ТАҘҒАРА
ТАҘАРЫУ I (таҙар-) (Р.: очиститься, становиться чистым; И.: become clean; T.: temizlenmek) ҡ.
1. Бысрағы, кер-туҙаны бөтөп, таҙа хәлгә килеү. □ Очиститься, становиться чистым; отмываться, отстирываться. Өй таҙарып ҡалды. Кейем таҙарҙы. Кер таҙарманы. Бит таҙарҙы. ■ Әйтерһең, таҙарып ҡалған быяла аҫтынан уға [Зәкиәгә] балалары, ейәндәре рәхмәт әйтеп йылмаялар ине. М. Садиҡова.
2. Ҡаплап торған, ҡамасаулаған нәмә бөтөп, таҙа хәлгә килеү. □ Очиститься, освобождаться от чего-л. Офоҡ таҙарҙы. Кук йөҙө таҙарҙы. Юл ҡарҙан таҙарҙы.
3. Туты, күге бөтөп, таҙаға әйләнеү. □ Отмываться, отстирываться. Самауыр таҙарҙы. Сәйнук таҙарып ҡалды.
4. Сүп-сары, ҡыйы бөтөп, таҙаға әйләнеү.
□ Очищаться, освобождаться. Өмәнән һуң ҡала урамдары таҙарып ҡалды. ■ Йәй сығыуға, ауыл тирәһендә кесерткән заты тамам бөттө, ҡойма буйҙары яланғасланды, ыҙандар таҙарҙы. Н. Ҡотдосов. Ҡала урамдары, тротуарҙар ҡырып йыуып алын-ғандағы кеуек таҙарып ҡалған. Д. Бүләков.
5. Ҡушылған кәрәкһеҙ матдәһе бөтөп, таҙа, сафҡа әйләнеү. □ Освобождаться (от примесей), очищаться, һыу таҙарҙы. В Тәуге ҡар ер өҫтөн ҡаплағас, һауа таҙарып, куңел-дәргә рәхәт булып ҡалғайны. Н. Мусин.
6. кусм. Зыянлы элементтарҙан арыныу, азат булыу. □ Освобождаться. ■ Тирә-яҡ ҡасҡындарҙан таҙарғас, быйыл халыҡ иркен тын алып ҡалды. И. Ғиззәтуллин. [Искәндәр:] Мәкерле әҙәмдәрҙән илдең таҙара торғаны яҡшы ла баһа. Ә. Хәкимов.
ТАҘАРЫУ II (таҙар-) (Р.: поправляться; И.: get plump; T.: kilo almak) ҡ.
1. Тән тулыланып көрәйеү, ит ҡуныу.
□ Поправляться, полнеть. Таҙарып китеу. Санаторийҙан таҙарып ҡайтыу. ■ Гәуһәр куҙгә куренеп таҙарҙы, йомроланды һәм йыуанайҙы; атлап йөрөшө, тупаҫыраҡ әйткәндә, инә өйрәктекенә оҡшай башланы. И. Абдуллин. Ҡыҙырас, ысынлап та, томшоҡ, йыуантыҡ малай, быйыл ауылдан тағы
ла нығыраҡ таҙарып ҡайтҡайны. 3. Биишева.
2. диал. Шәбәйеү, һауығыу. □ Становиться здоровым и сильным; здороветь; выздоравливать; свежеть. Дауахананан таҙарып сығыу. Ауырыуҙан оҙаҡ таҙарҙым. ■ Дауаханала бер аҙна ятҡас, Гөльямал таҙарҙы. А. Карнай. Бер ай тигәндә таҙарып, Әнуәр тағы ла часына ҡайтты. Ғ. Лоҡманов.
ТАҘБАШ (Р: лысуха; И.: Eurasian coot; T.: sakarmeke) и. диал. ҡар. ҡапгкабаш.
Ҡара төҫтәге, маңлайында аҡ табы булған өйрәк ҙурлыҡ һыу ҡошо. □ Лысуха (лат. Fulica atra). Ҙур таҙбаш. ■ [Гаҙбаштар] йылға буйҙарында, кулдәрҙә, ҡамыш һәм улән баҫҡан яр буйҙарында йәшәй. Э. Ишбирҙин.
ТАҘБӨРКӨТ и. диал. ҡар. таҙғара. Таҙ-бөркөт ояһы. Таҙбөркөт тырнағына эләгеу. Таҙбөркөт уләкһә менән туҡлана.
ТАҘ БӨРКӨТӨ и. диал. ҡар. таҙғара. Таҙ бөркөтө йомортҡаһы. Таҙ бөркөтө ояһы. Таҙ бөркөтө — ҙур кәуҙәле йыртҡыс ҡош.
ТАҘҒАҠ (таҙғағы) (Р: лабаз; И.: shed; T.: tahıl ambarı) и.
1. Иген, он һ.б. һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән ябыҡ бина. □ Лабаз, навес, сарай (закрытое помещение для хранения зерна, муки и т.д.). Таҙғаҡҡа һалыу. Ағас таҙғаҡ. Ҙур таҙғаҡ. Таҙғаҡта иген һаҡлау. Иҫке таҙғаҡ.
2. Кейек күҙәтеү өсөн ағас башына яһалған ҡоролма. □ Лабаз, помост (сооружение на дереве для охоты). Таҙғаҡ ҡороу.
■ Гилман менән туғайҙағы ҡарт ҡайындың йыуан ботаҡтарына яйланған таҙғаҡта айыу көтәбеҙ. Р. Вәлиев. Бай, йыуан ҡайын бурәнәләрҙе бер-береһенә арҡан менән беркетеп, ауыр таҙғаҡ яһатты. И. Ноғманов.
ТАҘҒАРА (Р: чёрный гриф; И.: Eurasian black vulture; T: kara akbaba) и. зоол.
Башы һәм елкәһе ҡауырыйһыҙ, ҡара көрән төҫтәге бөркөт ҙурлыҡ йыртҡыс ҡош. □ Чёрный гриф (лат. Aegypius monachus).
■ Ике айырсалы был ҡарағастың бер айырсаһында борон-борондан таҙғара оялай торғайны. С. Кулибай. Баш осонда ялпылдаған таҙғара ла яғылбай. Ғ. Хөсәйенов. «Тәфти-
83