Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 78 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАҒЫЛЫШЫУ
бышылданы Йәмилә эске ярһыу менән, уҙ алдына ғына һөйләнгәндәй. Б. Рафиҡов.
ТАҒЫЛЫШЫУ (тағылыш-) ҡ. урт. ҡар. тағылыу, взаимн. от тағылыу. ■ [Илшат менән Инсаф] ихатала тағылышып, бер һабаҡтан уҫкән ҡуш ботаҡ кеуек, айырылғыһыҙ йөрөйҙәр. Й. Солтанов. Көрәшселәр, бер-береһенә тағылышҡан килеш, майҙанды бер ҡат әйләнеп сыҡтылар, курәһең, бер-береһенең самаһын ҡарайҙар. Р. Солтан -гәрәев.
ТАҒЫМ I (Р: качели; И.: swing, see-saw; T.: salıncak) и. диал. ҡар. бәүелсәк.
Бәүелеп уйнай торған ҡулайлама. □ Качели. Тағымда бәуелеу. Ике кешелек тағым. Ағас тағым.
ТАҒЫМ II и. ҡар. таҡым 2. Салбарға тағым индереу. Тағым өҫтәп тегеу.
ТАҒЫН р. диал. ҡар. тағы I. Тағын кис етте. Тағын килдеңме? Уҡытыусы тағын минән һораны. ■ Яңы йөкләмәһе, яңы заданиеһы менән тағын йыл башланды. Н. Ҡотдосов. Алдар [егетте] уңайлыраҡ ҡармап алды һәм шундуҡ тағын ергә дөңкөлдәтә бәрҙе. Н. Мусин.
ТАҒЫНЫУ I (тағын-) (Р: увешаться; И.: bedizen oneself with; T.: takmak) ҡ.
Нимәнелер үҙеңә тағып йәки аҫып алыу.
□ Увешаться, нацепить (на себя украшения и т.п.). Алтын-көмөш тағынырға яратыу. Мунсаҡ тағынып алыу. Тағынып йөрөу.
ТАҒЫНЫУ II (тағын-) (Р.: качаться; И.: sway, swing, shake; T.: sallanmak) ҡ. диал. ҡар. бәүелеү.
1. Бер яҡтан икенсе яҡҡа сайҡалыу. □ Качаться (на качелях). Балалар тағынып уйнай. Бәуелсәктә тағыныу. Тағынырға яратыу.
2. Турникта аҫылынып күнекмәләр яһау.
□ Висеть, упражняться на турнике. Турникта тағыныу. Тағынып курһәтеу. Оҙаҡ итеп тағыныу. Физкультура дәресендә тағыныу.
ТАҒЫРЫУ и. умарт. диал. ҡар. тағара. Тағырыу эшләтеу. Яңы тағырыу. Кәрәҙле тағырыу.
ТАҒЫУ (таҡ-) (Р: прицеплять; И.: hitch up; T.: bağlamak) ҡ.
1. Алып китеү өсөн нимәгәлер эләктереү, бәйләү, беркетеү. □ Прицеплять, подцеплять, привязывать, прикреплять. // Прицепление. Арба тағыу. Вагон тағыу. ■ Тросҡа тағып тарттырылған кубә дәумәлендәге таштарҙы куреп, Рәшиҙә аптырай төштө. Ғ. Аллаяров. Ватан һуғышы ваҡытында тракторға ат һабаны тағып һөрҙөк, ат сәскестәре менән сәстек. Ә. Вәли. Аҡъял батыр ...ер аҫты хазинаһын кунәге-кунәге менән арҡан осона тағып торған, өҫтән тартып алып торғандар. Әкиәттән.
2. Нимәгәлер ҡуша беркетеү, бәйләү. □ Привязывать к чему-л. Толомға таҫма тағыу. һыйырға ҡыңғырау тағыу. М Йәнеш .. туҡал быҙауҙы, куҙ теймәһен өсөн, ҡыҙыл сепрәктәр тағып бөткән ҡыл муйынсағынан етәкләп алып сыҡты. 3. Биишева. Аманат ағай машинаһының көҙгөһөнә тағып ҡуйылған сынйырлы сәғәтенә ҡарап алды. Р. Ғабдрахманов.
3. Кәүҙәгә, кейемгә беркетеү, ҡаҙау, эләктереү. □ Надевать, нацеплять на себя; носить что-л. (привешенное, нацепленное); пришивать, прикалывать. // Нацепление, прикрепление, пришивание, привязывание. Миҙал тағыу. Галстук тағыу. Алтын алҡа тағыу. ■ Рифат, ыҫпай егет кеуек, класҡа зәңгәр галстук тағып килә башлағас, гуйә, бер башҡа уҫте. Р Байбулатов. Нуриханов алдынғылар кәңәшмәһенән орден тағып килеп сыҡты. Д. Бүләков. Ысын мәрйен муйынсаңды таҡма муйының талдырып. Халыҡ йырынан.
4. Кәүҙәгә, тәнгә ҡуша бәйләп беркетеү; кейеү. □ Надевать, нацеплять. Коньки тағыу. ■ Кылыс аҫып, шпор тағып атланды һалдаттар атҡа. Бәйеттән. [Әхнәф:] Мин бер мәсьәләне лә сығарырға өлгөрмәйем, ул [Катя]дәресен әҙерләп бөтөп, саңғыһын тағып килеп тә етә. Д. Исламов. Нәзиф .. саңғыларын Зөбәржәттең аяҡтарына тағып бирҙе. Ғ. Лоҡманов.
5. Тегеү, баҫыу. □ Пришивать. Калпакҡа тәңкә тағыу. ■ Мария Андреевна улының баш осонда уның пальтоһына төймә тағып ултыра ине. X. Мохтар. Эй, ултырҙы Рәзимә төймә тағып, эй, ултырҙы. Ф. Туғыҙбаева.
78