Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 619 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺУҢҒЫ
ҡәбиләләренең төп кәсептәренең береһе һунарсылыҡ булған. Ж. Кейекбаев. Һәүәҫкәр һунарсы өсөн һунарсылыҡ - ул, бөтәһенән элек, тәбиғәт менән туранан-тура аралашыу. X. Мохтар, һолтанбайҙың куңеленә бер килке шом да йугереп ҡуйғайны, һунарсылыҡ ҡомары еңде. Н. Мусин.
ҺУНАРСЫЛЫҠ ИТЕҮ (һунарсылыҡ ит-) ҡ. ҡар. һунар итеү. ■ Боғаҡ менән Тупыс аҙна-ун көн ҡуйы ҙур шырлыҡта аҡ ҡуянға һунарсылыҡ итте. С. Ильясов. Ғиндәлиф йәйен Инйәрҙән һал ағыҙа, ҡышын һунарсылыҡ итә, баярға ағас ҡырҡа. Т. Килмөхәмәтов.
ҺУНАР ЭТЕ (Р.: охотничья собака; И.: hunting dog; hound dog; T: av köpeği) и.
Һунар итергә өйрәтелгән йә һунарға әүәҫ тоҡомло эт. □ Охотничья собака. Һунарсы эт кеуек темеҫкенеп йөрөу. ■ Ҡыҙырастың һайрауын ул тугел, ана, ҡапҡа янында әлһерәп ятҡан һунар эте Ыласынға хәтле, күҙен ҡырын-мырын ҡарап, кинәнеп тыңлап ята бит.
3. Биишева. Хан-солтан ҡарт Айыусылағы ике һунар этен дә - уҙенең Юлбарыҫы менән Әсмәләрҙең Аҡҡолағын - эйәртеп урманға, уҙе әйткәнсә, ревизияға киткәйне. Г. Яҡупова. Көслө күкрәкле, мороно һиҙгер, күҙе үткер ысын һунар эте, уҙен һоҡланып күҙәткәнде белгәндәй, ҡымшанламай ултыра бирҙе. Ш. Янбаев.
ҺУҢ I (Р.: поздно; И.: late; T.: geç) р.
Тейешле ваҡытынан аҙаҡ, артҡа ҡалып (эшләу, хәрәкәт итеу һ. б. ҡарата). □ Поздно. Һуң уяныу. Һуң килеу. Ҡөҙ һуң килде. Я Беҙҙең яҡ - ҡырыҫ яҡ, ашлыҡ һуң өлгөрә. Р. Низамов.
ҺУҢ II (Р: после; И.: after; T: sonra) бәйл.
Сығанаҡ килештәге һүҙҙәр менән килеп, билдәле бер хәл, ваҡыттың аҙағын белдерә. □ После. Эштән һуң. Төштән һуң. Ямғырҙан һуң. Бер аҙҙан һуң ҡайтты. Сәйҙән һуң барыу. • Ҡунаҡтың көнө - өс, унан һуң йорт эйәһенә көс. Әйтем. Уҡ баһаһы - атылғандан һуң, һуҙ баһаһы - әйтелгәндән һуң. Әйтем.
ҺУҢ III (Р: же; И.: emphatic particle, ever; T: ki) киҫ.
Телмәргә көсәйтеү мәғәнәһе, эмоциональ төҫ биреп, баҫым яһай. □ Же, ну и, не (усилительная частица). Я Һуҡтыҡ та һуң балыҡты! Ф. Иҫәнғолов. [Кулбатыр:] Ә һеҙ үҙегеҙ кем һуң? Әкиәттән.
ҺУҢ БАРМАҠ (бармағы) и. диал. ҡар. һуҡ бармаҡ, һуң бармағындағы балдаҡ, һуң бармағы бәйле, һуң бармағы менән генә төртөп күрһәтте.
ҺУҢҒАр. диал. ҡар. һун, I. һуңға ҡалып килеу. Һуңға ҡалып эшләу. Автобус һуңға килде.
ҺУҢҒАРЫ (Р: попозже; И.: later; Т: sonradan) р. диал.
1. Аҙаҡтан, һуңынан. □ Попозже, позже, позднее. Һуңғары һөйләшеу. һуңғары инеп сығырмын.
2. ҡар. һун, I. һуңғары ҡайтыу. Һыйыр һуңғары быҙауланы. Һуңғары йоҡларға ятыу.
ҺУҢҒАРЫУ (һуңғар-) ҡ. диал. ҡар. һуңлау. һуңғарып килеү. Һуңғарып йөрөу. Һуңғарып барыу.
ҺУҢҒЫ I (Р: последний; И.: last; Т: son) с.
1. Башҡаса булмай торған, аҙаҡҡы (ниндәйҙер нәмә, хәл, күренеш һ. б. ҡарата). □ Последний, һуңғы ҡыңғырау, һуңғы дәрес. Һуңғы йыл. Һуңғы күрешеү. Һуңғы туҡталыш. Я [Ювелир ҡарт - Сабираға:] һуңғы эшем, һуңғы биҙәгем һинең күкрәгеңде биҙәһен. Т. Ғарипова. Ә тышта был йәйҙең һуңғы көнө. Ғ. Сәләм.
2. Ҡемдәндер йәки нимәнәндер ҡалған, аҙаҡҡы. □ Последний. Һуңғы тин. Һуңғы йәшен хәтәр була. Я Тып-тын ғына тәүге ҡарҙар яуа һуңғы япраҡ менән аралаш. Р. Бикбаев. • Һуңғы дөйәнең йөгө ауыр. Әйтем.
3. Алда булған, булып үткәндәрҙән иң аҙаҡҡы, хәҙергенән алдағы. □ Последний. һуңғы ай. Айҙың һуңғы көнө. Я Һуңғы ҡайт-ҡандағы кеуек, әле лә күктә еп нәҙеклек кенә йәш ай ҡаршыланы. Р. Бикбаев. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа йәмәғәтселектең экология менән ҡыҙыҡһыныуы ҡырҡа кәмене. М. Хужин.
4. Иң аҙаҡҡы, аҙаҡҡы мәлдәге. □ Последний. Я Зөфәр һуңғы хәбәрҙе ишеткәс, ҡыҙыҡһынып һүҙгә ҡушылды. Һ. Дәүләтшина.
5. Йомғаҡлап тамамланған, аҙаҡҡы. □ Заключительный. Һуңғы һуҙ. Һуңғы концерт номеры, һуңғы сығыш. Я һуңғы көндәрҙә театрҙан ҡапыл биҙә башланы ул [Фатима]. Б. Бикбай.
6. кусм. Хәл иткес; ҡәтғи. □ Последний, решающий. Һуңғы талап. Һуңғы шанс, һуңғы
619