Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 76 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАҒАТЫШЫУ
2. кусм. Үҙ тәртибенә һалып асыҡлау.
□ Разбирать. ■ Был хәлдәрҙе .. эҙмә-эҙлекле тағатыу, һәуетемсә хикәйәләп биреу өсөн, бер-ике йыл артҡа сигенергә тура килә. Ә. Хәкимов. [Бейҙең] һуҙҙәрен тағатып һораһаң, бер ҙә һеҙ әйткәнсә булып сыҡмай бит әле. Р. Насиров.
3. кусм. Төрлө уй-кисерештәрҙе онотол-дороу; таратыу. □ Развеять, рассеять (о мыслях, чувствах). Йыр уйҙарҙы тағата. Фекерҙе тағатыу. Ҡайғыны тағатыу.
ТАҒАТЫШЫУ (тағатыш-) ҡ. урт. ҡар. тағатыу 1. взаимн. от тағатыу 1. Арҡанды тағатышыу. Таҫмаларҙы тағатышыу. ■ [Бригадир:] Әйҙәгеҙ, тағатышығыҙ төргәкте. Р. Низамов.
ТАҒЗИӘНАМӘ [ғәр. -uU (Р: некролог; И.: necrology; T: nekroloji) и. кит. иҫк. ҡар. некролог.
Кеше үлгәндән һуң, уның тормошон һәм эшмәкәрлеген тасуирлаған, ҡайғы уртаҡлашҡан мәҡәлә. □ Некролог. Тағзиәнамә яҙыу. Тағзиәнамә әҙерләу. Тағзиәнамә уҡыу.
ТАҒРАН и. диал. ҡар. тағара. Ағас тағ-ран. Тағран ҡуйыу. Умартаның тағранын яңыртыу.
ТАҒРЫ (Р. пучеглазый; И.: pop-eyed: T: fırlak gözlü) с. диал. ҡар. аҡыш.
Ҙур булып аҡайып торған (куҙгә ҡарата).
□ Пучеглазый. Тағры куҙ. Тағры куҙле малай. Тағры куҙҙәрендә осҡон уйнай ине.
ТАҒУН [ғәр. (Р: чума; И.: plague; T: veba) и. иҫк.
Зооноз бактериаль төркөмөнән булған бактерия тыуҙырған үтә етди йоғошло ауырыу (һауа, аш-һыу аша йәки бөрсә эйәләшеу-ҙән тарала). □ Чума. Тағун киҙеуе касафаты. ■ Урта быуаттарҙа тағун, ваба, сәсәк һәм башҡа ауырыуҙар ҡоторған. «Киске Өфө», №29, 2011.
ТАҒЫ I (Р: ещё; И.: again; T: daha) р.
1. Яңынан, ҡабаттан, йәнә. □ Ещё, опять, снова. V Башым тағы ла сатнап китте, тәнде тағы ҡыҙыулыҡ ҡапланы, тағы ту-бәгә мендем, тағы тәгәрмәстәр араһына ҡыҫылдым, тағы ҡысҡырҙым, тағы әсәйемде баш осонда курҙем. Д. Юлтый. Рәшиҙә тағы
ла көлдө. Ғ. Аллаяров. Сәйҙәнең йөрәге тағы шомланып ҡуйҙы. Ә. Байрамов.
2. Өҫтәмә рәүештә, йәнә. □ Ещё, вдобавок, к тому же. М Ҡарт, усаҡтағы кумер-ҙәр араһынан ҡып-ҡыҙыл булып янған тағы ла бер сөй алып, баяғы шинды икенсе ерҙән тоташтырырға кереште. С. Агиш. Әлмира тағы ла ниҙер әйтергә булғайны, ләкин тыйылып ҡалды. Р. Байбулатов. Ҡарамалы ауылында тағы ла бер ғаилә барлыҡҡа килде. М. Тажи.
3. Өҫтәмә көс менән, булғандағынан артығыраҡ. □ Ещё более, в большей степени. ■ Ҡуктәге йондоҙ тағы ла нығыраҡ йымылдай. Ш. Бабич. Майор ҙа йылмайҙы, тағы ла матурая төштө. И. Абдуллин. Рәшиҙә — асыҡ сырайлы кеше, һөйләшкән сағында тағы ла матурлана төшә. Ғ. Аллаяров.
ТАҒЫ II (Р: ещё что; И.: what а ...; T: daha) киҫ.
1. Үртәнеү төҫмөрө булған һорау йөкмәткеле һөйләмдәрҙә ризаһыҙлыҡ төшөнсәһен көсәйтә. □ Ещё что, что ещё за ... (при вопросе передаёт оттенок недовольства ш осуждения). Был ни эш тағы? Тағы нимә булды? Ни тигән һуҙ тағы? Я Хөкумәт вәкиле, йоҡонан уянғандай, ҡапыл һорап ҡуйҙы: «Ҡемдәр тағы? Советтармы, большевиктармы?» Р. Байымов. Саҙрыйҙың ашығыуы куренеп тора ине. «Йә, нимә тағы?» — тине ул ризаһыҙлығын йәшермәйенсә. А. Абдуллин.
2. Нимәнелер фараз иткән һөйләмдәрҙә иҫкәртеү, киҫәтеү төшөнсәһен көсәйтә. □ Как бы не .., смотри, упаси боже (усиливает предупреждение, напоминание). Йығылып ҡуйма тағы. Алып китеп барма тағы. Ш [Әсәһе — улына:] һуңға ҡалып ҡуйма тағы. X. Тапаҡов. [Радик — Ринатҡа:] Һин, мырҙам, бөтә баҡсаны ботарлап ташлама тағы, аҙыраҡ ял ит. Р. Байбулатов.
3. Шарт һөйләмдәрҙә эш-хәлдең булыу-булмауына иҫ китмәү төшөнсәһен көсәйтә. □ Пусть, пускай (в условных предложениях усиливает равнодушное отношение к действию ). Ҡитһә тағы, китеп ултырһын. Яуһа тағы, яуа бирһен. Ҡайтһа тағы.
76