ТАКТ
туҡымалар, теген машиналарының бер туҡтауһыҙ төрлө тактҡа текелдәүе.. сихри теген донъяһына башкөллө сумдырҙы, «һаҡмар», 3 июль 2014.
3. физ., тех. Бер йүнәлештәге хәрәкәт. □ Такт. Бер тактта эшләү.
ТАКТ II [лат. tactus ‘тейеү’] (Р.: такт; И.: measure; T.: takt, denlilik) и.
Эш-хәлдә, үҙ-ара мөнәсәбәттә сама белеү хисе; әҙәплелек. □ Такт, тактичность. / Тактичный. Педагогик такт. Такт етешмәү.
ТАКТИК I (тактигы) [рус.] (Р.: тактик; И.: tactician; T.: taktisyen) и.
1. Тактика (1,2) буйынса белгес. □ Тактик (специалист в области тактики). ■ Кинйә Арыҫланов хәрби вазифаһы буйынса Салауаттан юғары торған, хәрби хәрәкәттәрҙең тактигы һәм стратегы иҫәпләнгән. Ә. Үтәбай.
2. Ниндәйҙер маҡсатҡа ирешеү өсөн үҙен билдәле бер тәртип сиктәрендә тотоусы кеше. □ Тактик (человек, умело выбирающий нужную линию поведения). Тактик булыу. Етәксебеҙ — яҡшы тактик.
ТАКТИК II (Р: тактический; И.: tactic; T: taktik) с.
1. Тактикаға (1) мөнәсәбәтле. □ Тактический. Тактик уйын. ■ Стратегик яҡтан еңеүҙе генералдар ойоштора, тактик яҡтан уны урта командирҙар хәл итә. И. Ғиззәтуллин. Экипаждар күтәрелергә әҙер булғас, лётчиктарҙы, һауа стрелоктарын яңы тактик шарттар һәм һауа торошо мәғлүмәттәре менән таныштырырға йыйҙылар. А. Мағазов. Йәшәү шарттары нисек кенә уңайһыҙ булмаһын, көндөҙгө һәм ҡайһы саҡта төнгө тактик занятиелар ни тиклем генә талсыҡтырмаһын, дивизияла әҙ генә буш ваҡыт сығыу менән ҡурай, гармун моңдары яңғырар булған. Р. Өмөтбаев.
2. Тактикаға (2) мөнәсәбәтле. □ Тактический. Тактик принцип. Тактик һығымта. Тактик мәсьәлә. Тактик ҡарар.
ТАКТИКА [гр. taktika ‘ғәскәр төҙөү’] (Р: тактика; И.: tactics; T: taktik) и.
1. һуғыш, бәрелеште әҙерләү, ойоштороу теорияһы менән практикаһын эсенә
алған хәрби оҫталыҡ. □ Тактика (составная часть военного искусства, включающая теорию и практику подготовки и ведения боя). Яу тактикаһы. Һөжүм тактикаһы. Тактикаға өйрәтеү. Тактика курсын үтеү. ■ Ырымбурҙа, Силәбелә саҡта һәм артабан форсат тейгән арала ул [Муса] стратегия, тактика буйынса китаптар уҡыттырҙы. Р. Солтангәрәев.
2. Ижтимағи һәм сәйәси көрәш алымдары һәм саралары. □ Тактика. Тактиканы үҙгәртеү. ■ Ҡыҫҡаһы, беҙ бер һығымтаға килергә, .. тактика булдырырға һәм артабан шуға таянып эш итергә тейешбеҙ. Р. Солтангәрәев.
3. күсм. Маҡсатҡа ирешеү өсөн үтәлгән төрлө алым һәм саралар. □ Тактика (совокупность методов и приёмов, применяемых для достижения намеченной цели). Тактика уйлау. Тактиканы үҙгәртеү. ■ [Йәнтимер — Салихка:] Һиндә, берҙән, тактика, икенсенән, аҡыл етешмәй. С. Агиш.
ТАКТЛЫ (Р: тактичный; И.: tactful; T: takt sahibi, denli) с.
Кеше араһында тәртипле, әҙәпле. □ Тактичный. Тактлы етәксе. Тактлы мөнәсәбәт.
ТАҠ I (Р: нечётный; И.: odd; T: tek sayılı) с.
1. Икегә тигеҙ бүленмәгән (һанға ҡарата), киреһе — йоп. □ Нечётный. Урамдың таҡ яғы. ■ Үлән сәйен ни өсөндөр йә бер төрлөнән генә, йәки таҡ һанлы итеп төрлө үләндәрҙән әҙерләгән боронғолар. М. Бураҡаева.
2. Яңғыҙ, ишһеҙ. □ Одинокий. Таҡ булыу. Таҡ ҡалыу. • Алма сыбар ат булмаҫ, ир-егет таҡ булмаҫ. Мәҡәл. Ғәйепһеҙ дуҫ эҙләмә — таҡ ҡалырһың. Мәҡәл.
ТАҠ II (тағы) (Р: купол; И.: cupola; T: kubbe) и. иҫк. кит.
1. Көмбәҙ. □ Купол. ■ Хоҙаның яҙғанына сара бармы? Яҙылмыш ләүх әл-мәхфүз тигән таҡҡа. М. Аҡмулла.
2. Тәхет. □ Трон, престол. / Тронный, престольный. ■ Шүлгән һората ингәс, батша урын күрһәткән, .. таҡ янына ултыртҡан. «Урал батыр».
94