ТАЙҒАҠЛАНЫУ
тай. Тай егеу. ■ Йондоҙ ҡашҡа ҡола тай — саптар бейәнең балаһы. Ж. Кейекбаев. Атаһы быйыл яҙ Ҡормош байҙарға бер тай өсөн бер йылға эшкә ялланғас, ул [Иштуған] эсенән генә сикһеҙ ҡыуанғайны. 3. Биишева. Ҙур ҡара айғырға менгән Белов Шайморат бабайҙың саптар бейәһенә ҡарап алды: айғыр янында ул тай кеуек куренә ине. Ә. Бикчәнтәев. • Ябаға тайҙы хурлама, яҙға сыҡһа, ат булыр. Мәҡәл. Тайға тай эйәрер, байға — бай. Мәҡәл.
2. диал. Ике йәштәге һыйыр, болан малы; тана. □ Двухлетнее животное (о крупном рогатом скоте). Тай һуйыу. Тай ҡарау. Тай мөгөҙө.
♦ Башка тай типмәгән {йәки типкәнме ни) аҡылһыҙ түгел, аҡылдан яҙмаған; ахмаҡлыҡ эшләмәҫ. □ Ещё не потерял разум. ■ Тәҙрә аша ҡасып-боҫоп йөрөргә уның [Булаттың] башына тай типмәгән әле. Р. Байбулдин. [Ирназар:] Ҡуй, илама, әсәй! Башыма тай типкәнме ни минең уға [ҡағыҙға] ҡул ҡуйырға? Ә. Хәкимов. Өйрәтелмәгән {йәки өйрәнмәгән) тай кеүек {йәки һымаҡ) бер ҙә ипкә, яйға килмәгән ҡыҙға ҡарата әйтелә. □ Как необъезженная молодая кобыла (преимущественно по отношению к девушкам). ■ Еңгә, өйрәнмәгән тай һымаҡ, терт-мерт иткән булды. Б. Бикбай. Тай мендереү берәй яҡҡа ебәреү; олаҡтырыу. □ Отправить кого куда, избавиться от кого.
ТАЙ-БОКС [ингл. tie-box] (Р.: тай-бокс; И.: tie-box; T.: thai boks) и.
Боксёр бирсәткәләре кеймәйенсә һуғыуға нигеҙләнгән көнсығыш көрәше төрө. □ Тай-бокс (разновидность восточной борьбы, основанная на нанесении ударов без боксёрских перчаток). Тай-бокс уйнау. Тай-бокс ҡарау.
ТАЙБОКСИНГ [ингл. tie-boxing] и. ҡар. тай-бокс.
ТАЙ-БРЕЙК [ингл. tie-break] (Р: тай-брейк; И.: tie-break; Т.: tie break, eşitliği bozmak için oynanan oyun) u.
Ҡайһы бер спорт төрҙәрендә иҫәп тигеҙ булған осраҡта бирелгән өҫтәмә ваҡыт.
□ Тай-брейк. Тай-брейк биреу. Тай-брейк алыу. Тай-брейкта уйнау.
ТАЙГА [төрки] (Р: тайга; И.: taiga; Т.: tayga ormanı) и.
Европа, Азия, Американың төньяғындағы ылыҫлы ағастан торған ҡара урман.
□ Тайга. / Таёжный. Себер тайгаһы. Тайга кешеһе. Тайга һунарсыһы. ■ Ҡом сулдәре, тайга урмандары, Урал ҡаялары, батҡаҡтар, йылғалар аша нефть, газ уткәргестә-рен һуҙыу ҙа еңел тугел. М. Ғиләжев. Тайга тигәндәре шул уҡ урман икән дә баһа, тик ағастар эре, ҡуйы булып уҫкән. Й. Мостафин.
ТАЙГУҘ (Р: большеглазый; И.: big-eyed; cow-eyed; full-eyed; large-eyed; T.: büyük gözlü) с. диал. ҡар. аҡыш.
Ҙур күҙле. □ Большеглазый. Тайгуҙ ҡыҙ. Тайгуҙ курше. Тайгуҙ ҡош.
ТАЙҒАҠ I (Р: скользкий; И.: slippery; greasy; T.: kaygan) с.
1. Шыуып торған; шыма. □ Скользкий. Тайғаҡ иҙән. Тайғаҡ юл. ■ Улар [Маргарита менән Абдрахман] боҙланып бөткән тайғаҡ баҫҡыстан шаҡ-шоҡ атлап өҫкө ҡатҡа ку-тәрелде. Р. Өмөтбаев. Тайғаҡ боҙ өҫтөнән атлау ҡыйынлашты. Ә. Бикчәнтәев.
2. кусм. Шикле, ышанысһыҙ, насар, гөнаһлы. □ Скользкий, порочный (плохой). Тайғаҡ юлға баҫыу. ■ Ғәлиәхмәт уҙенең тайғаҡ юлға баҫыуын һиҙеп торҙо. Р. Байымов. Ғумер буйы ил-йорт берҙәмлеге тип йән атҡан Аҡҡужаның уҙ улы ошо тайғаҡ юлға аяҡ ҡуйһа, бутәндәргә ни һан... Ә. Хәкимов.
ТАЙҒАҠ II (тайғағы) (Р: гололёд, гололедица; И.: silver thaw; black ice; T: cam-buz) u.
Боҙлауыҡ, боҙғалаҡ. □ Гололёд, гололедица. Ҡышҡы тайғаҡ. Тайғаҡ башланыу. Тайғаҡта тәгәрәу. М Юлдар уткеһеҙ булып тайғаҡҡа өйләнгән. Д. Бүләков.
ТАЙҒАҠЛАНЫУ (тайғаҡлан ) (Р: становиться скользким; И.: get slippery; greasy; T: kaypaklaşmak) ҡ.
Тайғаҡҡа әйләнеү, тайғаҡ булыу. □ Становиться скользким. Юл тайғаҡланған. ■ Әҙ генә еуешләнеп китһә лә, текә юл тай
87