Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 77 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАҒЫЛЫУ
4. Ҡылымдарға эйәреп, төрлө хис-тойғо, мөнәсәбәт белдереп, дөйөм төшөнсәне көсәйтә. □ Ещё чего, вот ещё; видишь ты; ишь ты; вот как, оказывается (после глагола усиливает разное эмоциональное отношение). Илаған була тағы. Һөйләнә тағы. Етмәһә, үпкәләй тағы. Л «Исемдәре бик хәтәр икән тағы», — тине Казаков. С. Агиш.
♦ Етмәһә тағы өҫтәүенә. □ К тому же, вдобавок. ■ Етмәһә тағы, тотоусы булмағас, сысҡандар ҙа күбәйеп китә. Әкиәттән. Тағы бер хәл сараһыҙҙан риза булған һымаҡ иткәндә әйтелә; ярай инде. □ (Ещё) куда ни шло. М Киткәндәргә тағы бер хәл, ҡыйын бында ҡалғанға. Халыҡ йырынан. Клубтары йылы булһа, тағы бер хәл, үҙәккә үтерлек һыуыҡ. «Юшатыр», 17 февраль 2014.
ТАҒЫ III (Р.: и, да; ещё и; И.: again, once more; some more; T.: daha) терк.
һаналып киткән тиң киҫәктәрҙе теркәй. □ И, да; ещё и. ■ Киләсәк ҡунаҡтар ҙа бик ябайҙан түгелдәр. Ярай, бай үҙ бисәһе менән, тағы Колморҙа старшина бисәләре менән. Т. Хәйбуллин.
ТАҒЫЛ (Р.: рубанок; И.: plane; T.: rende) и. диал. ҡар. йышҡы.
Ағас әйберҙәрҙең өҫтөн юнып шымарта торған ҡорал. □ Рубанок, струг. Йомро тағыл. Кәкре тағыл. Оҙон тағыл. Ҡул та-ғылы.
ТАҒЫЛДЫРЫҠ (тағылдырығы) (Р: голень; И.: calf; T.: baldır) и. диал. ҡар. балтыр.
Аяҡ енсегенең йыуан ере; бурбай. □ Голень, икры ног. Йыуан тағылдырыҡ. Тағыл-дырыҡ ите. Тағылдырыҡ һөйәге.
ТАҒЫЛМА I (Р: прицепной; И.: trailer; T.: takılan) с.
Тағып йөрөтмәле. □ Прицепной. Тағылма арба. Тағылма урғыс. ■ Ярты юлды үткәс, малайҙарҙы оҙон бүрәнә тейәгән тағылма арбалы машина ажғырып ҡыуып етте. М. Кәрим. Тағылма саналарын һөйрәп, дөбөр-шатыр ике бульдозер ҙа килеп етте. Й. Мостафин. Былтыр көҙ шундай тракторҙар килде: тағылма ҡулайламалары татлы тамырҙарҙы күтәртеп кенә ҡалмай, ә бер ыцғайҙа яртылаш таҙартып, өйөп тә китә. Г. Яҡупова.
ТАҒЫЛМА II (Р: прицеп; И.: trailer; T.: takıntı) и.
1. Транспорт машиналарына тағыла торған эш ҡоралы йәки яйланма. □ Прицеп; прицепной механизм. Тағылма тағыу. Тағылманы ыскындырыу. Еңел машина тағылмаһы.
2. күсм. Гел эйәреп, тағылып йөрөгән кеше; эйәрсән. □ Тот, кто неотступно следует, ходит за кем -л:, тот, кто ходит по пятам; «хвостик». Тағылмалары менән килгән. Тағылмаларын эйәртеп йөрөй. Тағылмалары артынан ҡалмай.
ТАҒЫЛМА ИСЕМ (Р: прозвище; И.: nickname; T.: takma ad) и. диал. ҡар. ҡушамат.
Кешегә тағылған исем. □ Прозвище. Тағылма исем биреү. ■ Тағылма исем ҡушырға әүәҫ күбәләктәр. Ғ. Бүләкова. Зифа апайҙың да шуға оҡшашлы бер нисә тағылма исеме булды. К. Мәргән.
ТАҒЫЛМАЛЫ с. ҡар. тағылма I. Тағылмалы машина. Тағылмалы арба. ■ Башҡортостан Ҡытайға тағылмалы һәм аҫылмалы ҡоролмалар, мал аҙығы етештереү һәм таратыу машиналары һатырға әҙер. «Башҡортостан», 12 ноябрь 2014.
ТАҒЫЛЫУ (тағыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. тағыу 1-3, 5, 7. страд, от тағыу 1-3, 5, 7. Тағылған таҫма. Тағылған ҡушамат. Тағылған арба.
2. Киткән, йөрөгән кешегә ҡушылыу; эйәреү. □ Увязываться за кем\ привязываться к кому. Тағылып ҡайтыу. Тағылып килеү. Тағылып йөрөү. N Сал эҫелә апаһына тағылып, шыңшый-шыңшый юл туҙанын күтәргәнен хәтерләй Богатырёв. К. Мағазов. Өйгә атлығып Носрат, уға тағылып, һүлпән генә атлап Таһир олатай инде. Й. Солтанов. Хәмит алға төштө, уның свитерына арттан Мәҙинә тотондо, унан һуң, шулай уҡ тағылып, Рәмзил ҡараңғыла һәрмәнде. Д. Бүләков.
♦ Тағылып сығыу ата-әсәнең рөхсәтенән тыш кейәүгә барыу; ҡасып сығыу. □ Выйти замуж без согласия родителей. ■ «Берәйһе -нә тағылып сығам да китәм. Ана, баҙарҙа алма һатыусыларҙың береһенә!» — тип
77