ТАЙЫУ
ТАЙ-ТУЛАҠ (тай-тулағы) (Р.: конский молодняк; И.: young of horse; horsey; T.: taylar) и. йыйн.
Йәш йылҡы малы. □ Конский молодняк. Тай-тулаҡтар елә.
ТАЙФИ (Р.: тайфи; И.: sort of grape; T.: bir tür üzüm) u.
Виноград төрө. □ Тайфи (сорт винограда ). Тайфи һатып алыу. Тайфи уҫтереу.
ТАЙФУН [ҡыт.] (Р: тайфун; И.: typhoon; tropic cyclone; T: tayfun) и.
Көньяҡ-көнсығыш Азияла һәм Тымыҡ океандың көнбайышында була торған бик көслө диңгеҙ дауылы. □ Тайфун. Көслө тайфун. Тайфун башланды.
ТАЙШАЙТЫУ (тайшайт-) (Р: искривлять; И.: bend; crook; distort; disfigure; contort; twist; warp; T: eğriltmek) ҡ.
Тайыш хәлгә килтереү, тайыш итеү. □ Искривлять. Үксәне тайшайтыу. Итекте тайшайтыу.
ТАЙШАЙЫУ (тайшай-, тайшая) (Р: искривляться; И.: crook; warp; T: eğrilmek) ҡ.
1. Тайыш хәлгә килеү, тайыш булыу.
□ Искривляться. Үксәләре тайшайған.
2. ҡар. тайҙырыу 2. Быуын тайшайыу. Тубыҡ тайшайған. Йығылып, ҡулы тайшайған.
3. Тән ҡыҙарып ҡабарыу; шеш барлыҡҡа килеү; шешеү. □ Распухать. Бармаҡ тайшайған. Тайшайып сығыу.
ТАЙШАНДЫРЫУ (тайшандыр ) (Р: вынудить отклониться; И.: force to swerve; bring smb to do smth; T: yana çekildirmek) ҡ.
Бер яҡҡа тайпылырға мәжбүр итеү; ялтандырыу. □ Вынудить отклониться. Артҡа тайшандырыу.
ТАЙШАНЛАУ (тайшанла ) (Р: ходить вперевалку; И.: waddle; wallop; T: badi badi yürümek) ҡ.
Тайшан-тойшан килеү, тайшан-тойшан итеү. □ Ходить вперевалку. Тайшанлап атлау. ■ [Сәрбиямал]янбаштарын мыймылдатып, .. тайшанлап йөрөп ята. 3. Биишева.
ТАЙШАН-ТОЙШАН (Р: вперевалку; И.: waddle; wallop; T: badi badi (yürümek)/?.
Ян-яҡҡа аушан-таушан килеп. □ Вперевалку. Тайшан-тойшан йугереу. М Буре, тайшан-тойшан баҫып, тал араһына инеп бара. С. Кулибай.
ТАЙШАНЫУ (тайшан-) (Р: уклониться; И.: elude; back out; avoid; balk; T: sıyrılmak) ҡ.
1. Төкөлмәҫ, бәрелмәҫ өсөн ситкә тайпылыу; янтайыу, ялтайыу. □ Уклониться, отстраниться. Ситкә тайшаныу, һуҡмаҡтан тайшаныу. ■ Тоҙ тейәгән ылауҙар ашығып уға [юлсыға] юл бирҙе, йәйәуле йөргөнсөләр ҡурҡышып ситкә тайшанды. Ғ. Ибраһимов. Ҡуҙы яурын, ҡорос башаҡ, бәлдәгәндә, тайшанып, ҡырын китһәң, һиңә хурлыҡ. «Бабсаҡ менән Күсәк».
2. кусм. Ниндәйҙер эштән йәки берәй хәлдән ҡасыу, ситләшеү. □ Уходить, уклониться (от дела, работы). Эштән тайшаныу. ■ Директор ниңәлер тура яуаптан тайшанырға тырышты. Ғ. Аллаяров.
3. Алған төп йүнәлештән, фекерҙән ситләшеү, ҡарашты үҙгәртеү. □ Уходить, уклониться, изменить мнение.
4. диал. ҡар. тартыныу. Әйтергә тайшаныу.
ТАЙЫҘ (Р: короткий; И.: short; little; T: kısa) с.
Сәсе, йөнө, ялы бик йоҡа йәки бөтөнләй булмаған; таҡыр. □ Короткий (о волосах, ворсе, шерсти). Тайыҙ баш. М [Бейәнең] ялы ла, ҡойроғо ла, маңлай сәсе лә булмай — тап-тайыҙ бер бейә була. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ТАЙЫУ (тай-, тая) (Р: поскользнуться; И.: slip, slide; T.: ayağı kaymak) ҡ.
1. Баҫҡан, таянған ер шыма булып тотмау, шыуыу; шыуғалау. □ Поскользнуться. Аяҡ тайыу. Тайып йығылыу. М Надя бер нисә ҡат тайып китте, ләкин йығылманы. С. Агиш. Ҡурысын батырған бағананы шаҡарғылап тартып торғанда, аяғы тайып, һыуға төштө лә китте Фәһим. И. Ғиззәтуллин.
2. Төп урындан йәки йүнәлештән ситләшеү; тайпылыу. □ Уйти, убегать, убраться (восвояси)', ускользнуть, улизнуть, утекать. // Ускользание, побег. К Төн булғас,
91