ТАВРО
ТАВРО и. ҡар. тамға I, 2. Атҡа тавро һуғыу. Билгеле тавро. Тавро ҡуйыу оҫтаһы.
ТАВТОГРАММА [гр. tauto ‘шундай уҡ’ + gramma ‘яҙма’] (Р.: тавтограмма; И.: kind of special verse; T.: bir çeşit şiir) и.
Бөтә һүҙҙәре бер хәрефтән башланған шиғыр. □ Тавтограмма. Тавтограмманы тикшереү. Тавтограмма менән яҙыу. Тавтограмма оҫтаһы.
ТАВТОЛОГИК (Р.: тавтологический; И.: tautological; T.: totolojik) с. әҙ.
Тавтологияға мөнәсәбәтле. □ Тавтологический. ■ Аҙ ғына үҙгәртелеп ҡабатлана торған һүҙҙәрҙе тавтологик рифма тип атайҙар. К. Әхмәтйәнов.
ТАВТОЛОГИЯ [гр. tauto ‘шундай уҡ’ + logos ‘һүҙ’] (Р: тавтология; И.: tautology; T.: totoloji) и. әҙ.
Әйтелгән төшөнсәнең мәғәнә яғынан яҡын торған икенсе һүҙ менән ҡабатланыуы. □ Тавтология. Шиғырҙа тавтология күп ҡулланылған. Уҡыусының телмәрендә тавтология күп. Тавтология бәләһе.
ТАҒАЛДЫҠ (тағалдығы) (Р: коленной сустав; И.: knee-bone; T.: diz kemiği) и. диал. ҡар. тубыҡ.
Тубыҡ һөйәге. □ Коленной сустав. Тағалдығы һыҙлай. Тағалдығы һынған.
ТАҒАМ и. ҡар. тәғәм. Тағам ризығы. Тағам икмәк. Тағам итеү.
ТАҒАН (Р: треножник; И.: tripod; T: üçayak) и.
1. Бер яҡ баштарын бергә беркетеп, икенсе баштарын тарбайтып ергә ҡуйған өс йәки дүрт таяҡ (торло нәмә аҫыу өсөн ҡулланыла); өстаған. □ Треножник, тренога. ■ Иртәнсәк Әхмәди, урамының уртаһына таған ҡороп, кеше күрһен өсөн, айыуҙы муйынынан күбә арҡаны менән аҫып ҡуйҙы. Ж. Кейекбаев.
2. Яланда аш бешереү өсөн эшләнгән ошондай уҡ ҡулайлама. □ Таган, таганок. Атайым тағанға сәй ҡайнатырға ҡуйҙы. ■ Таған яһап, лавканан даулашып алған биш ҡаҙаҡ иттең яртыһын һалып, күнәк аҫтылар. А. Абдуллин. Һал өҫтөндә ҡыуыш ҡоролған, тағандарға сәйнүктәр эленгәйне. Ғ. Аллаяров. Ҡартәсәйем менән әсәйем бесән
саба, өләсәйем таған аҫып аш бешерә, сәй ҡайната. Г. Яҡупова.
3. Нимәгәлер терәк хеҙмәтен үтәгән саталы ҡулайлама. □ Таган. ■ Тағаны ла ныҡ, тиҙ генә ауырлыҡ түгел — имәндән. И. Ғиззәтуллин.
4. Еүеш бесәнде кәбәнгә өйгәндә, аҫҡа ҡыуышлап ҡороп ҡалдырған ағастар. □ Стожары (шесты, вставляемые конусом в середину стога для просушки и проветривания сена). Бесәнлектә таған эшләнек. ■ Заһит, боталған ҡайындың ян-яғынан төкәтеп, таған ҡуйҙы. Һыулыраҡ бесән кәбәндә кипһен өсөн, аҫтын тәҙрә һымаҡ тишек ҡалдырҙы. Я. Хамматов. Таған ағастары ҡуйылды, һөйрәтмәләргә аттар егелде, булаһы кәбән урынына йыйылған бесән ташылды. И. Ғиззәтуллин.
5. күсм. Терәк, таяныс. □ Опора, поддержка. Тағаным минең. Ике улым — ике тағаным. Күңел тағаным. ■ Йәштәр беҙҙә — илдең тағаны. Л. Абдуллина.
6. диал. Язаға тарттырылған кешене аҫыу өсөн ҡулланылған терәүле бейек ағас; дар ағасы. □ Виселица. ■ Бер табанға, дуҫтар, баҫайыҡ. Бер табанға, дуҫтар, баҫмағандарҙы тағандарға тотоп аҫайыҡ. Халыҡ йырынан.
7. диал. Ултырып бәүелеү өсөн арҡыры ағасҡа тоҡан итеп тағылған бау; бәүелсәк. □ Качели. Таған эшләп бирҙеләр. ■ Балалар өсөн тағандары ла тағылған. М. Садиҡова.
ТАҒАНАҪҠАҠ (тағанаҫҡағы) и. диал. ҡар. таған 1. Ҙур тағанаҫҡаҡ. Тағанаҫҡакка ҡаҙан аҫыу. Тағанаҫҡаҡ яһау.
ТАҒАНЛАУ (тағанла-) (Р.: ставить пирамидой; И.: put smth pyramid-like; T: çatmak) ҡ.
1. Нимәнелер таған (1-4) рәүешле итеп бер-береһенә беркетеү. □ Ставить пирамидой. ■ Мылтыҡтарҙы биш тағанлап ҡуйҙыҡ та, теҙелешеп ултырып, тәмәке тоҡандырҙыҡ. Д. Юлтый. Һәр рота мылтыҡтарын тағанлап ултыртҡан. А. Таһиров.
2. Таған ҡуйыу, тағанға һалыу. □ Ставить на треножник. Бесәнде тағанлап өйөү. Тағанлап ҡуйыу. ■ Бына, Гөлнур, — тинем, —
74