ҺУНАҒАРА
1. Яҡынса ғына тейешле рәүешкә килтереү (һуңынан еренә еткереп эшләу өсөн). □ Заготовить, сделать заготовку. // Заготовка. Ағас кәрәк һумлау. Тәртә һумлауы. Һумлап ҡуйыу. Урманда кәрәк һабы һумлап алыу. ■ Байдәуләт ҡарт кырандас кусәренә яҫтыҡ һумлай ине. Т. Килмөхәмәтов. Кәштәләрҙә, верстактар өҫтөндә берәуҙәре йышып шымартылған, икенселәре һумлап ҡына ҡуйылған балта һаптары, ултырғыс аяҡтары, ҡул тырмалары өйөлөп тора. Ф. Иҫәнғолов.
2. Арлы-бирле итеп яһау. □ Делать кое-как (как из-под топора). Кутәрмәне һумлап ҡуйыу. М [Утарҙа] балта менән һумлап эшләгән һикеһе лә бар. Ж. Кейекбаев.
3. -ып, -еп формаһында ярҙамсы ҡылым һәм һандар менән килгән осраҡта һумдағы аҡса берәмегенең самаһын аңлата. □ В ... рублей. Йөҙ һумлап. Миллион һумлап кәрәк буласаҡ. Ҡырҡ ике һумлап ҡайтарма биреу. М [Дәурән] хәтеренән генә кеҫәһендәге аҡсаның илле һумлап булырға тейешлеген самаланы. М. Хужин. Уға [Григорийға] аҡсаның өсәр һумлап ингәне юҡ ине әле. Н. Мусин.
ҺУМЛЫҠ (һумлығы) (Р.: рублевка; И.: one-rouble note; T.: bir rublelik) и.
Бер һумға торошло металл йәки ҡағыҙ аҡса. □ Рублёвка, рубль. / Рублёвый. Көмөш һумлыҡ. Биш һумлыҡ. ■ Еңгәләре Фатимаға .. әллә ниндәй батшалар башы төшөрөлгән һумлыҡтар һәм ваҡ көмбәҙҙәр уратылған, төрлө мунсаҡтар менән ҡайылған ауыр һаҡал таҡтылар. Ж. Кейекбаев. Атаҡайым биргән һумлыҡты биҙәккәйе бөтмәй ташламам. Сеңләүҙән.
ҺУМНАУ (һумна-) ҡ. диал. ҡар. һаплау. Көрәккә ағас һумнап ҡуйыу. Балтаға һап һумнау. Тырмаларҙы һумнап сығыу.
ҺУМПАЙЫУ (һумпай-, һумпая) (Р: вспучиваться; И.: get inflated; T.: şişirmek) ҡ. диал. ҡар. тумпайыу.
1. Йомро булып ҡабарыу. □ Вспучиваться, вздуваться; вспухнуть, һумпайып сыҡҡан. Тиреһе һумпайып сыҡҡан.
2. кусм. Асыу, үпкә белдереп, ауыҙ бүлтәйеп тороу. □ Надуваться, дуться от обиды. Ауыҙы һумпайып тора. Ирендәрен һумпайтты.
ҺУМСА (Р: пирожки из ливера; И.: haslet patty; T.: ciğer böreği) и. диал.
Үпкә-бауырҙан бешерелгән ваҡ бәлеш; самбуса. □ Пирожки из ливера, һумса бе-шереу. Һумса ашау. Һумса өсөн эслек әҙерләу. Тәмле һумсаны өҫтәлгә килтереп ҡуйҙылар.
ҺУМ ШЕШ и.
1. ҡар. һум шешек, һум шеште дауалау. Һум шеш уҙәге.
2. миф. Мифлаштырылған шешек. □ Карбункул (нарыв на бедре), һум шеште имләу әпсене. ■ Һум шеш сыҡһа, кирегә һанап, ботаҡҡа төртәләр. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ҺУМ ШЕШЕК (шешеге) (Р: карбункул; И.: carbuncle; T.: çıban) и.
Бот төбөнә сыҡҡан башһыҙ, биҙ һымаҡ үҙәкле ҙур шешек. □ Карбункул, большой чирей (нарыв на бедре), һум шешек сыҡҡан. Һум шешеккә бешекләнгән ҡайын япрағы баҫыу, һум шешеге һыҙлап йонсота.
ҺУН (Р: гунны; И.: the Huns; Hun; T.: Hunlar) и. этн.
11-IV быуаттарҙа Урал алдында күсмә һәм урындағы ҡәбиләләрҙән ойошҡан күсмә халыҡ. □ Гунны. / Гуннский, һун төркиҙәре, һундар менән Атилла етәкселек иткән. Я Ғалимдар һун ҡәбиләләрен боронғо төрки телдәрҙең береһендә һөйләшеусе халыҡ булған тип баралар. Н. Мәжитов.
ҺУНА (Р: кряква; И.: mallard duck; T.: yeşilbaş) и. зоол.
Ҡыр өйрәктәре араһында иң ҙур өйрәк. □ Кряква (лат. Anas platyrhynchos). Һуна өйрәк балалары. Инә һуна өйрәк. Ата һуна өйрәк, һуна өйрәк алыу. М Заятуләк атлы улы ҡаңғылдатып ҡаҙ алды, ти, .. бытҡылдатып һуна алды, ти. «Заятүләк менән һыуһылыу». Карсығанан ҡасҡан һуна өйрәк толҡа тапмаҫ екән, ҡамышһыҙ. Халыҡ йырынан.
ҺУНАҒАРА (Р: змееяд; И.: short-toed eagle; snake eagle; T.: yılan kartalı) и. зоол.
Ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған, һырты ҡара көрән, ҡорһағы аҡ, түше буй-буй һыҙатлы бик ҙур йыртҡыс ҡош. □ Змееяд (лат. Circaetus gallicus). һунағара балалары. Һунағара тауышы сыҡты. Һунағаралар уләкһә-ләр менән дә туҡлана. М Һунағара тигән, ай, яман ҡош ҡош ҡундырмай ағас башына. Халыҡ йырынан.
617