Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 85 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАЗРАЙТЫУ
Һатыу эше менән шөғөлләнеүсе. □ Торговец, купец. Тажжар менән осрашыу. Тажжар менән бәхәсләшеу.
ТАЖИК (Р.: таджик; И.: Tadjik; Tadzhik; T: Tacik) и. этн.
Тажикстандың төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (иран телдәренең береһендә һөйләшә). □ Таджик. / Таджикский. Тажик халҡы. Тажик егете. Тажик телендә һөйләшеу. Ю [Сәхи] тажик, төрөкмән һәм башҡа милләт вәкилдәренән алда торған алыштар өсөн яугирҙар әҙерләргә тотондо. И. Ғиззәтуллин. Унда, башҡорттарҙан башҡа, белорус, тажик, төрөкмән, узбәк егеттәре лә бар. Я. Хамматов.
ТАЖИКСА (Р.: по-таджикски; И.: in Tadjik; T: Tacikçe) р.
1. Тажик телендә. □ По-таджикски. Тажикса һөйләшеу. Тажикса йырлау. Тажикса аралашыу. S5 Яртыһы — русса, яртыһы тажикса булһа ла. уртаҡ тел таптылар. И. Ғиззәтуллин.
2. Тажик халҡына хас, тажиктар кеүек. □ По-таджикски, как таджики. Тажикса кейенеу. Тажикса бейеу.
ТАЖЛЫ (Р: коронованный, венечный; И.: crown; queen; T: taçlı) c.
Таж кейҙерелгән; тажы булған. □ Коронованный, венечный. Тажлы батша. Тажлы кугәрсен. И Шундай ваҡиғалар ағышында бысраҡ аяҡлы хәуефле һалҡын көҙ ҙә утеп китте, аҡ кейемле яҡты ҡыш килде, сафлыҡ килтерҙе... Уны йәшел тажлы яҙ алмаштырҙы, тирә-йунде яңыртты. Р. Байымов. Кәртә башында ҡысҡырып торған йәшкелт тажлы ерән әтәс, йөрәгенә сыҙай алмай, аласыҡ тубәһенә осоп ҡуна, былай ҙа оҙон муйынын тағы ла һуҙа төшөп, ике куҙен тәгәрәтеп, уғата ярһып һөрәнләргә керешә. М. Кәрим.
ТАЖМАҠ с. диал. ҡар. һимеҙ.
ТАЖМЫҠ (Р: полный; И.: full; complete; T: tombul) с. диал. ҡар. йыуан.
Итләс. □ Полный, крупный, толстый. Тажмыҡ бала. Тажмыҡ ҡыҙ. Ш Илай-мыжый Шәурәнең елкәһенә атланып йөрөгән ҙур тажмыҡ малайҙан ошондай шаян, теремек
бер егет етешер тип кем уйлаған? 3. Биишева.
ТАЖ-ТОЖ (Р: подражание резкому низкому горловому звуку, громкому плачу; И.: sound imitation word; T: damaktan gelen ses taklidi) оҡш.
Ҡабат-ҡабат таж иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание резкому низкому горловому звуку, громкому плачу. Таж-тож ниҙер эшләу. Таж-тож итеп ҡалды балалар.
ТАЖ-ТӘХЕТ (Р: трон и корона; И.: throne; T: taht) и. йыйн.
1. Батша власы, батшалыҡ. П Трон, монархия. ■ Таж-тәхеттәр китһен йөҙ тубән. Ғ. Мәсғүт.
2. Батша атрибуттары. □ Атрибуты царя; трон, ҡорона. Таж-тәхет ҡыҙыҡһындырманы. Таж-тәхет алыу.
ТАЖЫЛДАУ (тажылда-) (Р: кричать; плакать (издавая резкие горловые звуки)} И.: cry; scream; T: bağırmak) к. диал.
Таж-тож килеп ҡысҡырыу, таж-тож итеү. □ Кричать; плакать (издавая резкие горловые звуки). Тажылдап ҡысҡыра. Тажылдап әрләне. Тажылдап йырланы. М «Ниңә ҡойроғон ишек ҡыҫҡан бесәйҙәй тажылдайһың?» — ти уларға Йәуҙәттең атаһы, әйләнеп ҡарамай ғына, улының ҡулынан осло ҡаҙауҙы алып һәм тәҙрәгә ҡағып. Й. Солтанов.
ТАЖЫРАЙҒАН (Р: пучеглазый; И.: bugeyed; lobster-eyed; T: fırlak gözlü) с. диал. ҡар. аҡыш.
Аҡыш күҙле. □ Пучеглазый. Тажырай-ған куҙле. Тажырайған ҡараш.
ТАЗАЛЫЙ (Р: в здоровом виде; И.: healthy; T: sağlam) р. диал. ҡар. иҫән-һау.
Һау көйөнсә. □ В здоровом виде. Тазалый ҡайтты. Тазалый курҙем. Тазалый оҙаттым.
ТАЗРАЙТЫУ (тазрайт-) (Р: выпячивать; И.: protrude; T: kabartmak) ҡ.
1. Ҙур итеп, кәпәйтеп, алға сығарыу; киреү. □ Выпячивать, выставлять что-л. Ҡорһаҡты тазрайтыу. ■ «Бөгөн-иртән Хәкимов «Башлес»ҡа, минлесҡа барып, уҙе-нә кәрәк кешеләр менән һөйләшһен, эштән ебәр», — тип ҡаршыланы [Сәғәҙиев] ҡор
85