ТӘГӘРЛӘШЕҮ
ҡаллы, тәбәнәк кенә бер карт ултыра ине. X. Мохтар. Тәбәнәк буйлы, өҙөлөп торған нәҙек билле, сиған кеуек был каракай ҡыҙҙың дежурға килгәнен Фәрит һәр ваҡыт көтөп ала. Ф. Әсәнов.
2. диал. Тәпәшәк. □ Низкий. Тәбәнәк йорт.
ТӘБӘРРЕК [ғәр. ^>3] с. иҫк. кит. ҡар. хөрмәтле. Тәбәррек зат. ■ Ҡайһыһы хайуан көйө ғамдар ҡашында шәп була, һай ҡәҙерле, һай ғилем, һай-һай тәбәррек зат була. Ш. Бабич.
ТӘБӘРӘК (тәбәрәге) [ғәр.^^н] (Р: таба-рак; И.: Al-Furqan; T: Furkan Suresi) и. дини.
Кешене ерләгәндә йәки юлға оҙатҡанда фатиха биреү рәүешендә уҡыла торған доға. □ Табарак (сура Корана, читаемая при прощании с покойником или проводах кого-л. в путь). ■ Кумеу эше тамам булды. Хәҙрәт бик моцло итеп тәбәрәк сурәһен уҡыны. М. Ғафури.
ТӘБӘССЕМ [ғәр. е*-*3] (Р.: улыбка; И.: smile; T.: tebessüm) и. иҫк. кит. ҡар. йылмайыу 1, 2.
Йылмайған, көлөмһөрәгән төҫ. □ Улыбка. Тәбәссем менән ҡарау. ■ Истиғфаф назары менән булған бер тәбәссемегеҙ ҙә мине шатландырыр төҫлө була. М. Ғафури.
ТӘБӘШ и. диал. ҡар. тәпәш I.
ТӘБӘШӘК с. ҡар. тәбәнәк 1. Тәбәшәк кеше.
ТӘГӘЛЕ (Р.: только; И.: just; T: ancak) киҫ. диал. ҡар. бары II.
Тик. □ Только, лишь. Тәгәле ул ғына һәйбәт инде. Тәгәле мин барам. Тәгәле ағайым ғына яҡшы эшләгән.
ТӘГӘРЛЕК (тәгәрлеге) (Р: чибис; И.: lapwing; T: bayağı kız kuşu) и. зоол.
Башында оҙон ҡара ҡауырһын супайы булған, һырты менән түше йәшкелт һаҙ ҡошо. □ Чибис, пигалица (лат. Vanellus vanel-lus). ■ Кубәләктәй леп-леп итеп, уйнап оса тәгәрлек. С. Кулибай. Болондо яңғыратып тәгәрлектәр ҡысҡыра, бытбылдыҡ, буҙәнә тауыштары ишетелә, һәм, әрәмәлектә иһә, уҙенә генә хас бер моң менән, һағыш менән кәкук саҡыра. В. Исхаҡов. Донъяла Сәрмәсән буйынан да матурыраҡ ер юҡтыр. «Пи-бик... пи-бик... пи-бик...» — тип моңһоу ҡыс
ҡырынып, тәгәрлектәре һине ҡаршы алырға килеп тә етә. Р. Ғабдрахманов.
ТӘГӘРЛҮК (тәгәрлүге) и. диал. ҡар. тәгәрлек. Тәгәрлук ҡанаты. Тәгәрлук балаһы. Тәгәрлуктәр ҡысҡыра.
ТӘГӘРЛӘК (тәгәрләге) и. диал. ҡар. тәгәрлек. Тәгәрләктәр осоп килеп төштө. Тәгәрләк ҡауырһыны. Тәгәрләк ояһы.
ТӘГӘРЛӘТЕҮ (тәгәрләт-) ҡ. ҡар. тәгәрәтеү 1, 2. Туп тәгәрләтеу. Тәгәрләтеп ебәреу. Тәгәрләтеп төшөрөу. Тәгәрләтеп индереу. Тәгәрләтеп сығарыу. Тәгәрләтеп алып китеу. Тәгәрләтеп килтереу. Я Уйнай балалар, ҡар тәгәрләтеп. X. Ғәбитов. Тауҙар араһындағы йырғанаҡтарға тиклем, меңәр йыл буйы тыныс ятҡан суйыр таштарҙы урындарынан ҡуҙғатып сығарып, тубән табан тәгәрләтергә, тәрән бураҙналар ярырға кәрәк ине. Ғ. Аллаяров. Көньяҡтан бер өҙлөкһөҙ иҫкән эҫе ҡоро ел һырттан кубә ҙурлыҡ кипкән ҡара ҡамғаҡтарҙы ҡыуып алып килә лә урам буйында тәгәрләтеп алып йөрөй. 3. Биишева. Тыйып тотҡоһоҙ ел ергә ҡуша туңа алмай ҡалған һары япраҡтарҙы юл буйлап тәгәрләтә, кутәреп алып китә лә йәнә килтереп юл өҫтөнә һала. Т. Килмөхәмәтов.
ТӘГӘРЛӘҮ I (тәгәрлә-) ҡ. ҡар. тәгәрәү 1, 2. Арба тәгәрләй. Вагон тәгәрләй. Тәгәрләп китеу. Тәгәрләп төшөу. М Ялбыр ҡаш аҫтынан тәгәрләп сыҡҡан .. ике бөртөк йәш ергә ағып төшә. 3. Биишева. Ялп-йолп иткән йыртҡыс ҡолап китте, тубәнләскә табан тәгәрләп барып, баҫырау йыуанлығы ағасты һындырҙы. Н. Мусин. Буш арба, яҡ-яҡҡа сайҡала-сайҡала, юл ситендәге йәшел уләндәрҙе иҙеп арттан тәгәрләне. Ғ. Лоҡманов.
ТӘГӘРЛӘҮ II (Р: шаровая молния; И.: globular lightning; T: şimşek topu) и. диал.
Йәшен шары. □ Шаровая молния. Тәгәрләу ҙән ҡурҡыу. Янып торған тәгәрләу. Тәгәрләу килеп төштө.
ТӘГӘРЛӘҮЕК (тәгәрләүеге) и. диал. ҡар. ҡамғаҡ I. Дала тәгәрләуеге. Кыу тәгәр-ләуек. Тәгәрләуектәр тәгәрәй.
ТӘГӘРЛӘШЕҮ (тәгәрләш-) ҡ. урт. ҡар. тәгәрләү I. взаимн. от тәгәрләү I. Тәгәрләтеп төшөп киттеләр. ■ Теҙелеп ятҡан
725