Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 90 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАЙПЫЛЫУ
Тайпылырға, ситләшергә мәжбүр итеү. □ Заставлять уклониться, отклониться, сторониться. Юлдан тайпылдырыу. М Был мәсьәләлә әсәй тиклем әсәй өгөтө лә тайпылдыра алмаҫлыҡ уҙ фекерем бар. Д. Исламов.
ТАЙПЫЛЫУ (тайпыл-) (Р.: сторониться кого, чего; И.: make way; step aside; avoid; T.: yana çekilmek) к.
1. Барған тарафтан, йүнәлештән ситкә сығыу; тайшанлау. □ Сторониться, уклоняться, отскакивать; увёртываться от чего-л. Юлдан тайпылыу. Ситкә тайпылыу. ■ Хә-уефләнгән әсә, бер яҡҡа тайпылып, һораулы ҡарашын Миңһылыуға төбәне. Ә. Байрамов.
2. диал. Быуын тайыу. □ Вывихнуться, вывернуться. // Вывих. Ҡулы тайпылған. Быуын тайпылыу.
3. кусм. Берәй уй-фекерҙән, эштәге төп йүнәлештән ситләшеү. □ Уклоняться. // Уклонение. Я Егерменсе йылдар поэзияһында икенсе яҡҡа тайпылыу, шиғри статистика менән мауығыу куренештәре осрай. М. Кәрим.
ТАЙПЫЛЫШ (Р.: уклонение, отклонение; И.: swerve; deviation; evasion; T.: kaçınma) и.
1. Төп тараф, йүнәлештән йәки эш-хәлдән ситләшеү күренеше. □ Уклонение, отклонение. ■ Айбулат уҙенең тормошон, ынтылыштарын бер идеалға буйһондорған, ситкә тайпылыштарҙы белмәй. М. Мин-һажетдинов. График — һәр төрлө тайпылыштарҙан ҡотҡарыусы, көндәлек маҡсатты билдәләусе, коллективтағы һәр эшсене ырамлы эшкә дәртләндереусе, закон көсөнә эйә булған документ ул. Ш. Янбаев.
2. кусм. Фирҡә тотҡан төп йүнәлештән ситләшеү күренеше. □ Уклон, һул тайпылыш. ■ Партияны ят элементтарҙан, тайпылышҡа бирелгән ышанысһыҙ кешеләрҙән таҙартыу башланған икән. Ә. Хәкимов.
ТАЙПЫЛЫШҺЫҘ (Р: неуклонно; И.:, firmly; T: aralıksız) р.
Төп тарафҡа, йүнәлешкә йәки эш-хәлгә ярашлы рәүештә. □ Неуклонно. Тайпы
лышһыҙ атлау. Тайпылышһыҙ йунәлеш. ■ [Нәзифә] врач ҡушҡандарҙыц бөтәһен дә тайпылышһыҙ утәне. Я. Хамматов.
ТАЙПЫЛЫШЫУ (тайпылыш-) ҡ. урт. ҡар. тайпылыу, взаимн. от тайпылыу. ■ Тап йөрәккә тейер пулялар ҙа тайпылышып теймәй утәләр. Р. Ниғмәти.
ТАЙРА (Р: родословная; И.: geneological tree; wood; arbor; wood; T: şecere) и. map.
Нәҫел-ырыу тарихы; шәжәрә. □ Родословная, генеалогия, родословное древо. Таилә тайраһы. ■ Төпкәрәк йәшерҙе Ҡараһаҡал һандыҡта һаҡланған хан тайраһын: йәшлек хәтирәһе булып ята бирһен әйҙә! Б. Рафиҡов.
ТАЙРАН [ғәр. (Р.: полёт; И.: flight; T: uçuş) и. иҫк. кит.
Нимәнеңдер һауала бер урындан икенсе урынға күсеү хәрәкәте, осоуы. □ Полёт. ■ Мәскәуҙән .. Себергә итер тайран. М. Ғафури.
ТАЙСА (Р: жеребёнок-самка; И.: she-foal, colt; cade; T: dişi tay) u.
Инә тай. □ Жеребёнок-самка (до двух лет). Ерән тайса. Тайса алдыҡ. Тайсаны өйрәттек. ■ [Ҡатын] хәс тә йәш тай инде, өйрәтелмәгән, ҡулға эйәләштерелмәгән тайса! Ә. Әминев.
ТАЙСАЛЫУ (тайсал-) ҡ. диал. ҡар. тайшаныу 1.
ТАЙТ (Р: ку-ку; И.: Ьо-реер; Т: boo) ымл. һөйл.
Йәшенгән ерҙән ҡапыл күренгәндә йәки күргәндә ҡысҡырып әйтелә. □ Ку-ку (возглас, издаваемый при внезапном обнаружении спрятавшегося человека). Тайт тип көлөп ебәрҙе. Тайт тигәнен көттө.
♦ Айт {йәки һайт) тигәнгә тайт итеү кемдеңдер һүҙен тыңларға, теләген үтәргә әҙер тороу. □ Быть готовым к услугам; выказывать услужливость.
ТАЙТОЯҠ (тайтояғы) (Р: копытень;
И.: jengibire; T.: çobandüdüğü) и. бот.
Ике өлөшлө үләндәр ғаиләһенә ҡараған, түңәрәк япраҡлы, ҡара ҡыҙыл ваҡ сәскәле, йөнтәҫ ҡыҫҡа һабаҡлы күп йыллыҡ урман үләне. □ Копытень (лат. Asarum). һыйырҙар тайтояҡ ярата. Тайтояҡ сабыу.
90