ТАҘА
ҙа малдарҙы таҙа һыу менән тәьмин итеү проблемаға әйләнеп бара. Ғ. Аллаяров. Биш-былбылдан матур ауыл юҡ; уның һыуы кеүек таҙа һыу юҡ, уның далаһы кеүек киң түшәк юҡ. Ә. Бикчәнтәев.
8. Һулауға иркен булған, саф (һауаға ҡарата). □ Свежий, чистый (о воздухе).
■ һалҡын таҙа һауа ағылып-ағылып эскә [үпкәгә] инде. Б. Ишемғол.
9. Йөҙө, өҫтө бер ни менән ҡапланмаған; асыҡ. □ Чистый. Таҙа күк. Таҙа йылға өҫтө.
■ Төбө күренеп ятҡан таҙа ятыу өҫтөндә энәғараҡтар, күбәләктәр ҡыуышып оса. Р. Вәлиев.
10. күсм. Насар эштән ситтә торған, ғәйепһеҙ, гөнаһһыҙ, саф. □ Чистый, безгрешный, непорочный. Таҙа күңел. Таҙа күңелле кеше.
■ Халҡым алдында минең биргән таҙа антым өсөн. Ш. Бабич. Гүзәлдең таҙа намыҫы, саф мөхәббәте тураһында ишеткәндән һуң, Батырға рәхәт булып ҡалды. И. Ғиззәтуллин. Әйүп Гәзизович күңеле менән бик таҙа, камил кеше ине. Т. Ғарипова.
11. күсм. Етешһеҙлектәре булмаған, еренә еткереп башҡарылған (эштең үтәлешенә ҡарата). □ Безукоризненный, безупречный (о работе). Таҙа башҡарылған эш. Я Ауылдың осонан ҡорос сыңлаған һымаҡ таҙа тауыштар менән йыр яңғыраны. Б. Бикбай. [Александр Захарович Пастольник] ҡыҙыҡлы шәхес: милләте украин, һирәкләп үҙ телендә әйткеләй, таҙа рус телендә һөйләшә, төрөкмән телендә иркен аралаша. И. Нурғәлиев.
♦ Таҙа ҡан 1) яҡшы тоҡомло; нәҫелле (мал тураһында)', таҙа тоҡом, саф ҡан. □ Чистая кровь, чистокровный; 2) сәләмәт тән, йәш ҡан. □ Молодая кровь. ■ Йәш тән менән таҙа ҡан үҙенекен итте: ун бер көн тигәндә ул [Әхмәтйән] аяғына баҫты. И. Ноғманов.
ТАҘА II (Р: здоровый; И.: sturdy; hale; T.: sağlam) с.
1. Физик яҡтан ныҡ; ныҡлы. □ Здоровый, крепкий, выносливый. Таҙа егет. ■ Беҙҙең ҡаршыға аҡ һаҡаллы шалҡандай таҙа ир килә. Ә. Байрамов. Игенде сәсеү өсөн таҙа аттар кәрәк. Б. Бикбай. • Таҙа ир тау-таш аҡтарыр. Мәҡәл.
2. Боҙоғо, сире булмаған, серек түгел. □ Доброкачественный, хороший, неиспорченный. Таҙа картуф. Таҙа кишер. Таҙа ағас. Я Ҡыҙрас ҡыҙҙарҙың .. иң кесеһенә ҡып-ҡыҙыл булып торған таҙа алма бирә. Әкиәттән.
3. Һау, сәләмәт. □ Здоровый, не больной. Таҙа бала. Таҙа уҡыусылар. Я Әҡлимә өрөп ҡабартылған кеүек, тулы, таҙа ҡыҙ ине. И. Абдуллин. Хисам ҡарап туйғыһыҙ матур, таҙа бала булып үҫә башланы. Б. Бикбай. Тыуыр балалар таҙа, донъялар имен торһон. Теләктән.
4. Күрер күҙгә күркәм, килешле; гүзәл, сибәр; матур. □ Красивый. Төҫкә таҙа ине ҡыҙым. Таҙа ҡатын.
ТАҘА III (Р: чисто; И.: neatly; cleanly; T: temiz) р.
1. Бысратмай, кер ҡундырмай. □ Чисто, не пачкая. Таҙа йыйыу. Таҙа эшләү. Таҙа яҙыу. Я Фәғилә апай өҫ-башын, ятыр урындарын таҙа тотто, тәмле аш-һыу әҙерләне. Ғ. Аллаяров. Бөтә гәзитте бер тигеҙ матур, таҙа итеп яҙып сығыуы еңелдән түгел шул.
3. Биишева.
2. Сүп-сарһыҙ, ҡамасаулаған нәмәне ҡалдырмай. □ Чисто, начисто. Я Ерёмин гим-настёркаһына ап-аҡ эске яға тегеп ҡуйған, таҙа итеп ҡырынған. Ш. Бикҡол. Көндәр ҡоро торғанда һәм иген бына шундай таҙа булғанда, бүлеп урыу бер эш урынына ике эшләү генә була бит. Ә. Вәли. Быйыл бесәндең таҙа, яҡшы булып уңыу ы, арыштан да аҙ-маҙ сөпсөнөү сәбәпле, көрән ат һимергән. Ғ. Дәүләтшин.
3. Ниндәйҙер эшкә шәп булған. □ Горазд. Ашауға таҙа. Эшкә таҙа булыу.
4. Юғары сифатлы, ыңғай баһалы, талапҡа ярашлы; киреһе — насар. □ Отлично, хорошо; безупречно. Таҙа яҙыу. Ҡустым инглизсә таҙа һөйләшә.
♦ Таҙа бул (йәки булһын, булығыҙ) рәхмәт һүҙенә яуап рәүешендә йәки һаулыҡ-именлек теләгәндә әйтелә. □ Будь(те) здо-ров(ы). Я Башҡортостан халҡы шуны теләй: сәләмәт бул, ныҡ бул, бул таҙа. Ҡанһыҙ Тәфтиләүҙәр көтмәгәндә илгә килтермәһен ҙур ҡаза. Тауҙай эштәр атҡарғанда,
80