Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 618 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺУНАР
ҺУНАР (Р.: охота; И.: hunt; T.: av) и.
1. Ҡырағай ҡош һәм йәнлектәрҙе тотоу, атыу эше; ау. □ Охота. / Охотничий. Этте һунарға алып сығыу. Һунарға саҡырыу. Өйрәк һунары. Төлкө һунары. Һунар эте. Һунар ҡошо. Һунар мылтығы. Һунар осоро. Һунар миҙгеле асылды. Төнгө һунар. ■ Беҙҙең боронғо олатайҙарыбыҙ йәйҙәрен һыйыр, бейә һауғандар, ҡорот-ҡымыҙ яһағандар, буҙа әсеткәндәр, ҡурай тартҡандар, ҡыштарын айыуға, шәшкегә һунарға йөрөгәндәр. И. Абдуллин. Геннадий Самуиловичтың быға ҡәҙәре айыу һунарына йөрөгәне булманы. Р. Вәлиев. [Юлыш менән һабрау] Аҡһаҡ Тимергә бүләккә затлы эйәр-әпсенле алма сыбар айғыр, .. ике һунар ыласыны алдылар. Ә. Хәкимов.
2. Тотоп, атып алған ҡош-йәнлек; табыш. □ Добыча на охоте. Алып ҡайтҡан һунар. Мул ғына һунар алыу. Уңышлы һунар. ■ Егетем, атҡан һунарың өйрәк тугел, аңла һин; Шүлгән батша ҡыҙы булам, мине күлдән алма һин. «Аҡбуҙат». Бүтәндәр, көн насар, һунар юҡ, кейек аҙайҙы, тип зарланалар, .. урмандан буш ҡул менән ҡайталар. Н. Мусин.
ҺУНАР ИТЕҮ (һунар ит-) (Р: охотиться; И.: hunt; T: avlamak) ҡ.
Һунар менән шөғөлләнеү, һунарлау. □ Охотиться. Ҡабанға һунар итеү. Ҡуянға һунар итеү. Көн буйы һунар итеү. ■ [Бикйән аҡһаҡал - Алдарға:] Ҡуй малы үрсеттек, һунар иттек. Ғ. Хөсәйенов.
ҺУНАР ҠОТО (Р: амулет, направленный на удачную охоту; И.: hunting talisman; T.: av muskası) и. этн.
Һунарҙа уңыш килтерһен өсөн тағылған бетеү. □ Амулет, направленный на удачную охоту. ■ Һунар ҡото тип һунарсылар айыу, бүре тырнағы йөрөткән. Ф. Хисамитдинова.
ҺУНАР ҠОШО (Р: дичь; И.: bird of game; T.: av kuşu) ҡ.
1. Һунарҙа тотҡан ҡош. □ Дичь. Ала сәп-сәү һунар ҡошо түгел. Башҡорттар өсөн торна, аҡҡоштар һунар ҡошо түгел, улар тик ҡыр өйрәктәренә һәм ҡыр ҡаҙҙарына ғына һунар иткән.
2. һунарға өйрәтелгән йәки һунар итеүгә яраҡлашҡан ҡош. □ Ловчая птица. ■ Ишетеп белә ул Неплюев ҡырғыҙ-башҡорттар-ҙың нисек йылғыр бөркөт балаһын ояһынан
алып асыҡтырып, ҡараңғыла тотоп, бауҙа интектереп ҡул һунар ҡошона әйләндереүен. Ғ. Хөсәйенов.
ҺУНАРЛАУ (һунарла-) (Р: охотиться; И.: hunt; T.: avlamak) ҡ.
Һунар эше менән шөғөлләнеү, һунар итеү. □ Охотиться, охотничать. Һунарлап йөрөү. Айыу һунарларға барыу. Ҡыр кәзәһен һунарлау. ■ [Урал - Һомайға:] Һунарлаған сағымда ҡулға төшкән бер ҡоштан, һеҙҙең илдә үлемдән ҡотолорға юл бар тип, ишеткәйнем мин йәштән. «Урал батыр».
ҺУНАРСЫ (Р: охотник; И.: hunter; Т.: avcı) и.
Һунар менән шөғөлләнеүсе, һунар итеүсе. □ Охотник, зверолов. / Охотничий. Сәмсел һунарсы. Яҡшы һунарсы, һунарсы булыу теләге. Һунарсы саңғыһы. Һунарсы ҡыуышы, һунарсы кәмәһе. М Шоңҡар сөйгән һунарсы ҡош сөйҙөрмәй сыҙармы. «Аҡбуҙат». Көсөктөң яҡшыһын шулай һайлай торғайны ул һунарсы: ҡойроҡ осонан тота ла күтәреп ҡарай, шул саҡ көсөк шыңшыһа -булдыҡһыҙ инде. Б. Бикбай. Хаммат был ваҡытта үҙен суҡмар тотоп бүре ҡыуған һунарсы кеүек тоя ине. 3. Биишева.
ҺУНАРСЫЛ (Р: любящий охотиться; И.: fond of hunting; T.: avcı) с. диал.
1. һунарға әүәҫ, һунарға шәп. □ Любящий охотиться, заядлый охотник. Һунарсыл кеше, һунарсыл ир-ат урманға ашыға.
2. Мул һунар алыусан. □ Добычливый. Һунарсыл кеше менән һунарға барыу. Нәҫелдәре менән үтә һунарсылдар.
ҺУНАРСЫЛАУ (һунарсыла-) ҡ. ҡар. һунарлау, һунарсылап йөрөү. Һунарсыларға сығып китеү. Тауҙа һунарсылау. Яланда һунарсылау. Боланға һунарсыларға ярата. Ҡуянға һунарсылау.
ҺУНАРСЫЛЫҠ (һунарсылығы) (Р: охота; И.: hunt; T.: avcılık) и.
Һунар эше; аусылыҡ. □ Охота, звероловство, пушной промысел. / Охотничий. Һунарсылыҡ менән кәсеп итеү. Һунарсылыҡ менән мауығыу. Урмансылыҡ һәм һунарсылыҡ хужалыҡтары, һунарсылыҡ билеты, һунарсылыҡ инспекцияһы. Н Боронғо башҡорт
618