ТАҒАТЫУ
бынау ашлыҡ — дүрт тағанлап ҡуйған сүмәлә. Б. Вәлид.
ТАҒАРА (Р.: снозы; И.: skewer; T.: bir tür ince değnek) и. умарт.
Балауыҙ тотоу өсөн түмәр умарта йәки солоҡ эсенә ҡуйылған нәҙек кенә таяу ағастар. □ Снозы (палочки, прибиваемые к внутренним стенкам колодочных ульев, на которых пчёлы строят соты). Тағара ҡуйыу. Умарта тағараларын яңыртыу. Балауыҙлы тағара. ■ Кеше солоҡтоң тағараларын ипләп, балауыҙҙарын рәтләп, эсен таҙартып ҡуйған. Ж. Кейекбаев.
ТАҒАРАҠ I (тағарағы) (Р: корыто; И.: washtub; T.: yalak) и.
1. Оҙонса йәйпәк һауыт; ялғаш. □ Корыто. Кер тағарағы. ■ һары сәсле малай иһә ишеккә тыштан терәу һуҡты, ағас тағараҡтағы һыуҙа битен йыуҙы, унан таш өҫтөнә ултырып, кәлсә көйшәргә кереште. Ә. Хәкимов. • һыуҙан ҡурҡҡан тағараҡҡа төшөп улгән. Мәҡәл.
2. Малға ашлы һыу йәки бүтән аҙыҡ һалып бирә торған һауыт. □ Корытце, ясли (кормушка для скота). Мал тағарағы. Йы-уынты тағарағы. Тағараҡҡа аҙыҡ һалыу. • Һыйырҙың һөтө — тағараҡта. Әйтем.
3. Таҡтанан йәки бүтән төрлө материалдан эшләнгән, ҡош-ҡортҡа ем һала торған аҫмалы ҡулайлама. □ Кормушка (для птиц). Коштарға тағараҡ яһау. Тағараҡ аҫыу. Ағас тағараҡ. ■ Мәктәп уҡыусылары парктағы ағастарға тағараҡтар элде. Л. Абдуллина.
4. диал. Ҡоршаулы ағас күнәк. □ Деревянное ведро. Тағараҡҡа һыу ҡойоу. Тағараҡ менән ем ташыу.
♦ Үлем {йәки әжәл) тағарағы ултырып китеү өсөн хәүефле, ышанысһыҙ нәмәгә (арба, кәмә һ. б.) ҡарата әйтелә. □ Небезопасное средство передвижения, машина смерти. Үлем тағарағына ултырыу.
ТАҒАРАҠ II (тағарағы) (Р: верхний обруч юрты; И.: upper wooden strap; T.: çadırın üst çemberi) и. диал. ҡар. сағараҡ.
Тирмәнең түшәмен тотоу өсөн һайғауҙарҙы кейҙерә торған ағас дүңгәләк. □ Верхний обруч юрты для укрепления её боковых
жердей. ■ Бүҙекәй кантон ята аҡ тирмәлә, тағарағын асып, таң атҡас. Халыҡ йыры.
ТАҒАРАҠ III (тағарағы) и. диал. ҡар. тағара. Солоҡ тағарағы. Тағараҡ яһау. Умарталар эсенә тағараҡтар ҡуйып сығыу.
ТАҒАРАУ и. диал. ҡар. тағара. Тағарауһыҙ кәрәҙ алып булмай. Тағарау ҡуйыу. Атайым тағарау эшләргә тотондо.
ТАҒАТ [ғәр. На] (Р: послушание; И.: obedience; T: itaat) и. иҫк. кит.
1. Тыңлаусанлыҡ, буйһоноу. □ Послушание, повиновение, покорность. / Послушный, покорный. Тағат ҡылыу. Тағат итеү. Тағат күрһәтеү. Әҙәм тағаты.
2. дини. Аллаға инанғанлыҡ. □ Покорность Аллаху, поклонение Аллаху ■ [Биксәнтәй — Колоҡасҡа:] Тағат кәлимәһен ҡабатлай-ҡабатлай, Тәңребеҙгә һыйынып йәшәргә яҙһын. И. Ноғманов.
ТАҒАТСЫ (Р: богомолец; И.: mantis; Т: duacı) и. иҫк.
Аллаға табыныусы, ғибәҙәт ҡылыусы. □ Богомолец; человек, преданный богомолью. Тағатсы булыу. Тағатсы итеп тәрбиәләү.
ТАҒАТТЫРЫУ (тағаттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. тағатыу 1. понуд. от тағатыу 1. Арҡанды тағаттырыу. Төйөндө тағаттырыу. Төйөнсөгөн тағаттырҙы.
ТАҒАТЫЛЫУ (тағатыл-) ҡ. төш. ҡар. тағатыу 1. страд, от тағатыу 1. ■ Аулаҡ кистәрҙә, яй ғына еп йомғаҡтары һүтелгәндә, уларҙың [ҡатындарҙың] яҙмыш йомғаҡтары ла тағатылды. Г. Яҡупова.
ТАҒАТЫУ (тағат-) (Р: разматывать; И.: untwine; T.: çözmek) ҡ.
1. Уралған, ишелгән, йомарланған, үрелгән һ.б. нәмәне һүтеү; таратыу. □ Разматывать; распускать, расплетать, разворачивать; разбирать. // Распускание, расплетание. Сәсте тағатыу. Еп тағатыу. Өйҙө тағатыу. Бураны тағатыу. ■ Кендек әбейе йүргәкте тағатып ебәрҙе. И. Аҡъюлов. Зәкиә ауыл магазинынан кисә һатып алып ҡайтҡан ҡыҙыл боросто, төргәген тағатып, ярты литрлы банкаға тултырҙы. Д. Бүләков. Фәйзәхмәт сепрәкте тартып сығарҙы ла уны сырмаған бәйҙе тағата башланы. Р. Өмөтбаев.
75