ТӘГӘРМЕК
йомортҡалар тәгәрләтеп иҙәнгә тошто. Ғ. Ғүмәр.
ТӘГӘРМЕК (тәгәрмеге) и. диал. ҡар. ҡуласа I. Арба тәгәрмеге. Тешле тәгәрмек. Яҙмыш тәгәрмеге.
ТӘГӘРМӘЙ и. диал. ҡар. тәгәрмәс 1, 2. Машинаның тәгәрмәйҙәре туҙған. Тәгәрмәй-ҙәрҙе алмаштырыу. Тәгәрмәйле арба.
ТӘГӘРМӘЛӘҮ (тәгәрмәлә-) ҡ. диал. ҡар. тәгәрәү 1, 2. Тәгәрмәләп йөрөу. Тәгәрмәләп китеу. Тәгәрмәләп барыу.
ТӘГӘРМӘС (Р.: колесо; И.: wheel; T.: tekerlek) и.
1. Арба, автомобиль, вагон һ.б. нәмәләрҙе тәгәрәтеп хәрәкәткә килтереү өсөн уларҙың күсәренә кейҙерелгән көпсәкле түңәрәк ҡулайлама. □ Колесо. / Колёсный. Алғы тәгәрмәс. Вагон тәгәрмәсе. Велосипед тәгәрмәсе. Тәгәрмәс көпсәге. Тәгәрмәс туғыны. Тәгәрмәс юлы. М Хафиз ҡарт, арба тәгәрмәстәрен майлап, атын екте. М. Тажи. Поезд ҡыҙа барҙы, тәгәрмәстәр шпал баштарын тыҡылдатып тәгәрәнеләр. Н. Ҡәрип. Дегетләнгән кәртәгә кейҙерелгән туғынһыҙ арба тәгәрмәсе ҡуласа кеуек зырлап әйләнә. А. Мағазов. • Алғы тәгәрмәс ҡайҙан тәгәрләһә, арт тәгәрмәс тә шунан тәгәрәй. Әйтем.
2. Төрлө механизмдарҙы әйләндереп хәрәкәткә килтерә торған түңәрәк ҡулайлама. □ Колесо. Тешле тәгәрмәс. Маховик тәгәрмәсе. ■ Ҡапыл звонок шылтырағас, терт итеп ҡалды ул [Сажидә], ни эшләргә белмәй торҙо; шунан был тауыштың ишектәге звонок булыуы аңына барып етте, ҡабаланып барып эске йоҙаҡтың тәгәрмәсенә тотондо. Н. Мусин.
3. диал. Балаларҙы атларға өйрәтеү өсөн яһалған арба. □ Детские ходунки (для обучения ходить). Тәгәрмәскә тотоноп йөрөу.
4. диал. Көрөҫ сығыры. □ Блок (на ткацком станке). Тәгәрмәсте әйләндереу.
5. Кәтүк. □ Катушка для ниток. Тәгәрмәскә урау. Бер тәгәрмәс еп. Тәгәрмәсле ептәр.
6. миф. Мифлаштырылған предмет, ҡояш символы. □ Колесо (мифологизированный предмет, символ солнца). ■ Арба тәгәрмәсе
туғыны менән ҡот ҡайтаралар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТӘГӘРМӘСЙЕП (тәгәрмәсйебе) и. диал. ҡар. тәгәрмәс 5. Тәгәрмәсйепкә урау. Тәгәр-мәсйептәр һауыты. Тәгәрмәсйептәр бөтөп бара.
ТӘГӘРМӘС КӨБӘГЕ (Р.: ступица; И.: nave, hut (of a wheel); T: poyra) и. диал. ҡар. көпсәк 1.
Тәгәрмәстең күсәргә кейҙерелә торған үҙәк өлөшө. □ Ступица. Тәгәрмәс көбәген кейҙереу. Тәгәрмәс көбәген майлау.
ТӘГӘРМӘСЛЕ (Р.: колёсный; И.: wheeled; T: tekerlekli) с.
Тәгәрмәс ярҙамында хәрәкәт иткән, тәгәрмәскә ултыртылған. □ Колёсный, имеющий колёса. Тәгәрмәсле трактор. Тәгәрмәсле кресло. Тәгәрмәсле диван.
ТӘГӘРМӘСЛӘНДЕРЕҮ (тәгәрмәсләндер-) (Р: придать форму колеса чему, И.: make wheel-shaped; T: tekerlek şekli vermek) ҡ. һөйл.
Тәгәрмәс һымаҡ итеү. □ Придать форму колеса чему. Тәгәрмәсләндереп алыу. ■ [Емеш] пальтоһының оҙон киң еңдәрен тәгәрмәсләндереп төрөп ҡуйған. 3. Биишева. Ярты аршындан да оҙон яҫы ҡорбан балығы, ҡойроғо менән башын тәгәрмәсләндереп, ялпылдап тулап ята ине. һ. Дәүләтшина.
ТӘГӘРМӘСЛӘНЕҮ (тәгәрмәслән ) (Р: приобрести форму колеса; И.: become rounded; T: tekerlek şekli almak) ҡ. һөйл.
Тәгәрмәс кеүек түңәрәк хәлгә килеү, түңәрәк булыу. □ Приобрести форму колеса. Тәгәрмәсләнә биреу. ■ Тик теге улән баҫҡан боронғо усаҡ өҫтөндә тәгәрмәсләнеп, ҡояшҡа ҡыҙынып ятҡан ҡара сыбар йылан ғына куренмәй. 3. Биишева.
ТӘГӘРМӘСЛӘҮ (тәгәрмәслә-) (Р: придать форму колеса чему', И.: make wheelshaped; T: tekerlek şekli vermek) ҡ.
Тәгәрмәс кеүек түңәрәк итеү. □ Придать форму колеса чему. Тәгәрмәсләп бөтөу. ■ [Зиләнең] ҡулында — тәгәрмәсләп уралған бик оҙон бау. Р. Ғабдрахманов.
ТӘГӘРСӘК (тәгәрсәге) (Р: колёсико;
И.: small wheel; castor; T: küçük tekerlek) u.
726