ТАҘАРТЫУ
на газ ҡоромона буялған моторҙың эске частары тракторист ҡулында таҙартыла, ағартыла. А. Карнай.
ТАҘАРТЫУ (таҙарт-) (Р.: чистить; И.: clean, wash; T.: temizlemek) ҡ.
1. Керҙе, бысраҡты, сүп-сарҙы бөтөрөп таҙа итеү. □ Чистить, мыть, отмывать. // Чистка, мытьё. Күлдәкте таҙартыу. Соланды йыуып таҙартыу. Өйҙө таҙартыу. Кейемде таҙартыу. ■ Емеш менән Йәнеш, юл өҫтөнә ултырып, йыш-йыш аяҡ табандарын сүптәрҙән таҙартып алалар. 3. Биишева. Китап шкафын да сүп-сарҙан таҙартмай тура килмәҫ. Ә. Бикчәнтәев.
2. Ҡаплап торған, ҡамасаулаған нәмәне алып таҙа итеү. □ Чистить, очищать, убирать, освобождать. ■ Хәмиттең усағы яна, үҙе яр ситендә балыҡ таҙартып ултыра ине. Д. Бүләков. Көҙгө алдына баҫып, Фәтхелислам ҡарт эҫкәк менән һаҡал, мыйығын таҙартырға кереште. А. Мағазов. Ғәлиәхмәт ул көндө тәгәрмәсле тракторында үҙәк урамдарҙың береһенә ҡар таҙартыуға ебәрелгәйне. Р. Байымов.
3. Ышҡып таҙа итеү; ялтыратыу. □ Чистить, скрести. Сәйнүкте таҙартыу. Самауырҙы таҙартыу. ■ Хәсби ҡортҡа мәһәренә тейгән еҙ самауырын ҡат-ҡат таҙарта торғас, һемәген ҡуптарып сығарҙы. Б. Бикбай. Аш бешереүсе Клаудио ҡаҙандарын ялт иттереп таҙартып ҡуйырға ла өлгөргән. Ә. Бикчәнтәев.
4. Сүп-сарҙы, ҡый үләнен алып таҙа итеү.
□ Полоть; чистить, убирать. Баҡсаны алабутанан таҙартыу. Урамды таҙартыу. Түтәлде таҙартыу. Юлды таҙартыу. ■ [Сәми — Хәләфкә:] Минең йәшәгән ерҙә лә, үткән юлға ла кесерткән үҫкән инде ул, .. уны хәҙер генә таҙартып бөтөрөрлөк түгел. Р. Байымов.
5. Ҡатышҡан, ҡушылған нәмәнән айырып таҙа итеү, яраҡһыҙ өлөштәрҙе айырыу.
□ Очищать; перебирать, сортировать. Иген таҙартыу. Ҡарабойҙайҙы таҙартыу. Сейә таҙартыу. Кәбеҫтә таҙартыу. ■ Колхозсылар орлоҡ таҙарталар, орлоҡ туплайҙар, халыҡтан орлоҡ фонды йыялар. С. Агиш.
6. күсм. Зыянлы элементтарҙан, кешеләрҙән азат итеү. □ Очищать, освобождать от кого-л. // Освобождение. Илде дошмандан таҙартыу. ■ Былтыр бөтә олоҫта ауыл Советтарын яңынан һайлап, көскә таҙартып, үҙебеҙҙең ярлы-ябағайҙан ярлылар комитеты төҙөп кенә бөттөк тигәндә, чехтар килеп сыҡты. һ. Дәүләтшина.
7. күсм. һөйл. Кеше әйберен алыу, урлау. □ Обчистить, красть. Сумканы таҙартыу. Кеҫәне таҙартыу. ■ Бер ҡараҡ бер ваҡытта берәүҙең йортон таҙартырға ингәс тә, иренеп китеп, йорт хужаһы эргәһендә тәүлек ярым йоҡлап сыҡҡан. Р. Ғабдрахманов.
8. күсм. Рухи яҡтан таҙа итеү. □ Очистить (душу).
ТАҘАРТЫШЫУ (таҙартыш-) ҡ. урт. ҡар. таҙартыу, взаимн. от таҙартыу. Еләк таҙартышыу. Ағас таҙартышыу. ■ Тәминдәр келәткә сәсеү орлоғо таҙартышырға барҙы. Ә. Вәли. [Аҡҡоштар] һәр иртә ояларынан сығалар ҙа, оҙон муйындарын борабора, бер-береһенең ҡанат аҫтарын таҙартышалар. Р. Ғабдрахманов. Икенсе көндө мин дә [Нурия] баҫыуға бысаҡ алып килдем, тамырҙарҙың бәләкәйерәктәрен таҙартыштым. Г. Яҡупова.
ТАҘАРЫНЫУ (таҙарын-) (Р: очиститься; И.: clean oneself; T.: temizlenmek) ҡ.
1. Кер-бысраҡтан арынып, таҙа хәлгә килеү. □ Очиститься, очищать себя от чего-л. // Очищение; мытьё. Байрамға таҙарыныу. ■ Асфальт таҙарынып, йылтырап ҡалды. Р. Низамов. Душҡа барып, аяҡтарымды һабынлап йыуҙым, таҙарындым. И. Нурғәлиев. [Атаһы — балаларына:] Ете ҡат йыуынып, таҙарынып .. сирәмгә ятып йоҡлағыҙ. Әкиәттән.
2. күсм. Күңелде баҫып, тынғылыҡ бирмәгән нәмәнән арыныу. □ Очищаться, освобождаться (от тяжести в душе). Күңел таҙарынғансы һөйләштек. Йәндәре таҙарынып ҡайтып килә. ■ Илаған саҡта ла кеше медитация яһай, рухи яҡтан таҙарына. Н. Ғәйетбай. Ут менән таҙарыныу, бергәләп ғибәҙәт ҡылыу, ҡунаҡҡа бүләктәр тапшырыу оҙаҡ ҡына дауам итте. Б. Рафиҡов.
82