Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 81 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАҘАРТЫЛЫУ
һиңә Алла ҡеүәт бирһен, Мортаза! А. Игебаев.
ТАҘА ДЕГЕТ (Р.: дёготь из бересты; И.: birch bark tar; T.: huş kabuğu katranı) и.
Туҙҙан эшләнгән дегет. □ Дёготь из бересты. Taşa дегет ҡайнатыу. Taşa дегет менән һатыу итеү. Taşa дегет менән майлау.
■ Йыһат тигән байҙың туҙҙан таҙа дегет ҡайната торған өс баҙы булған. Н. Мусин.
ТАҘАҠ с. диал. ҡар. таҙа II. Таҙаҡ кеше. Таҙаҡ бала. Таҙаҡ мал.
ТАҘАЛАТЫУ (таҙалат-) ҡ. һөйл. йөкм. ҡар. таҙалау, понуд. от таҙалау. Баҡсаны таҙалатыу. Картуфты таҙалатыу. Еләкте таҙалатыу. М [Мәрхәбә апай:] Керҙәрҙең бер өлөшөн химчисткаға, икенсе өлөшөн кер йыуыу пунктына тапшырып, таҙалатып алыу сараһын таптыҡ. М. Садиҡова.
ТАҘАЛАУ (таҙала-) ҡ. һөйл. ҡар. таҙартыу. Кейемде таҙалау. Өйҙө таҙалау.
■ Атты ашатып-эсереү, тиҙәген таҙалау — үҙе бер ирмәк. Ғ. Хисамов. [Усман:] Хәҙер ҡулыңа кәрәк, һепертке ал да бына тирмә тирәһендәге тиҙәктәрҙе таҙала. Т. Хәйбуллин.
ТАҘАЛАШЫУ (таҙалат ) ҡ. һөйл. урт. ҡар. таҙалау, взаимн. от таҙалау. Йортто таҙалашыу. Кейемде таҙалашыу. Сүп-сарҙан таҙалатыу.
ТАҘАЛЫҠ I (таҙалығы) (Р.: чистота; И.: cleanliness; T: temizlik) и.
1. Бысрамаған, керһеҙ, таҙа хәл. □ Чистота, опрятность. Таҙалыҡ һаҡлау. ■ Ғәбиҙәнең өйөндә иҙ киткес таҙалыҡ, тәртип. 3. Биишева. Өйҙәге таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ был эштәргә ҡыҙ баланың ҡулы тейгәнлеген әллә ҡайҙан күрһәтеп тора ине. И. Ғиззәтуллин. Валентин сменаһы эшләгәндә, буровойҙа таҙалыҡ, тәртип яҡшыраҡ була. Ә. Бик-чәнтәев.
2. Башҡа нәмә, матдә һ.б. ҡатнашмаған таҙа хәл. □ Чистота (без примесей и добавок); чистокровность. ■ Ялҡынбай әлеге йәйләүгә Әсфәндиәрҙе алып барғанына үкенеп бөтә алманы. Тамырҙарында бөрйән ҡаны аҡһа ла, уның таҙалығын асыҡлайһы бар. Б. Рафиҡов. Ғалимдар яңы сорт сәсеүлектәрен даими күҙәтеүҙә тота: сорттың
таҙалығын, игеү технологияһының теүәллеген тикшерә. «Йәшлек», 13 июль 2010.
ТАҘАЛЫҠ II (таҙалығы) (Р: физическая сила; И.: sturdiness; T.: sağlamlık, güçlülük) и.
1. Физик яҡтан ныҡ булған хәл, ныҡлыҡ. □ Физическая сила. ■ [Фәтхелбаян Ғәб-делмән улы Яҡупов] таҙалыҡ, көрлөк тойғоһон аңҡытып торған үҫмер егет. М. Ғиләжев.
2. диал. Һаулыҡ, сәләмәтлек. □ Здоровье. ■ Таҙалыҡ — ҙур байлыҡ, тик ошоно халыҡҡа йәштән төшөндөрөү кәрәк. Р. Фәхретдинов. Бынан тыш, ул [Абыстай] шәкерттәргә үҙ-үҙеңде нисек ҡарау, тән таҙалығын нисек һаҡлау, кеше араһында үҙеңде нисек тотоу шикелле мәсьәләләргә лә ҡағылыр ине. Б. Рафиҡов. Мәҙинә өсөн бөгөн иң мөһиме — өләсәһен күреү, уның таҙалығына, һау-сәләмәт икәненә инаныу. Т. Ғарипова.
ТАҘАРТҠЫС (Р: очиститель; И.: cleaner; T.: temizleyici) и.
Нимәнелер таҙарта торған ҡорамал, матдә. □ Очиститель. Тәҙрә таҙартҡыс. Газ таҙартҡыс. ■ Буранлы февраль ҡар таҙартҡыстарға ял бирмәне. И. Аҡъюлов. Иген таҙартҡыс һәм елгәргес тирәһендә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар күренмәй. Ә. Вәли.
ТАҘАРТТЫРЫУ (таҙарттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. таҙартыу 1-3. понуд. от таҙартыу 1-3. Кар таҙарттырыу. Кура таҙарттырыу. Баҡса таҙарттырыу. М Сәғит яраһын врачҡа күрһәтеп таҙарттырырға, яңынан бәйләтеп сығырға булды. И. Ғиззәтуллин. Карсыҡ, әллә ҡайҙан оҫталар килтертеп, иҙәндәрҙең паркетын ялтыратты, мейестәрҙе таҙарттырҙы. Ғ. Ғүмәр. [Ғилаж ҡатынынан] балыҡты таҙарттырып, Билал, Әкрәмдәр ҡайтыуға ҡурҙыртты. А. Таһиров.
ТАҘАРТЫЛЫУ (таҙартыл-) ҡ. төш. ҡар. таҙартыу 1-3. страд, от таҙартыу 1-3. Таҙартылған ашлыҡ. Таҙартылған урам. Карҙан таҙартылған. М Шишмә сығып ятҡан урындар таҙартылып, ҡайһыһы хатта матур тәпәшәк ҡойма менән уратып алынған. Р. Байымов. Бөтә баҡса сүп-сарҙан таҙартылды. Ә. Вәли. Йәй буйы
81