ХАЗИНАДАР
ХАДУҠ (хадуғы) (Р.: одноколка; И.: sort of light cart; T.: bir atlı araba) и. диал.
Бер ат егелә торған еңел арба. □ Одноколка. Хадуҡты егеу. Хадуҡта барыу.
ХАЖ [ғәр. ] (Р.: хадж; И.: Hadj; Moslem
pilgrimage; T.: hac) и. дини.
Ғибәҙәт ҡылыр өсөн Мәккә ҡалаһына барған сәфәр. □ Хадж. Хажға барыу. Я Хажға барыусы тәҡуәләр, туҡтауһыҙ тәкбир әйтеп, Аллаһы Тәғәләгә был дәһшәттән ҡот-ҡарыуын һорап ялбарҙылар. Ә. Хәкимов.
ХАЖИ [ғәр. ] (Р.: хаджи; И.: Hadji; T.: hacı) и. дини.
Мәккәгә барып, хаж ҡылып ҡайтыусыға бирелгән исем һәм шул исемде йөрөткән кеше. □ Хаджи (человек, совершивший паломничество в Мекку). ■ Хажи куптэн тугел генә уҙенең Мәккәгә, Мәҙинәгә барып, ҡәғбәгә баш ороп, хажи булып ҡайтыуын .. һөйләгән.
3. Биишева. • Мәккәгә барыу менән ишәк хажи булмаҫ. Әйтем.
ХАЖ ҠЫЛЫУ (хаж ҡыл-) (Р.: совершать хадж; И.: perform Hadj; T.: hac etmek) ҡ.
Мәккәгә барып, изге урындарҙа ғибәҙәт ҡылыу. □ Совершать хадж, совершить паломничество в Мекку. Я «Әгәр кемдер бер нисә тапҡыр хаж ҡыла икән, был уның өсөн нур өҫтөнә нур була», — тип яҙылған Ҡөрьәндә, ә Зөмәрә Сәрби ҡыҙы уҙ ғумерен-дә ике тапҡыр хаж ҡылған. «Башҡортостан ҡыҙы», № 1, 2006.
ХАЖ ҠЫНАҺЫ (Р.: бальзамин; И.: sort of decorative flower; T.: kınaçiçeği) и. бот.
Үтә күренеп торған һабаҡлы, ваҡ йылтыр япраҡлы, ал сәскәле ҡышлау гөлө; ҡышлау ҡынаһы. □ Бальзамин (лат. Impatiens). Хаж ҡынаһын уҫтереу. Хаж ҡынаһы сәскәһе.
ХАЗАР (Р.: хазар; И.: Khazar; T.: Hazar) и. этн.
Көнсығыш Европаға IV быуатта һундарҙан һуң килгән һәм Көнбайыш Каспий буйы далаларында йәшәгән төрки телле халыҡ (VII быуат уртаһында Хазар ҡағанатын ойошторалар). □ Хазар. / Хазарский. Хазар халҡы. Хазар теле. Я Тарихсы Тәрнәти Башҡорт исемле хан хазарҙарҙың иң юғары дәрәжәле кешеһе булыуы тураһында яҙа. Ғ. Хисамов.
ХАЗИНА [ғәр. (Р.: сокровище, ценность; И.: treasure; T.: hazine) и.
1. Йыйылған, тупланған төрлө баһалы нәмә; байлыҡ. □ Сокровище, ценность. ■ Ҡул һалыр ул [дошман] илемә, бар милкемә, хазинамды туҙҙырыр ел иркенә. М. Харис.
2. Ер аҫтындағы төрлө тәбиғи байлыҡ; мәғдән. □ Богатство; полезные ископаемые. Н Башҡортостан — ер аҫты хазиналарына бай ил. М. Хисмәтов. Ер аҫтым — хазина, тауҙарым бейек, торалар кукһел болотҡа тейеп. М. Хәй. Тәу башлап ер аҫты хазинаһын асыу тураһында купме хыяллана инде Ҡасим. Н. Мусин.
3. кусм. һәр төрлө мәҙәни һәм рухи байлыҡтар. □ Сокровище, сокровищница, богатство (о совокупности каких-л. культурных, духовных ценностей). Белем хазинаһы. Тел хазинаһы. Я [Мадьярҙарҙың] төрки халыҡтарға яҡынлығы аш-һыу әҙерләуҙә, тормош-көнкурештә, рухи хазинаһында, сәнғәт-мәҙәниәтендә һәм башҡа сифаттарында теге йәки был кимәлдә һиҙелеп-сағылып ҡала. С. Поварисов.
4. Йыйып, йәшереп, күмеп ҡуйылған аҫыл нәмәләр. □ Клад, сокровище. Хазинаға тап булыу. Я Хазина эҙләуҙе туҡтатып торорға тура килде. Ә. Бикчәнтәев. • Хазина таптым — супкә аттым, алтын таптым — бушҡа һаттым. Әйтем.
5. миф. Оҙаҡ ятыуҙан эйәләнгән байлыҡ. □ Клад, сокровище (мифологизированный предмет, имеющий своего духа. По представлениям башкир, клад со временем может обрести духа, духа хранителя, который наносит вред кладоискателям). Я Берәйһе берәй ергә хазина йәшерһә, йылдар уткәс, шуға йән инә. Халыҡ ижадынан.
ХАЗИНАДАР [ғәр. + фарс. jh] (Р.: владелец сокровищ; И.: treasure owner; T.: hazinedar) и. иҫк. кит.
1. Хазина тотоусы. □ Владелец сокровищ.
2. Хазинасы. □ Казначей. Я Аптырағас, батша шунда әмер бирҙе, ҡаҙнала ни ҡалған, белергә ебәрҙе, хазинадар хазинаға йугерҙе, барһа, ҡаҙнала туп-тулы байлыҡ имде. «Ҡиссаи Йософ».
339