ТАҘҒАРЫН
ләу уткән ерҙә таҙғара бөркөттәргә ем куп ҡалыр», — тип көрһөндө Арыҫлан. Ғ. Ибраһимов.
ТАҘҒАРЫН (Р.: сычуг; И.: abomasum; T.: şirden) и.
Көйшәүсе хайуандарҙың ашҡаҙанының бер бүлеге. □ Сычуг. Һыйыр таҙғарыны. Таҙғарын таҙартыу. Таҙғарын бешереу. Я Туйҙа таҙғарынға болашыу йолаһы бар. Ф. Хисамитдинова.
ТАҘҒОТАН (Р: шелудивый; И.: scabby; T.: kel) с.
Таҙы булған (кешегә ҡарата). □ Шелудивый, паршивый (о человеке). Таҙғотан up. Таҙғотан бала.
ТАҘ ҠОШ (Р: свиязь; И.: wigeon; T.: fiyu) и. диал. ҡар. ҡашҡалаҡ.
1. Маңлайында һәм түбәһендә һарғылт аҡ һыҙығы булған, өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған һыу ҡошо. □ Свиязь, дикая утка (лат. Anas penelope). Я [Таҙ ҡош] ярҙары ҡамышлы кулдәрҙә, йылғаларҙа йәшәй. Башлыса һыу уҫемлектәре, һирәкләп һыу йәнлектәре менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
2. миф. Башҡорт ышаныуҙары буйынса, ҡоро ерҙе барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашҡан ҡош. □ Свиязь (мифологизированная птица, принимавшая участие в создании суши). ■ Таҙ ҡоштоң ите хәрәм, ашамайҙар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТАҘ ТӨКӨШТӨРӨҮ (Р: магический способ лечения от парши; И.: magical method of scab treatment; T: keli büyü ile tedavi etme üsulu) и. миф.
Таҙ менән ауырыған кешеләрҙе бер-бере-һе менән төкөштөрөп имләү ысулы. □ Магический способ лечения от парши, доел. Бодание паршивых. Балаға таҙ төкөштө-рөу килеште.
ТАЖ I [фарсы С125] (Р: корона; И.: crown; wreath; T.: taç) и.
1. Батшалыҡ билдәһе итеп һаналған, аҫыл таштар менән биҙәлгән алтын баш кейеме. □ Корона, венец. / Коронный, венечный. Батша тажы. Алтын таж. Я Әбелхәйер, тәхеткә менеп ултырып, башына таж кейҙе. Ғ. Ибраһимов.
2. кусм. Иң юғары хакимлыҡ; батша власы. □ Власть монарха. Таждан баш тартыу. Я Әрҙәшир, уҫеп еткәс, Иран батшаларының батшаһы Артабанды ецгән һәм бөйөк Кей тажын уҙенә алған. Б. Рафиҡов. Мәшһур хан, затлы ил тажы, бер уҙеңдә илдец мохтажы. М. Кәрим.
3. бот. Сәскәнең төҫлө япраҡтарҙан торған баш өлөшө. □ Венчик. Я Ысыҡ ҡунған гөлдәр тажында мин ҡояшты курҙем. Р. Назаров. Сәскәләр таж асҡан, мөлдөрәп куҙгә баҡҡан саҡ бит. Б. Ноғоманов.
4. Япраҡ, сәскәнән үреп, башҡа кейеү өсөн яһалған нәмә. □ Венок (из цветов, листьев). Я Сәскәләрҙән һицә таж урергә иц-иц аҫылдарын һайланыҡ. Р. Ғарипов. Зәцгәр кулдәкле ҡыҙ, малдарға иғтибар ҙа итмәй, берәм-берәм сәскә өҙә лә ашыҡмай ғына таж урә. Ғ. Хисамов. Таш Кинйәһөл-тандың башына сәскәләрҙән урелгән оло таж кейҙергәндәр, яурыны аша төрлө төҫтәге таҫмалар тағылған. Б. Рафиҡов.
5. астр. Ҡояш тотолғанда күренә торған ҡояш тирәләй яҡтылыҡ ҡаймаһы. □ Корона, ореол солнца. Ҡояш тажы.
6. кусм. Нимәнецдер иң юғары күрһәткесе. □ Венец. Я Поэзияның тажы, һис шикһеҙ — поэма. К. Әхмәтйәнов.
ТАЖ II (Р: подражание резкому низкому горловому звуку; И.: sound imitative word; T.: damaktan çıkan ses) оҡш.
1. Тамаҡ төбө менән ҡысҡырған яман тауышты белдергән һүҙ (ауыртҡанда, ҡурҡҡанда, илағанда Һ.6.). □ Подражание резкому низкому горловому звуку, громкому плачу. Таж итеп ҡалыу. Таж иткән тауыш сығыу. Таж итеп илап ебәрҙе.
2. Ҡайһы бер йәнлек, ҡоштоң көслө ғыжылдауыҡ тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание грубому горловому звуку животных и птиц. Урманда йәнлектәрҙең таж иткән тауыштары ишетелә.
ТАЖАР и. диал. ҡар. тараш III. Тажар осоп йөрөй. Беҙҙең урманда тажар бик куп. Малды тажар йонсота.
ТАЖЖАР (Р: торговец, купец; И.: bargainer; dealer; T: tüccar) и. иҫк. ҡар. сауҙагәр.
84