ТАЙПЫЛДЫРЫУ
Биҙгәк менән ауырыған кешене имләү өсөн тай муйынынан алынған ҡан. □ Кровь жеребёнка второго года (применяется в магическом лечении лихорадки, избавлении от её духа). II Биҙгәк булһа, ауырыуға тай ҡанын эсергәндәр, ошо әпсенде әйтеп: «Тәнгә — ҡан, ҡанға — йән, йәнгә — аң, име-томо шул булһын, тфү, тфү, тфү!» «Башҡорт мифологияһы » нан.
ТАЙЛАҠ (тайлағы) (Р.: годовалый медвежонок; И.: yearling, one-year-old, bear cub; T.: yavru ayı) и.
1. Бер йәше тулып үткән айыу балаһы.
□ Годовалый медвежонок. Тайлаҡ айыу. Һоро тайлаҡ.
2. Бер йәше тулып үткән дөйә балаһы.
□ Годовалый верблюжонок. Дойә тайлағы менән йөроп ята.
3. диал. Бер йәшлек тай. □ Годовалый жеребёнок. Матур тайлаҡ.
ТАЙЛЫҒЫУ I (тайлыҡ-) ҡ. ҡар. тайыу 1. ■ «Ипләп кенә, тайлығып китмә», — тине әсәйем, ағарынып, мин үрәсәләргә йәбешеп менә башлағас. Р. Низамов.
ТАЙЛЫҒЫУ II (тайлыҡ-) (Р: убегать; И.: run away; escape; T.: koşarak uzaklaşmak) ҡ. диал. ҡар. ҡасыу.
Кемдәндер, нимәнәндер ситкә йүгереп китеү. □ Убегать, бежать, удирать. // Бегство, побег. Ҡурҡып тайлығыу.
ТАЙМ [ингл. time] (Р: тайм; И.: time; T.: yarı) и. спорт.
Спорт уйынының ваҡыт менән билдәләнгән бер өлөшө. □ Тайм. ■ Быуындарҙы ял иттереп, кәмселектәр хаҡында һөйләшеп алғас, уйын икенсе таймда тағы ла ҡыҙыуыраҡ башланды. Н. Ҡотдосов. Икенсе таймда беҙҙең футболсылар ҙа туп индереүгә ирештеләр. М. Садиҡова.
ТАЙМ-АУ Т [ингл. time-out] (Р: тайм-аут; И.: time out; T: mola) и. спорт.
Спорт уйынында команда, тренер тарафынан һорап алынған тәнәфес. □ Тайм-аут (перерыв, запрошенный командой, тренером в спортивной игре). Тайм-аут бирелеү.
ТАЙМЕНЬ [фин. taimen] (Р: таймень; И.: taimen; Т: taimen balığı) и. зоол.
Рәсәйҙә Төньяҡ Европа, Себер, Сахалин йылғаларында була торған, һөмбаштар ғаиләһенә ҡараған йыртҡыс балыҡ; ҡыҙылбалыҡ. □ Таймень (лат. Hucho taimen). ■ Был урында төндә шамбь/лар, йыш ҡына таймень дә эләккәнен Колька яҡшы белә. Й. Мостафин.
ТАЙМИНГ [ингл. timing] (Р: тайминг; И.: timing; T: zamanlama) и.
Биржала акция һатыу һәм һатып алыу өсөн иң уңайлы мәл. □ Тайминг (самый удобный случай для покупки и продажи акций на бирже). Тайминг осоро. Таймингта ҡатнашыу.
ТАЙМШЕР [ингл. time share] (Р: таймшер; И.: time share; T: devremülk) и.
Туризм бизнесында: милектәштәрҙең береһенең уртаҡ милек менән билдәле бер ваҡыт эсендә ҡулланыу мөмкинлеге. □ Таймшер (право одного из совладельцев многовладельческой собственности на использование её в отведённое ему время). Таймшер төрҙәре. Таймшер сертификаты.
ТАЙПАНЛАУ (тайпанла-) (Р: ходить вперевалку; И.: waddle; wallop; wallop along; T: badi badi yürümek) ҡ.
Тайпан-тойпан килеү, тайпан-тойпан итеү. □ Ходить вперевалку, переваливаться. Тайпанлап айыу килә. Тайпанлап шаяралар. М [Эт] ҡыҫҡа ғына тәпәйҙәрен арҡыс-торҡос баҫып, тайпанлап .. килеп тә етте.
3. Биишева. [Илүзә:] Нисәмә тапҡыр инде был апайҙың эргәһенә барып, мин уның тороп ултырғанын йәки аяҡҡа баҫып тайпанлап булһа ла йөрөгәнен күрә алманым.
В. Исхаҡов.
ТАЙПАН-ТОЙПАН (Р: вперевалку, неуклюже; И.: waddle; wallop; T: badi badi) оҡш.
Ян-яҡҡа сайҡалып, аушанлап атлаған хәрәкәтте белдергән һүҙ. □ Вперевалку, неуклюже. Тайпан-тойпан килеү. ■ Йомғаҡ, тайпан-тойпан баҫып, кепка артынан йүгерҙе. 3. Биишева.
ТАЙПЫЛДЫРЫУ (тайпылдыр-) (Р.: заставлять уклониться; И.: elude; back out; avoid; T.: yana çekildirmek) ҡ.
89