Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 79 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАҘА
6. кусм. Кешегә ниҙелер көсләп ҡушыу, ирекһеҙләп мәжбүр итеү. □ Навязывать. // Навязывание. Эш тағыу. Фекерен тағыу.
7. кусм. Ҡушамат биреү, исем атау.
□ Дать прозвище, прозвать. Исем тағыу. Ҡушамат тағыу. К Дуҫ-ҡушаға һаналып йөрөгән ауылдаштары «етем башмаҡ»тан һалдырып, башҡа ҡушаматын да тағып, эҙ рәнйетмәнеләр уны [Әхмәтйәнде]. И. Ноғ-манов. Өлкәнерәк малайҙар уға [Вәхиткә] «Һарыбаш», «Яйыҡ казагы» тип ҡушамат тағып та өлгөрҙөләр. С. Поварисов.
8. кусм. Кемдеңдер өҫтөнә ғәйеп ташлау, яғыу. □ Клеветать. // Клевета. Гөнаһты тағыу. Ғәйеп тағыу. ■ Ихсанбайға яла тағыу бер ни тормай. Т. Ғарипова.
ТАҒЫШЫУ (тағыш-) ҡ. урт. ҡар. тағыу. взаимн. от тағыу. Таҫма тағышыу. Арба тағышыу. Исем тағышыу. Ғәйеп тағышыу.
ТАҘ I (Р.: парша; И.: tetter; T.: kel) и.
1. Сәс төбөнә сыға торған йоғошло ҡысыу.
□ Парша, лишай (на голове). / Паршивый, лишайный. Таҙ ҡауағы. Таҙ төшөу. Таҙ йоҡтороу. Таҙы ҡысыулау. Таҙ ҡутыры. ■ Өс әхирәт пар килгән, куңелдәре тар килгән, һылыу ғына булыр ине, тик башына таҙ тейгән! 3. Биишева. Беҙгә килгән яусының тубәһендә таҙы бар. Туй йырынан.
2. Шул ауырыу менән ауырыған кеше.
□ Человек с паршой или плешью на голове, плешивый. ■ Таҙ алтын ҡойроҡ көмөш ялды йугәнләп менгән, бау менән сырмалған таҙҙы артынан арҡанға таҡҡан һәм ауылға ҡайтҡан. Ғ. Хисамов. • Таҙҙың таҙы бөтһә лә, табы бөтмәй. Мәҡәл. Таҙҙың таҙ икәне буркен һалғас беленер. Мәҡәл. Тора-тора кул һаҙға әйләнә, ир таҙға әйләнә. Мәҡәл.
3. һөйл. Сәсе ҡойолған таҡыр, ялтыр баш.
□ Лысина, лысая голова. Таҙы ялтырап тора.
4. фольк. Ҡарауға мәжнүн, асылда төплө аҡыллы, хәйләкәр персонаж. □ Таз (плешивый; сказочный образ дурачка). / Пронырливый, хитрый. ■ Таҙҙың юлдаштары ятҡас та йоҡоға киттеләр, ти. Әкиәттән.
♦ Таҙы ҡалҡыу юҡҡа ғына туҙынып, ҡыҙып китеү. □ Разгорячиться. Бушҡа таҙы ҡалҡа ла йөрөй!
ТАҘ II (Р: плешивый; И.: bald; T: kel) с.
Сәсе ҡойолған, таҡыр. □ Плешивый, лысый. Таҙ башлы егет. ■ Булат ағай ҡылыс танауын һыйпай, таҙ башын һыпыра. Р. Камал.
ТАҘ III (Р: таз; И.: Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, үҫәргән, юрматы, тамъян, ҡыпсаҡ, әйле ырыуҙарына ҡараған түбә исеме. □ Таз (название одного из башкирских родов). Таҙ араһы. Таҙҙар урамы. Таҙҙар нәҫеле. Таҙҙар ауылы.
ТАҘА I (Р: чистый; И.: clean; T: temiz) с.
1. Бысранмаған, керһеҙ, бысраҡ теймәгән. □ Чистый. Таҙа кейем. Таҙа иҙән. ■ Таҙа тәҙрә аша ҡарай һоро урман. Р. Ғарипов. Даша диванға таҙа простыня йәйҙе. И. Абдуллин. Мунса инделәр, таҙа кейемдәр кейҙеләр. 3. Биишева.
2. Йыйыштырылған, бысраҡ һәм сүп-сар булмаған, ҡараулы. □ Чистый, ухоженный, прибранный. Таҙа аҙбар. Таҙа йорт. ■ Ҡунаҡтар Өфө ҡалаһының ҙур, төҙөк, таҙа ҡала икәнлеген куреп хайран ҡалдылар. Л. Абдуллина. Купереп ҡалҡҡан ҡаҙ уләндәре менән ҡапланған киң таҙа урам иҫ киткес матур .. ине. 3. Биишева.
3. Буялыу, бысраныуҙан ситтә торған, бысратмай торған. □ Не пачкающий, чистый. Яҙыу эше — таҙа эш. ■ Килендәрен дә таҙа эшкә урынлаштырыу ниәттәре [ҡайны менән ҡәйнәнең]. А. Йәғәфәрова.
4. Сүп-сар, ҡый үләне булмаған. □ Чистый (без сорняков). Таҙа баҫыу. Таҙа бойҙай. Таҙа тутәл.
5. Башҡа матдә, башҡа төрлө нәмә ҡатышмаған; саф. □ Чистый (без примесей). Таҙа алтын. Таҙа көмөш. М Кухняларҙа зәңгәрләнеп таҙа газ яна. Р. Ғабдрахманов.
6. Башҡа төрлө зат ҡатышмаған; саф. □ Чистокровный. Таҙа ҡанлы башҡорт аттары. ■ Фаркаштар — таҙа нәҫел. И. Абдуллин. Иң уртала — таҙа ҡанлы дөм ҡара һомғол ғәрәп аты. Р. Өмөтбаев.
7. Буръяҡ булмаған, бысраҡ төшмәгән (йылға, һыуға ҡарата). □ Чистый, прозрачный (о воде). Таҙа йылға. Таҙа һыу. Таҙа шишмә. ■ Бөгөн куп кенә колхоз, совхоздар
79