабдрахманов.
ТӘБӘН (Р.: боярышник; И.: hawthorn; T.: akdiken) и. диал. ҡар. энәлек.
Ҡыҙыл йәки һары емешле, эре энәле ҡыуаҡ ағас. □ Боярышник (лат. Crataegus). Тәбән йыйыу. Тәбән йөрәккә яҡшы. Тәбән емеше.
ТӘБӘНӘК (Р: низкий; И.: of short stature; T.: tıknaz) c.
1. Ҡыҫҡа, йыуантыҡ буйлы (кешегә ҡарата). □ Низкий, низкорослый. Тәбәнәк кеше. ■ Уазиктан бер тәбәнәк кеше бик йылғыр һикереп төштө, ялбыр буркен ҡал-ҡытыбыраҡ кейҙе лә юрғалап атлап минең яҡҡа табан килә башланы. Н. Мусин. Кескәй булмәләге өҫтәл янында яман ҙур аҡ һа
724