ҺУМ
3. кусм. Нимәнеңдер яһаған тәьҫире, йоғонтоһо. □ Дыхание, влияние. Заман һулышы. Н Яҙ һулышы бөрөләрҙе наҙлай, яҙғы нурҙар йөҙгә яғыла. Ш. Бикҡол. Лагерь уҙенең ҡәҙимге һулышы менән йәшәй бирҙе. Р. Байбулатов.
ҺУМ I (Р: рубль; И.: rouble; Т.: ruble) и.
Йөҙ тингә тиң булған аҡса берәмеге; тәңкә. □ Рубль. Бер һум. Ун ике һум. Нисә һум тора? ■ Данир куңеленән һум ярым аҡсаның купмегә етәсәген иҫәпләй-иҫәпләй .. трамвай туҡталышына ашыҡты. Р. Байбулатов. • Тамсы тамып кул яһай, тин йыйылып һум яһай. Әйтем.
ҺУМ II (Р: цельный; И.: unbroken; Т.: bütün) с.
Күләме, дәүмәле кәмемәгән, эске берҙәмлекте тәшкил иткән; бөтөн. □ Цельный, сплошной, нетронутый, непочатый, һум um. Һум epe. • Һуңғы ҡатын - һум алтын. Әйтем. Кеше ишеге - һум тимер. Әйтем.
ҺУМ АҒАС (Р: цельное, необработанное дерево; И.: unbroken wood; T.: tekparça ağaç) и.
Сапмаған, юнмаған көйө ниҙер яһауға тәғәйенләп ҡуйған бөтәү ағас. □ Цельное, необработанное дерево. Һум ағастан эшләнгән ишек. Һум ағастан соҡоп яһалған гөбө. Һум ағастан яһалған умарта.
ҺУМАЛА (Р: смола; И.: resine, gum; T.: katran) и. диал.
1. Ылыҫлы ағастарҙың йәбешкәк ҡуйы һуты; сайыр, ыҫмала. □ Смола, живица (липкий, пахучий, отвердевший на воздухе сок, выделяемый некоторыми хвойными деревьями и другими растениями), һумала һымаҡ ҡара. һумала еҫе. Ҡарағай һумалаһы, һумала ағыҙыу. ■ Улар [янычарҙар] аҫтағылар өҫтөнә ҡайнар һумала ҡоя, эре-эре таштар ырғыта, уҡтан ата. Н. Мусин.
2. кусм. Ҡуңыр төҫлө. □ Смуглый. М Һумала тәнле бала, куҙҙәрен ялҡылдатып, етек тырнаҡлы бармағын куккә төртөп яуаплай, әллә ниндәй шайтан телендә һөйләнә. Й. Солтанов.
ҺУМ АЛ АҠ (һу мал ағы) и. диал. ҡар. һупалаҡ. Бер һумалаҡ май. Бер һумалаҡ ҡорот. Бер һумалаҡ балсыҡ.
ҺУМАЛАҠЛАУ (һу мал аҡла-) ҡ. диал. ҡар. һупалаҡлау. Май һумалаҡлау. Шәп-шәп
итеп һумалаҡлай башлау. Ете-Һигеҙ баш ҡорот һумалаҡлау.
ҺУМ АЛ АУ (һумала-) (Р: смачивание водой поверхность свежеиспечённого хлеба; И.: grease bread crust by water; T.: yeni pişmiş ekmeğin üzerini nemlendirmek) ҡ. диал.
Яңы бешкән икмәктең өҫтөн һыулап һөртөп алыу. □ Смачивать водой поверхность свежеиспечённого хлеба. Икмәк ҡайырын һу-малау. Әсәйем икмәктәрҙе һумалап сыҡты.
ҺУМАЛТАЙ с. ҡар. һумалтыр. Һумалтай яһалған бура. һумалтай һуйылған тире. һумалтай таҡта иҙәне, һумалтай ғына һалынған баҫма.
ҺУМ АЛТЫН (Р: золото высшей пробы; И.: high-carat gold; T.: en yüksek ayarlı altın) u.
1. Иң юғары сифатлы алтын. □ Золото высшей пробы. Һум алтынға алыштырыу. Һум алтын иретеу. һум алтындан яһалған йөҙөк.
2. кусм. Иң яҡшы, ҡәҙерле, шәп. □ Лучший. ■ Ун һигеҙ йәш - һум алтын, яурыныма ҡош бирҙең. Ҡобайырҙан.
ҺУМБАТА с. диал. ҡар. һапата. Һумбата ҡатын.
ҺУМ Д ЫҠ (һумдығы) и. диал. ҡар. һум шешек 1. Ҡултығына һумдыҡ ҡалҡҡан.
ҺУМАЛТЫР (Р: грубый; И.: raw; coarse; T.: kaba) с.
1. Матурлап яһалмаған, арлы-бирле эшләнгән; тупаҫ. □ Грубый, топорный (о поделках, вещах). Һумалтыр нәмә. Һумалтыр көршәктәр. Һумалтыр сана. Һумалтыр арба.
2. кусм. Ауыр кәүҙәле, шөкәтһеҙ, килбәтһеҙ, килешһеҙ. □ Неуклюжий (о человеке). Һумалтыр кеше. Һумалтыр ҡиәфәтле булып киткән. Һумалтыр кәуҙәле. В Кәрим мәктәптә уҡығанда ла тәртибе бик ярап етмәй, һумалтыр бер малай ине. Ә. Бикчәнтәев. Мансур бергә уҡыған йылдарҙа дуҫының һумалтырыраҡ мыҡты кәуҙәһен, тәбиғилеген, ябайлығын ярата ине. Ш. Янбаев.
ҺУМЛАНЫУ (һумлап-) ҡ. төш. ҡар. һумлау 1,2. страд, от һумлау 1, 2. Ашыҡ-бошоҡ ҡына һумланып ҡуйылған.
ҺУМЛАУ (һумла-) (Р: заготовить; И.: prepare; T.: hazırlamak) ҡ.
616